20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Сентябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Башҡорт ҡоролтайы хеҙмәттәшлеккә әҙер
Башҡорт ҡоролтайы хеҙмәттәшлеккә әҙер
Башҡорт ҡоролтайы хеҙмәттәшлеккә әҙерӨфөлә Башҡортостан ҡала һәм райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙарының башҡарма комитеттары рәйестәре өсөн семинар үткәрелде. Унда дәүләт һәм йәмәғәтселек вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

— Халыҡҡа яҡыныраҡбыҙ, ябай кешеләрҙең ихтыяждарын яҡшыраҡ беләбеҙ, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев. — Шулай ҙа власть менән бәйләнешебеҙ һүлпәнәйҙе. Беҙгә ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡулайлы хеҙмәттәшлек ысулдары эҙләп табырға кәрәк.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: урындағы ҡоролтай башлыҡтары өсөн ҙур йыйын Өсөнсө Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң тәүге тапҡыр ойошторола. Әлеге сара — уларҙың күптәре өсөн үҙ-ара танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекер төйнәү мөмкинлеге. Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Сабитовтың әйтеүенсә, ил һәм республика кимәлендәге үҙгәрештәрҙең халыҡ файҙаһына булыуын тәьмин итеү өсөн тап ошолай бергәләшеп эшләргә кәрәк. “Башҡорт ҡоролтайының тәҡдимдәре, талаптары күп һәм урынлы”, — тине ул.

Мәғариф министры Әлфис Ғаязов та үҙгәрештәрҙең күплеген, яңы шарттарҙың еңел түгеллеген билдәләне: “Мәктәптәр ябыла, тип ғауғалайбыҙ. Ҡайһы бер урындарҙа балаларҙы бүтән ауыл мәктәптәренә йөрөтмәҫ өсөн автобусҡа ултыртмайҙар, ти. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡарышабыҙ түгелме? Хәлде ҡатмарлаштырмай, мәсьәләләрҙе урындағы кимәлдә яйға һалырға мөмкин. Башҡорт ҡоролтайы ағзалары ла әлеге эштә ныҡлы таяныс була ала”.

Даян МӘЖИТОВ
Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы