20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Хөрмәтле Иршат Мөхәрәм улы!


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Һеҙҙе оло юбилейығыҙ – 50 йәшегеҙ тулыу менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!

         Барлыҡ милләттәштәребеҙ, шул иҫәптән беҙ ҙә, Һеҙҙе тыуған халҡыбыҙға фиҙакәр хеҙмәт итеүсе, уның мәнфәғәттәрен һәр ваҡыт яҡлап сығыусы шәхес, эшҡыуар тип белә.

         Тормош юлығыҙға күҙ һалһаң, Һеҙҙең барлыҡ уңыштарығыҙ эшһөйәрлектән, тәүәкәллектән, алдығыҙға юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй белеүҙән икәненә ышанаһың.

         Һеҙ талапсан ойоштороусы, эшегеҙҙә һәр ваҡыт яңы алымдар ҡулланаһығыҙ, төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек итәһегеҙ. Күпме кешегә эш урындары булдырылған Өфө ҡалаһындамы, тыуған  ауылығыҙ Аҡһарыламы, барыһына ла Һеҙ етәкселек итәһегеҙ. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асылған  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетындағы “Бизнес-үҙәк” башҡорт халҡында үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырҙы.

          Ниндәй генә вазифаларҙа эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙ башҡорт ижтимағи тормошонда халыҡты рухи яҡтан үҫтереү, уны борсоған төрлө проблемаларҙы хәл итеү юлында әүҙем эш алып бараһығыҙ, һәр ваҡыт йәмәғәтселек эшенә, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына ла һәр саҡ ярҙам иттегеҙ һәм итәһегеҙ. Һеҙҙең спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеп үткәргән сараларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Ә күпме мәктәптәрҙә Һеҙҙең ярҙам менән башҡорт кластары биҙәлде, матди-техник базаһы нығытылды.

Хөрмәтле Иршат Мөхәрәм улы! Киләсәктә лә оҙон ғүмерегеҙгә етмәле егеттәр дәрте, дауамлы дарман, изге эштәрегеҙҙе халҡыбыҙҙың яҡты киләсәге хаҡына арымай-талмай уңышлы дауам итерлек, ниәттәрегеҙҙе бойомға ашырырлыҡ көс-ғәйрәт, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

 

Оло хөрмәт менән,

 

Йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)”

Башҡарма комитеты рәйесе                                                                                    М. Йосопов

        

29 октябрь 2011 йыл.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы