20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Яулығыңды һал, Гөлшатай!

Яңыраҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм  балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия “Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме тураһында” тип аталған түңәрәк ҡорға бер төркөм башҡорт зыялыларын йыйып, фәһемле һөйләшеү уҙғарғайны. Ошо ҡорҙа ил инәләренән медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллина, филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, БР “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”нең идара ағзаһы Альбина Исхаҡова, башҡа билдәле гүзәл заттарыбыҙҙан “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, телерадиожурналист Әлфиә Батталова, БДМУ доценты, медицина фәндәре кандидаты Римма Сөләймәнова, шағирә Зөлфиә Ханнанова,  БДБҠ Башҡарма комитетының яуаплы сәркәтибе Сәүиә Ғәзизова, йәш мөслимә ҡыҙҙар,  ир-ат затынан эшҡыуар Сәғит хажи Исмәғилев, БДБҠ Башҡарма комитетының Йәштәр советы рәйесе Фәнзил Әхмәтшин, дин эшмәкәрҙәре һәм журналистар ҡатнашты. Башҡортостанда, Бөтә Рәсәйҙә, элекке Советтар Союзының мосолман динле халыҡтары йәшәгән республикаларында ғына түгел, хәҙерге Европа илдәрендә лә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме менән бәйле булған хиджаб мәсьәләһенең көнүҙәк проблемаға әйләнеп китеүе хаҡында уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙарҙыр, тип уйлайым. Әлеге ҡорҙа башҡалар бәхәсле тип ҡабул итерҙәй ҡараштар буйынса лә фекер алышыу булды, әммә демократик йәмғиәттә фекер төрлөлөгө аша ғына ысын һүҙ һәм намыҫ азатлығына өлгәшеп булыуын онотмайыҡ. Ошо ҡор барышында тыуған уй-кисерештәремде, хөрмәтле милләттәштәр, һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

 

Совет осоронда йәшәгән миллионлаған рәсәйлеләр, бигерәк тә космонавттар  үтә яратып ҡараған “Сүлдең аҡ ҡояшы”  фильмында йәш ҡыҙылармеец Петруханың: “Гөлшатай, битеңде ас инде!” – тигәне күптән инде мәҙәгерәк булып ҡабул ителә торған ләҡапҡа әйләнде. Хәҙер  беҙҙең йәштәребеҙ ул замандарҙа Совет власы тарафынан ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата алып барылған “азат итеү” сәйәсәте, ә Көнбайыш илдәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәштән үк аҙып-туҙып йөрөүгә ымһындырыусы, ялтырауыҡ һәм буш фразеологияға ҡоролған эмансипация хәрәкәте тураһында бигүк хәбәрҙар  түгелдер. Ҡатын-ҡыҙҙы азат та иттек, феминизм байрағы аҫтында ла бошонмай ғына көн итәбеҙ бөгөн. Ә былар ғына ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ысын мәғәнәһендә тулы хоҡуҡлы итеп, уға йәшәйешебеҙҙең барса өлкәләрендә лә ижади үҙбилдәләнеш мөмкинлеген биреп, йәмғиәттә һәм ғаилә мөхитендә бәхетле зат итә алдымы һуң?

Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың көн итмеше бар замандарҙа ла еңелдән булмаған. Әммә  мосолман донъяһы ҡатын-ҡыҙҙарын бер ниндәй хоҡуҡҡа эйә булмаған ҡол рәүешендә күҙ алдына килтереү төптө дөрөҫ түгел. Уларҙы тулыһынса европалаштырып, ҡатын-ҡыҙ булмышын башлыса енси инстинкт менән аңлатып, әхлаҡ ҡанундарын бар тип тә белмәүсе затҡа әйләндереү – иблес ҡотҡосоларының иң әшәке бурысы. Тап шуның өсөн бөгөнгө Гөлшатайҙар араһында биттәрен генә түгел, кендектәрен, күкрәктәрен йә иһә башҡа ғәүрәтле ерҙәрен шар асып, фотоға, киноға төшөүселәр, телеэкрандарҙа инәнән тыума ҡыйшандап йөрөүселәр, интернет селтәрендә шәрә тәндәрен бар донъяға күрһәтеүҙән һис бер оялмаусылар ишәйгәндән-ишәйеп бара. Бына нисек була икән ул эмансипация, бына ниндәй иләмһеҙ, шыҡһыҙ һәм гонаһлы хәлдәргә еткерә икән көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарын “азат итеү” сәйәсәте.

Әйткәндәй, Исламдың әхлаҡ ҡанундарының күп быуаттар дауамында мөслимәләрҙең йәндәрен дә, тәндәрен дә шаҡшылыҡ-аҙғынлыҡ тоҙағына эләгеүҙән һаҡлап килеүсе төп фактор булыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Мосолман донъяһында ҡатын-ҡыҙҙың иманлы, әхлаҡ нормаларына тоғро булыуы арҡаһында ир-ат та нәфсеһен тыя алып, күп төрлө гонаһҡа батыуҙан һаҡлаулы булғанын онотмау зарур.

Ә бына бөгөн килеп, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булып тойолоп,   мосолман ҡатын-ҡыҙы өсөн мотлаҡ тип һаналған хиджабта йөрөү ғәмәле үҙен азатлыҡ, демократия эталоны тип баһалаған Европала ла, әхлаҡи яҡтан һис ҡасан таҙарынып-пакланып, һәр төрлө бысраҡлыҡтан “йыуылып” бөтә алмаусы Рәсәйебеҙҙә лә нигеҙһеҙ бәхәстәр тыуҙырып, ҡайһы бер илдәрҙә хатта закон менән тыйыуға тиклем барып еткән сикләүҙәргә килтерә.

Ни өсөн Исламда ҡатын-ҡыҙҙың хиджаб кейеүе мотлаҡ үтәлергә тейешле норма булып ҡабул ителә һуң? Был ғәмәлдең ғилләһе ниҙә икән? Быны дини тәғлимәт күҙлегенән дә, ғилми ҡараштарға нигеҙләнеп тә иҫбат итеп була.

Тәүрат яҙмаларына ярашлы, Аллаһ тарафынан бар ителгән тәү кешеләр - Әҙәм вә Һауа – ожмах баҡсаһына төшөрөлөп, дөрөҫөн әйткәндә, башҡа хайуани заттарҙан әллә ни айырылып тормай, улар менән сикһеҙ гармонияла йәшәй. Тик йылан сүрәтенә ингән Иблес ҡотҡоһона бирелеп, Һауа ире Әҙәмде әүрәтә лә, мәңгелек танып белеү ағасының емешен – алманы ауыҙ итергә күндерә. Шулай итеп, тәүге гонаһ ҡылына, һәм Әҙәм менән Һауаның күҙҙәре лә, зиһендәре лә асыла. Иң ҡыҙығы – улар үҙҙәренең шәрәлеген күреп, бер-береһенән ояла башлай, шунан бирле шәрә тәндәрен ҡаплау зарурлығы ла барлыҡҡа килә. Аллаһ та уларға бына ни әйтә: “Һеҙ минең тыйыуымды тотмайынса, хәҙер беҙҙең кеүек булдығыҙ. Бынан ары тир түгеп, ашар ризығығыҙҙы үҙегеҙ табасаҡһығыҙ. Ә һин, Һауа, бик ауыртынып вә һыҙланып, бала табасаҡһың”. Был үтә боронғо дини риүәйәттә үҙенсәлекле кинәйә менән кеше йәшәйешенең тәрән философик асылы күрһәтелгән. Үҙен һәм үҙе кеүек үк башҡа берәүҙе, шул иҫәптән ҡаршы енес затын, тирә-йүндәге бар нәмәне лә танып белә алыу халәтенә ингән әҙәми затҡа тәү тапҡыр аңлы яуаплылыҡ йөкмәтелә. Дини тәғлимәткә ярашлы, кеше тап ошо рәүешле хайуани заттар донъяһынан айырылып сыға, кешелек тарихында тәүге аҙым яһала. Иғтибар итегеҙ: аңлы, зиһенле кешелә иң элгәре оят тойғоһо бар була, ә хайуандар, ысынлап та, оят тигәнде һиҙмәй ҙә, белмәй ҙә. Тап шуның өсөн аңлы кешеләрҙең тәүге маҡсатлы ғәмәле – оят ерҙәрен ҡаплау була.

Әйткәндәй, монотеистик диндәрҙең барыһы ла кеше тәненең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ ғәүрәттәренең ябыулы булыуын талап итә. Мәҫәлән, христиан монахинялары кейемдәренең әҙәп ҡанундарына ярашлы булыуын белмәгән кеше юҡ, һәм улар һәр саҡта ла баштарына яулыҡ бөркәнгән була. Исламда ла был ҡанун, геоклиматик һәм милли үҙенсәлектәргә яраҡлаштырып, теүәл үтәлә килә. Мосолман ҡатын-ҡыҙы яҡында сит-ят ирҙәр булған ваҡытта, шулай уҡ үҙ йортонан ситкә сыҡҡан сағында хиджабта булырға тейеш. Хиджаб – ҡатын-ҡыҙҙың ни рәүешле кейенергә тейешлеген генә аңлатмай, ә уның ғиффәтле, әҙәп-әхлаҡлы, инсафлы булыуын талап итә. Әлбиттә, ғәрәп илдәрендәге кеүек, мөслимәләр бар ерҙә лә күҙ тарафы ғына асыҡ булған махсус кейем – пәрәнжә йә иһә ниҡабкеймәй, мосолман донъяһында кейемдең милли һәм географик үҙенсәлектәре лә инҡар ителмәй. Һиндостан халыҡтарында ла Ислам киң таралған, һәм сари кейгән һинд мөслимәләренә бер ниндәй ҙә дәғүә белдерелмәй. Әйткәндәй, ошо ҡабатланмаҫ цивилизация үҙәктәренең береһе булған илдә ҡатын-ҡыҙҙың ғиффәтле булыуы ошо йәмғиәттең төп әхлаҡи талаптарына яуап бирә.

Ғөмүмән, хиджаб ҡағиҙәләрен үтәү ҡатын-ҡыҙҙың сит-ят кешеләр араһында үҙенең әҙәпле, тәүфиҡлы булыуын тыштан уҡ белдереп тороп, уны башҡа бер ир затының вәсүәсәһенән, йәғни, әҙәпһеҙ ҡараш-ымһыныуынан, тиктомалға бәйләнеүенән һәм дә оятһыҙ мөнәсәбәтенән һаҡлап тора. Башлыса, еңел-елпе, ярым яланғас кейенеп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси ниәт менән ҡылынған енәйәт ҡорбанына әйләнеүе ошоға дәлил түгелме ни?

Әммә бөгөн төрлө кимәлдәге чиновниктар был хаҡта уйлап ҡарарға ла теләмәй, хиджабты ниндәйҙер кәрәкһеҙ, файҙаһыҙ, хатта йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә зыян килтереүсе күренеш, тип баһаларға ла әҙер. Эйе, улар ҡатын-ҡыҙ кейгән күлдәктең еңле, декольтеһыҙ, йә иһә уның итәгенең ниндәй оҙонлоҡта, кейеменең ниндәй төҫтә булыуына бер ниндәй ҙә дәғүә белдерә алмай, әммә ҡәҙимге яулыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан төрлө ойошма-учреждениеларҙа булғанда, йәиһә эш урындарында уларҙан ошо баш кейемен мотлаҡ һалыуҙы талап итә. Күрәһең, хәҙер бындай ташбаш чиновниктарға, әлеге ҡыҙылармеец Петрухаға оҡшатып, “Яулығыңды һал, Гөлшатай!” – тип бойороҡ бирергә генә ҡала.

Бындай хәлдәрҙе тик иронияға, көлкөгә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ябай яулыҡтың артында кеше хоҡуҡтары төшөнсәһе ятыуын онотмау фарыз. Рәсәй Конституцияһының 19статьяһында граждандарҙың социаль сығышына, расаһына, милләтенә, теленә һәм диненә ҡарап, уларҙыңхоҡуҡтарының ниндәй ҙә булһа ла  формала сикләнеүе тыйыла тип иғлан ителһә, Төп закондың 22статьяһында һәр кемдең иреккә һәм шәхси тейелгеһеҙлеккә хоҡуғы теркәлгән. Ә ҡатын-ҡыҙҙарға хиджабта йөрөүҙе тыйыу уларҙың хоҡуҡтарын дини нигеҙҙә сикләү түгелме ни? Әгәр мәктәптә класс етәксеһе йәки ошо туҙға яҙмаған тыйыуҙы мотлаҡ үтәргә ынтылыусы мәктәп директоры яулыҡлы үҫмер ҡыҙ баланы уҡыу йортона индермәһә, уның башынан яулығын һыпырып алырға әҙер торһа, бындай “тәрбиәселәр”  Конституция нормаларын бар тип тә белмәй, илдең йәш гражданына ҡарата енәйәт ҡыла, тигән һүҙ был. Тимәк, был осраҡта эш тик яулыҡта ғына түгел, ә кеше хоҡуҡтарының теүәл үтәлеүендә.

Яңыраҡ мәғариф министрлығында юғары вазифа биләүсе милләттәшебеҙгә дин ҡанундарын үтәргә теләүсе үҫмер ҡыҙҙҙарға мәктәптә яулыҡ ябынып йөрөргә рөхсәт итеү мөмкинлеге булыу-булмауы хаҡында һорау биргәйнеләр. Ул, Конституция буйынса мәктәптең донъяуи принципҡа ҡоролоуы һәм диндән айырымланған булыуына һылтанып, ҡыҙҙарҙың уҡыу йортонда яулыҡ ябынып йөрөүенең законға тура килмәүе тураһында белдерҙе. Ә мәҡәлә башында телгә алынған ҡорға килгән министрлыҡ хеҙмәткәре (ул үҙе ҡатын-ҡыҙ затынан) унан да арттырып ебәрҙе: йәнәһе, Рәсәй закондары, атап әйткәндә “Рәсәй Федерацияһында дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында”ғы законға ярашлы, мәктәптә ҡатын-ҡыҙҙарға, шул иҫәптән уҡыусыларға ла, яулыҡта йөрөү  тыйылған икән. Был ханым халҡыбыҙҙың бер фәһемле әйтемен онотҡан, ахыры: “Туҙға яҙмаған хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә”. Беренсенән, әлеге закондың мәктәпкә бер генә ҡағылышы ла юҡ, икенсенән, ул законда дәүләт хеҙмәтендә эшләүсе граждандарҙың кейеме ниндәй булыуы тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Әлбиттә, бында һүҙ махсус эш формаһы хаҡында ла, һуңғы ваҡытта төрлө ойошмаларҙа талап ителә башлаған дресс-код (кейемдең айырым талаптарға ярашлы булыуы) тураһында ла бармай. Ә мәктәптең диндән айырылған булыуы уҡыу йорттарында уҡыусыларҙы дини тәғлимәткә өйрәтеүҙе тыйыуҙы ғына аңлата. Ошолай булғас, яулыҡҡа бәйле бөгөнгө ситуацияны нисек итеп торғаны бер абсурд, тип әйтмәйһең инде. Ярай әле, ошо хәлдә беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ҙа, мәктәп етәкселәре лә һуңғы осорҙа модаға инеп киткән толерантлыҡ төшөнсәһен ғәмәлдә дөрөҫ аңлап эш итә белә.

Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, уйлап ҡарайыҡ әле. Кемдер урамда ғына түгел, бина эсендә лә яулыҡ ябына икән, ул кемгә зыян итә һуң? Унан, бөтөнөһө лә тора килеп яулыҡ ябына башламаясаҡ, ә хиджабта йөрөүсе ҡыҙҙар хәҙер бер кемде ғәжәпләндермәй ҙә, һис бер кешенең теңкәһенә лә теймәй бит. Ғөмүмән, ошондай әхлаҡи позицияла торған ҡыҙҙар башҡаларҙа, бигерәк тә егеттәрҙә ихтирам тойғоһо ғына уятасаҡ, һәм был бөтөнөһөнә лә билдәле факт.

Ошо мәҡәләмдең аҙағында хиджабты ғилми яҡтан нигеҙләрлек дәлилдәр булыуы хаҡында әйтеп үтеү урынлылыр, тип таптым. Белеүегеҙсә, әҙәм балаһы, башҡа тере заттар кеүек үк, энергетик йән эйәһе булып тора. Ул энергияны үҙләштереү һәләтенә эйә, үҙе лә энергия бүлеп сығара. Энергия – нурҙар донъяһы, беҙ ошо нурҙарҙа ҡойонған мөхиттә көн итәбеҙ. Яратҡан кешебеҙгә лә: “Күҙ нурым!” – тип юҡҡа ғына өндәшмәйбеҙ бит. Ә нурҙарҙың яҡшыһы, йәшәтеүсе-йәшәртеүсеһе менән бер рәттән яманы ла була, ә яуыз заттарҙан сыҡҡаны айырыуса зыянлы була. Халҡыбыҙҙа элегерәк “күҙ тейеү”гә ышаныу көслө булған, бының яман энергетика менән бәйле булыуына шик юҡ. Ғөмүмән, беҙ әлегә биоэнергетика закондары тураһында бик аҙ беләбеҙ. Һәр нәмәнән ышыҡ табып була, яман биоэнергетика йоғонтоһонан да һаҡланып була. Тимәк, энергетика тәьҫиренә тиҙ бирелеүсе ҡатын-ҡыҙ организмы ла ышыҡҡа, ҡаплауға мохтаж. Ә күптәребеҙ хиджабтың да, шул уҡ ябай ғына яулыҡтың да ошондай функция үтәй алыуы хаҡында уйлап та ҡарамай.

Ахырҙа, хиджаб файҙаһына тағы ла бер миҫал. Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, башҡа бер факторҙар (экология, һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫешкәнлеге, халыҡтың социаль-иҡтисади хәле һәм тормош сифаты) тиң булған хәлдә, мосолман илдәрендә ир-ат бүтән цивилизациялы дәүләттәрҙәге ирҙәрҙән оҙағыраҡ йәшәй. Мәҫәлән, Катарҙа, Кувейтта, Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында ир-аттың ғүмер оҙайлығы уртаса 77-78 йәшкә етһә, Бахрейнда, Туниста һәм Сәғуд Ғәрәбстанында был мөһим күрһәткес 73 йәштән артығыраҡ. Быны ғалимдар мосолман илдәренә генә хас булған полигамия (күп ҡатынлылыҡ) һәм мөслимәләрҙең хиджабта йөрөүе менән аңлата. Полигамия мәсьәләһенә айырым туҡталып тормайынса, хиджабтың ни рәүешле ирҙәр һаулығына ыңғай йоғонто яһай алыуын ҡарап үтәйек.

Биологик зат булараҡ, ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы ҡаршы енес вәкиле сифатында ҡабул итә. Был мөнәсәбәт уның өҫкө аңынан бигерәк аҫҡы аңы аша барлыҡҡа килә. Шулай булғас, күҙ алдында ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙ пайҙә булыу менән ир-аттың аҫҡы аңында, ул үҙе теләһә-теләмәһә лә, нейрофизиологик һәм психологик ҡуҙғыу башлана, ә был эске көсөргәнеш һөҙөмтәһендә байтаҡ эске энергия сарыф ителә, хатта ошо хәлдән арыныу өсөн дә ир кешенең организмында тотҡарлау процестарының булыуы мотлаҡ. Ә һөҙөмтә ниндәй? Ҡатын-ҡыҙҙың ҡапланмаған ғәүрәттәре менән бәйле йөҙәр, меңәр тапҡыр ҡабатланып торған ситуацияларҙа ир-ат организмы стресс кисерә, ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәк тибешенең ритмы боҙола, дөрөҫөн әйткәндә, ул буштан-бушҡа “янып”, ваҡытынан алда үҙ сифатын юғалта, иҫкерә, туҙа. Былар хиджабтың ҡатын-ҡыҙҙың үҙенән бигерәк ирҙәр өсөн кәрәкле булып, уның ни тиклем урынлы һәм файҙалы икәнлегенә ишара түгелме ни? Әле бәйән ителгәндәр бән фәҡирегеҙҙең генә шәхсән ҡарашы түгел, Европа ғалимдары үҙҙәре уҙғарған тикшеренеүҙәр аша тап ошондай һығымталарға килгән. Шулай булғас, үҙебеҙҙе үҙебеҙ харап итә торған юлға баҫмаһаҡ, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, донъяуи ҡанундарға ғына һылтаныуыбыҙҙан туҡтап тороп, дин вә әхлаҡ ҡағиҙәләренә өҫтөнлөк бирһәк, сафлыҡ һәм изге эштәр тантана иткән мөхит тыуҙырыуға мотлаҡ өлгәшер инек.

 

Вәлиәхмәт Бәҙретдинов.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы