20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Иманлылар ғәмәле – айыҡ тормош


Сибай ҡалаһына ҡараған Төйәләҫ ауылы «Айыҡ ауыл - 2011» бәйгеһенә иң беренселәрҙән ҡушылды. Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн бында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды ла инде. Йыл әйләнәһенә төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыу
ҙар ойошторолдо. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар, ҡоролтай был изге эштә бик актив ҡатнашты. Айырыуса ауыл советы, мәктәп коллективы, мәсет имамы ныҡ әүҙем эш алып бара. 13 октябрҙә ошо эште артабан йәнләндереү маҡсатында сираттағы ауыл йыйыны ойошторолдо. Ошо юҫыҡта тағы ла ниндәй эштәрҙе ғәмәлгә ашырып булыуы хаҡында кәңәшләште ауылдаштар. Йәштәр менән эште йәнләндереү, ауылды төҙөкләндереү, яңы эш урындары асыу мәсъәләләре ҡаралды.

Йыйылышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Йәштәр ҡоро рәйесе Фәнзил Әхмәтшин дә ҡатнашты. Үҙенең сығышында ошо эштә әүҙем ҡатнашҡан ауыл активына рәхмәт белдерҙе. Ул артабан да ауылды харамдан азат итергә саҡырҙы. “Был эш ауылды ошо йәмһеҙ һәм иләмһеҙ, үтә зыянлы ғәмәлдән тулыһынса таҙартып бөткәнсе дауам итергә тейеш” – тине сығыш яһаусы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдар бөгөн ауыр хәлдә, айырыуса бәләкәй ауылдарға бөгөн бөтөү ҡурҡынысы янай, сөнки мағариф системаһын оптималләштереү процессы мәктәптәрҙе ябыуға килтерә. Мәктәп – ауыл халҡы өсөн белем биреү йорто ғына түгел, ул байтаҡ кешеләр өсөн эш урыны ла, тәрбиә үҙәге лә. Мәктәп булған ауылда интелигенция бар, улар гәзит-журналдар уҡый, тимәк илебеҙҙең, республикабыҙҙың һулышын тойоп йәшәй. Мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыр өсөн йәштәрҙең ауылда ҡалып, ғаилә ҡороп йәшәү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Демографик проблемалар күп осраҡта социаль-иҡтисади хәлгә түгел, ә менталитетҡа бәйле. Ауылдарыбыҙға иман ҡайтарыу фарыз бөгөн, иманлы ауылдарҙа эскелек проблемаһы һәм башҡа кире күренештәр юҡ тейерлек.

Күп ваҡытта беҙ эскелеккә ҡаршы уңышлы көрәш алып барыу өсөн теге йәки был закондарҙың булмауына һылтанабыҙ. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, закон нигеҙендә сикләүҙәр эскән кешеләргә генә ҡағыла, ә айыҡ тормош алып барғандар өсөн ул закондар булдымы, юҡмы – барыбер. Тимәк, милләттәштәребеҙҙе айыҡ тормош юлына баҫырға саҡырып, төрлө файҙалы ғәмәлдәр башҡарһаҡ, эскеселәргә ҡаршы көрәш тә кәрәк булмаҫ ине.

“Айыҡ ауыл” конкурсын йомғаҡлау ноябрь аҙағында үтәсәк. Ҡалған ваҡытты бушҡа сарыф итмәйек, ауылдаштарыбыҙ уйлы, әҙәп-әхлаҡлы, иманлы йәшәһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы