20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Сентябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Исеме – күңел түрендә
Исеме – күңел түрендә

Республикабыҙҙың күренекле яҙыусыһы Ғәйнан Әмириҙең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең тыуған төбәге Яңауыл районында бик күп сара ойошторолдо. Ҡаланың үҙәк китапханаһында үткән хәтер кисәһе уның дауамы булды.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған кисәлә Ғәйнан Әмириҙең тормош һәм ижад юлын өйрәнеүселәр, әҙәбиәт һөйөүселәр, ауыл китапханалары хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар ҡатнашты.

Районыбыҙҙың Яңы Уртауыл ауылында тыуып үҫкән Ғәйнан Әмири, Бөрө педагогия техникумын тамамлағас, Өфөлә “Коммуна”, “Йәш төҙөүсе”, “Әҙәби Башҡортостан” редакцияларында, ғилми-техник тикшеренеү институтында, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй. Ижад юлы уҙған быуаттың 20-се йылдар аҙағында башлана. Шиғриәт, драматургия, публицистика жанрында ижад итә. Тәүге хикәйәләре, “Ғашиҡтар” повесы уҡыусылар күңеленә айырыуса хуш килә.

1942 йылда яҙыусы фронтҡа китә, Мәскәү, Сталинград, Курск дуғаһы бәрелешендә ҡатнаша, Днепрҙы кисә. Батырлыҡтары өсөн Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградлана. Һуғыш осоронда ла яҙыусы ижад усағын һүрелтмәй – шиғырҙар, очерктар яҙа. Ғәйнан Әмири утыҙҙан ашыу китап авторы ғына түгел, тәржемәсе булараҡ та киң билдәле. Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Николай Некрасов поэмалары менән бер рәттән, яҙыусы ғәрәп, болгар, украин, монгол, чех, һинд шағирҙарының да әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Ғәйнан Әмириҙең хеҙмәте республика, илебеҙ етәкселеге тарафынан юғары баһалана. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар китапханаларҙа, мәктәптәрҙә үтте, күргәҙмәләр асылды, кисәләр, осрашыуҙар, әңгәмәләр ойошторолдо. “Яңауыл таңдары” район гәзитенең башҡорт телендә айына бер тапҡыр нәшер ителгән “Йыйын” ҡушымтаһы Ғәйнан Әмириҙең ижадына, тормошона арналды.

Ошо көндәрҙә Яңы Уртауылда яҙыусының яҡты иҫтәлегенә арнап иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ауыл мәктәбенә әҙиптең исемен биреү ҙә күҙаллана.

Яңауыл районы
Марат МОРАТОВ
http://bashgazet.ru/blog/archives/14590
Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы