20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Сентябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Төньяҡ-көнсығышҡа иғтибар көсәйә
Төньяҡ-көнсығышҡа иғтибар көсәйәСалауат районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Бәләкәй ҡор райондың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле тамаша менән башланды. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын сағылдырған тирмәләргә, күргәҙмәләргә ҡарап, урындағы халыҡтың бөгөн дә атай-олатайҙар кәсебен онотмауын күҙаллауы ҡыйын түгел ине. Йыйылышта Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары Марсель Йосопов, Энгельс Ҡолмөхәмәтов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.

Ултырышта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәсәй Дәүләт Думаһына үтәсәк һайлауҙа ҡатнашыуына бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы төбәктең көнкүреше, иҡтисади хәле менән таныштырҙы.

- Һуңғы йылдарҙа иҡтисадта ла, социаль өлкәлә лә ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек, – тине үҙенең сығышында Ғәли Ғәләүетдин улы. – Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Янғантау” шифаханаһы урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙем булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы ла нығына, әле ураҡты уңышлы тамамлап киләбеҙ. Бәрәкәтле еребеҙ быйыл мул уңыш бирҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республика парламенты етәксеһе Константин Толкачевтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.

Дәүләт Думаһы депутаттары Марсель Йосопов менән Энгельс Ҡолмөхәмәтов тыуған яҡтарына яҡшы ниәттәр менән ҡайтыуҙарын белдерҙе. Энгельс Варис улы төньяҡ-көнсығыш төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне, төбәктең көнүҙәк проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын атаны.

Сәнәғәт һәм инновация министрының беренсе урынбаҫары Игорь Карепанов төньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереү мәнфәғәтендә Салауат районының Мөрсәлим ауылында ике ҙур сәнәғәт предприятиеһы төҙөү хаҡында белдерҙе, уларҙың проекты менән таныштырҙы. Яңы эш урындары булдырыу маҡсатында әҙерләнгән документ тиҙҙән үҙ көсөнә инәсәк.

“Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы етәксеһе Ирек Мөхәмәтдиновтың һүҙҙәренсә, республиканың аграр секторы – Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә. “Йыл һайын ауыл хужалығын үҫтереүгә, ауыл ерендә социаль инфраструктураны яҡшыртыуға аҡса бүленә. Малсылыҡ менән шөғөлләнеүгә, фермаларҙы яңыртып ҡороуға кредиттар алынасаҡ”, – тине ул.

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов партияның эше, Башҡортостанда һайлау кампанияһының уңышлы башланыуы тураһында бәйән итте. Ул Рәсәй Дәүләт Думаһына алдан һайлауҙың бик мөһим ваҡиға булыуын һәм республика тормошондағы әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Янғантау” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов ҡунаҡтарҙы “Янғантау” шифаханаһының бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Үҙенең заводы, тиҫтәләгән цехы, ярҙамсы хужалыҡтары, мең ярым хеҙмәткәре булған шифахана табышлы предприятие һанала һәм район, республика бюджетына ҙур өлөш индерә.

Киңәйтелгән ултырышта көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп кенә ҡалманы, улар буйынса ҡыҙыу фекер алышыу ҙа булды. Төньяҡ-көнсығыш төбәктең иҡтисади үҫешен тиҙләтергә, тормош шарттарын тағы ла яҡшыртырға, эш урындарын арттырырға, тигән тәҡдимдәр күңелгә йылылыҡ өҫтәне.

Ултырышта ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергәндән һуң дөйөм ҡарар ҡабул итте. Бында шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы ағзалар һайланды.

Ҡунаҡтар артабан Салауат Юлаев музейында булды, 113-сө һөнәрселек училищеһы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы менән танышты.

Башҡортостандың Свердловск өлкәһендәге даими вәкиле, өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нәфисә Тюменцева:

- Бындай кәңәшмәләр файҙалы ла, фәһемле лә. Улар урындағы ҡоролтай етәкселәрен берләштерә. Бөгөн хәл итәһе етди мәсьәләләр байтаҡ. Был йыйылыштың Салауат районында милли рухта ойошторолоуы минең өсөн ныҡ ҡыуаныслы булды, сара ҙур өмөттәр уятты.

Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Марсель Йосопов ҡоролтайҙың абруйын күтәрер, тип ышанам.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәсимә Собханғолова:

- Урындағы ҡоролтай башлыҡтары өсөн үткәрелгән йыйын бик ваҡытлы булды. Бындай саралар халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтә. Ике көн буйы барған эшлекле һөйләшеүҙә тел, милләт, мәғариф проблемалары ла күтәрелде.

Ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, социаль өлкә – хәл итәһе эштәр етерлек. Төпкөлгә иғтибарҙы арттырмай тороп, алға китешкә өлгәшеп булмаясаҡ, сөнки күренекле шәхестәребеҙ, милли рухлы ватандаштарыбыҙҙың күпселеге ауылдан сыҡҡан.



Автор: Ирина НУРИЕВА
"Башҡортостан" газетаhы
17 СЕНТЯБРЬ, 2011 Й
Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы