20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Ил таяныр зат ул ҡатын-ҡыҙ!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең III отчет-һайлау конференцияһы республика тормошонда оло ваҡиға булды. Өфөләге “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайына республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан һәм хатта Рәсәй төбәктәренән 500-гә яҡын гүзәл зат йыйылды.

            Сараны асып, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны. Розалия Әсфәндиярова күтәргән эскеселек, наркомания, демография проблемалары береһен дә битараф ҡалдырманы.

-          Бөгөн йәмғиәтебеҙ тәрән рухи тетрәнеү кисерә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы ла баҙар мөнәсәбәттәре көрсөгөнә килеп терәлде, быуаттарҙан быуаттарға ҡәҙерләп һаҡланып килгән изге төшөнсәләр, изге ҡиммәттәр һанға һуғылмай, тыуған еребеҙгә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡараштар үҙгәрә, ғәзиз Ватаныбыҙҙы, әсәйҙәребеҙ телен ихтирам итеү, ололоҡлау кәмей. Бигерәк тә ошондай болғауыр заманда халҡыбыҙға, милләтебеҙгә, телебеҙгә хеҙмәт итеү буйынса юғары гражданлыҡ позицияларына баҫҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының фиҙәҡәр эшмәкәрлеге, әүҙемлеге, егәрлелеге талап ителә, -  тип белдерҙе ул.

            Бөгөн республикала 2 169 905 гүзәл зат, 1 896 088 ир-егет йәшәй. Уртаса ғүмер оҫонлоғо ирҙәр – 63, ҡатын-ҡыҙҙар араһында – 75 йәш тирәһе. Тимәк, гүзәл заттар күберәк тә, оҙағыраҡ йәшәй.

-          Башҡорт, татар, урыҫ ҡатындары һәр ваҡыт изгелек һәм хәҡиҡәт һағында торҙо, - тип билдәләне үҙ сығышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәл башланғысы бөтөн Рәсәйҙә танылыу алды. «Айыҡ ауыл» проекты ғына ни тора! Ошо төптән уйлап ойошторолған конкурс һәм тәрбиә саралары нисә ауылды «йәшел йылан» ҡосағынан ҡотҡарҙы. Анатоль Франстың «Ҡатын-ҡыҙҙар – ирҙәрҙең бөйөк тәрбиәсеһе» тигән һүҙҙәр беҙгә яҡшы таныш.

            Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙы бер үк проблемалар борсой: балаларыбыҙҙың киләсәге, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, әхлаҡи тәрбиә биреү, демография һәм башҡалар. Республикала әсәлекте, балалыҡты яҡлау, ҡатын-ҡыҙ статусын күтәреү буйынса ла күп эш эшләнә, яңынан-яңы закондар ҡабул ителә, — тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәисе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. Лилиә Салауат ҡыҙының әйтеүенсә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Бөгөн республикала 19 мең тирәһе етем бала, 14 мең инвалид сабый бар, йыл һайын 16 мең самаһы ғаилә тарҡала. Ғаиләлә булған ҡырыҫ мөғәлләмдән ыҙа сиккән ҡатын-ҡыҙ һәм балалар мәсьәләһе, уҙған йылда республикала теркәлгән һәр дүртенсе үлтерештең нәҡ шундай шарттарҙа килеп сығыуы, быға ҡаршы закондар булмауы ла хәүф уята.

            Бынан тыш, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның — илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен тәьмин итеү буйынса дәүләт сәйәсәте, “Ағиҙел” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилеваның — эшҡыуарлыҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһаринаның йәмәғәт ойошмалары үҫешендә гүзәл заттың роле тураһындағы сығыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

            Съезд аҙағында резолюция ҡабул ителде, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең рәйесе һайланды. Конференцияла ҡабул ителгән ҡарарҙар илдә ҡатын-ҡыҙ абруйын күтәрер, уларҙың тормошондағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тиҙләтер тигән өмөт бар.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы