20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » “Урал батыр”ға ауаздаш “Олонхо”
“Урал батыр”ға ауаздаш “Олонхо”


Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия  университетында (Өфө ҡалаһы) Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән делегация үҙ халҡының “Олонхо” героик эпосы менән таныштырҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Саха (Яҡут) Республикаһының мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры урынбаҫары Ариан Ермолаев, ике халыҡтың танылған ғалимдары, олонхо оҫталары, студенттар ҡатнашты.

            Билдәле булыуынса, бынан ике аҙна элек Башҡортостан һәм Саха (Яҡут) республикалары араһында “Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өфөлә үткәрелгән презентация республикалар араһындағы хеҙмәттәшлектең башланғысы булып тора.

            Алыҫ тарафтан килгән ҡунаҡтар тәүҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды. Артабан сара университетта дауам итте.

            — Һәр халыҡ үҙенең иҡтисади ҡеүәһе менән түгел, тәү сиратта рухи мираҫына ҡарата яҡшы мөнәсәбәте менән көслө, — тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. — “Олонхо” героик эпосындағы кеүек үк уға ауаздаш беҙҙең “Урал батыр”ҙа ла яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш, яҡшылыҡ ҡылыу, тәртипле балалар үҫтереү кеүек мәсьәләләрҙе ҡуйған рухи ҡомартҡы һәр быуын өсөн үрнәк булып тора. Яҡуттар бөйөк әҫәрен донъя кимәлендә алдараҡ танытып өлгөрҙө, шуға ла бөгөнгө презентацияны ҡарау беҙгә “Урал батыр” эпосын пропагандалауҙа һәм уникаль халыҡ ижады үрнәге  булараҡ бар ҡитғаларға танытыу өсөн өлгө бирә.

            — “Олонхо” менән Париж, Шанхай, Мәскәү халҡы алдында сығыш яһаныҡ. Өфөлә оло сарала ҡатнашҡанда ла тулҡынланыуыбыҙ кәмемәй, — тине Ариан Ермолаев. — Хәҙерге заманда эпос халыҡтың телен, милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Был йәһәттән бөгөн беҙ Башҡортостан менән берҙәмлектә мөһим аҙым яһаныҡ.

            Саханан килгән делегация Өфөлә  биш көн буласаҡ. Ауыҙ-тел ижадын хәҙерге заман шарттарында һаҡлап ҡалыу проблемаларына арналған “түңәрәк өҫтәл“ үткәреү, ғалим-фольклорсылар тарафынан  оҫталыҡ дәрестәре биреү ҡаралған.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы