Мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Камалетдиновтың (Аҡмулла) ижады башҡортҡа ғына түгел, ҡаҙаҡҡа, үзбәккә һәм башҡа төрки халыҡтарға ла яҡын. Ул ғилем таратҡан ерҙәрҙә әле лә исемен ололап телгә алалар, ижадын өйрәнәләр. Мәғрифәтсенең һуңғы төйәге — Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында иһә биш йыл һайын Аҡмулла байрамын уҙғарыу йолаһы йәшәй.
Быйыл сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов етәкселегендәге Өфө ғалимдары делегацияһы, Аҡмулланың яҡташтары, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мейәс ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, бында йәшәүсе милләттәштәребеҙ йыйылды.
Аҡмулла байрамы ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Унда Силәбе өлкәһенең аҫаба халҡы — башҡорттарға арналған бүлек бар. Музей хеҙмәткәрҙәре милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙ һындары, бишек, көнкүреш әйберҙәре ярҙамында бер мөйөштә башҡорт тирмәһен кәүҙәләндерергә тырышҡан. Икенсе мөйөштә Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған стенд бар.