20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » “ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ” – КИТАП ҺӘМ ШӘХЕС ХАҠЫНДА
“ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ” – КИТАП ҺӘМ ШӘХЕС ХАҠЫНДА


Халҡыбыҙҙың бар донъяға билдәле улдарының береһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исеме һуңғы йылдарҙа телебеҙҙән төшмәй тиерлек. Эйе, тарихи хәҡиҡәт менән бергә ошо бөйөк инсаныбыҙ ҙа тыуған-үҫкән иленә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Ғәзиз халҡы йөрәгендәге иҫке яраларҙы уңалтырҙай шифалы доғалай булды уның ҡитғаларҙы урап ҡайтҡан исеме. Әллә тарих ҡанундары, әллә аяуһыҙ яҙмыш батыр Салауатыбыҙҙы ла сит-ят ерҙәрҙә ыҙа сигергә, аһ-зарҙарын йөрәк моңона сорнап, күҙ нурҙары һүнгәнсе тыуған Уралын һағынып-һарғайып йәшәргә дусар иткән бит. Юҡ, батырҙар үлмәй: Салауат батырыбыҙ Башҡорт иленә ҡорос атына атланып ҡайтһа, юлбашсыбыҙ һәм күренекле ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди ҙә үҙенең ғилми-тарихи ижады менән башҡорт күңелен яңынан яуланы. Шәрҡиәтсе ғалимдың беҙгә билдәле була барған һәр бер яңы ғилми мәҡәләһе менән, Ә.-З. Вәлиди тураһында яҙылған һәр яңы китап менән бергә ул үҙе лә, уның һүнмәҫ рухы ла ашҡынып-осоп ҡайтҡандай була Башҡортостанға. Эйе, тап Владимир Маяковский әйткәнсә, ил батырҙары

“гәрсә,

     үлмәйенсә,

              кире ҡайтыр

пароходтай,

        шиғыр

               һәм мәңгелек башҡа эштәрҙәй”.

Мин бөгөн тағы ла ошо изге исем менән бәйле оло шатлыҡ тойғоһон кисерәм. Алдымда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте сығарған күркәм китап ята, уның ташҡа баҫылған исеме лә донъябыҙҙың дүрт халҡы – башҡорт, урыҫ, инглиз һәм төрөк телдәрендә берҙәй тиерлек яңғырай: “Әхмәтзәки Вәлиди” тип атала был китап. Гәрсә уның  тышлығынан ошо олуғ шәхесебеҙҙең етди, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоуыраҡ тойолған ҡарашын сағылдырған фотоһүрәте аша беҙгә ул үҙе генә ҡарамай, XXбыуат тип аталған,күптән түгел кисерелгән заман, ошо замандың ҡанлы вә шанлы тарихы баға кеүек миңә...

Әхмәтзәки Вәлидовтың тыуған төйәге, туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре, уның аң-белем, ғилем донъяһына тыйып тотҡоһоҙ ынтылышы, хоҡуҡтары ҡыҫылып, юҡҡа сыға барған халҡының азатлығы өсөн көрәш юлына баҫыуы, һуғыш яландарында ғына түгел, тиңһеҙ идеологик алыштарҙа ла арымай-талмай алғы һыҙыҡта йөрөүе, үҙҙәре булдырған  автономиялы республиканың иң абруйлы етәкселәренең береһе булып китеүе, Рәсәй федерализмына һис бер хыянат итмәүе, ахыр сиктә, үҙенең йәшлек хыялдарын ғәмәлгә ашырып, ярты быуаттан ашыу ваҡыт дауамында Көнсығыш тарихы буйынса йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр яҙыуы, ошо ғилми ижады аша бөтөн донъяға билдәле, танылған ғалимға әүрелеүе – былар бөтәһе лә, иҫке кинохроника таҫмаларындағылай, ошо китап биттәренән бер-бер артлы асыла барып, күңелдәрҙе биләй, уй-кисерештәргә һала. Эйе, йөрәгендә башҡорт рухын йөрөткәндәр, тарихи үлсәм буйынса илебеҙҙә яңыраҡ ҡына булып уҙған хәл-ваҡиғаларға битараф булмағандар өсөн үтә лә ҡәҙерле баҫма был китап.

Ошо артыҡ ҙур булмаған, әммә энциклопедик хеҙмәт кимәлендәге баҫма Әхмәтзәки Вәлидовтың ялҡынлы йөрәгенән сыҡҡан мөрәжәғәттәре, хаттары, ошо заман һулышы аңҡып торған документтарҙың күсермәләре, ҡатыны Назмиә Туғандың, балалары  Иҫәнбикә һәм Субидәй Туғандарҙың хәтирәләре, уның замандаштары, фекерҙәштәре, уҡыусы-вариҫтары тарафынан яҙылған мәҡәләләр, бығаса беҙҙең матбуғатта баҫылмаған фотоһүрәттәр йөҙөндә тарихи  хәтеребеҙҙе яңыртыу өсөн алыштырғыһыҙ сығанаҡ булып, республикабыҙҙың бөгөнгө ижтимағи-мәҙәни мөхитендә лайыҡлы урын алды.

Олуғ шәхесебеҙҙең ҡатмарлы, әммә саф рухлы булмышы һәм яҙмышы тураһындағы документаль хикәйәт аҡ ҡағыҙ биттәренә теркәлгән китап рәүешендәге гүзәл бер  йәдкәр булып тойола миңә. Тап шуның өсөн ошо китапты халҡыбыҙға бүләк итеүсе Ғәлим Хисамов, Тәлғәт Сәғитов һәм Ғәлиә Ғәлимовалар республикабыҙҙың журналистика өлкәһендәге  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы, тигән баһаны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты  ағзалары ла хуплап сыҡты, һәм милләттәштәребеҙ ҙә хөрмәтле комиссияның ошондай ҡарарын ихлас ҡабул итер, тип ышанабыҙ.

 

 

Вәлиәхмәт Бәҙретдинов.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы