
Бәләкәй ҡор райондың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле тамаша менән башланды. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын сағылдырған тирмәләргә, күргәҙмәләргә ҡарап, урындағы халыҡтың бөгөн дә атай-олатайҙар кәсебен онотмауын күҙаллауы ҡыйын түгел ине.