Главная > В Башкортостане > Футбол – уйын ғына түгел, еңеүгә ынтылыш һынауы ла ул

Футбол – уйын ғына түгел, еңеүгә ынтылыш һынауы ла ул


20-10-2011, 12:40. Разместил: 147258951

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверинитетын билдәләү көнө сиктәрендә 15 октябрҙә “Динамо” стадионында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр ҡоро футбол буйынса ярыш ойошторҙо. Был сараға республикабыҙ ҡалаларынан һәм райондарынан йәштәр ойошмалары командалары саҡырылды.

«Урал аръяғы мосолман йәштәре комитетының» «Баймаҡ» командаһына еңеүгә ынтылыш өсөн махсус приз тапшырылды. Өсөнсө урынға Өфө ҡалаһы мосолмандары шураһы сыҡты. Иң юғары баҫҡысты Башҡорт йәштәре иттифағы командаһы яуланы. Иң яҡшы уйынсы исеменә Янышев Артур (Башҡорт йәштәре иттифағы) лайыҡ булһа, иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы, тип Халиков Ильшат (Өфө ҡалаһы мосолмандары шураһы) табылды.

Футбол һуңынан “Салауат” кафеһы бөтә ҡатнашыусыларҙы ла хәләл былау һәм башҡа ризыҡтар менән һыйланы. Аллаһ насип итһә, киләһе ярыштар ноябрь айында Баймаҡ ҡалаһында ойоштороласаҡ.

 

БДБҠ Башҡарма комитетының

матбуғат хеҙмәте


Вернуться назад