Главная > Анонс мероприятий > “Аҡмулланың алтын көҙө”

“Аҡмулланың алтын көҙө”


21-10-2011, 09:30. Разместил: 147258951

2011 йылдың 22 октябрендә Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы “Башҡорт ҡоролтайы” күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе һәм шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы “Аҡмулланың алтын көҙө” тип аталған мәҙәни байрам уҙғара. Был байрамда Миәкә районы вәкилдәре, Мифтахетдин Аҡмулла премияһы лауреаттары, Башҡортостан ғалимдары һәм яҙыусылары, Сибай филармонияһы артистары ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад