Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында (Өфө ҡалаһы) Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән делегация үҙ халҡының “Олонхо” героик эпосы менән таныштырҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Саха (Яҡут) Республикаһының мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры урынбаҫары Ариан Ермолаев, ике халыҡтың танылған ғалимдары, олонхо оҫталары, студенттар ҡатнашты.