20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Ноябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Этҡол батырҙарына бүләккә – көрәш келәме!
Этҡол батырҙарына бүләккә – көрәш келәме!

Ишембай ҡалаһының Спорт һарайында милли көрәш буйынса республика турниры үткәрелде
Сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина ла килгәйне. Ул районыбыҙҙың иң таҫыл көрәшселәрен тәрбиәләгән Этҡол ауыл мәктәбе командаһына көрәш  келәме бүләк итте.
- Этҡол егеттәре был бүләккә лайыҡлы. Тренерҙары Сәлим Байисламов менән уларҙы ошо спорт төрөнә ғашиҡ кешеләр тип әйтһәң дә була. Һәр ваҡыт әүҙем шөғөлләнәләр, район-ҡала кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып торалар һәм еңеүһеҙ ҡайтҡандары юҡ, - тине Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәфҡәт Ғарифуллин бүләкте ҡабул итеп.
Ярыштың ошондай күңелле ваҡиғанан башланыуы көрәшселәргә сәм өҫтәгәндәй булды һәм еңеүгә ынтылыш бирҙе. Турнирҙың баш судьяһы итеп Рәсәй һәм Башҡортостандың милли көрәш буйынса чемпионы, Маҡар ауылы мәктәбе тренеры Алик Яҡупов тәғәйенләнде.
Ярышта Ишембай, Мәләүез райондары,   Стәрлетамаҡ ҡалаһы көрәшселәре өс төркөмгә бүленеп көс һынашты. Уйынсылар араһында хатта 10 йәш-лектәр ҙә бар ине.Төрлө ауырлыҡ категорияһында  Мәләүездән Рөстәм һәм  Фәнүр Кәшәфетдиновтар, Фәрит Мөрсәлов,  Альберт Рәхмәтуллин,  Урман- Бишҡаҙаҡтан Дамир Ишкинин, Рөстәм Ишкинин, Илдар Ишембаев, Эмиль Ғималетдинов, Этҡолдан Айҙар Халиҡов, Стәрлетамаҡтан  Илдар Моратов беренсе урынға сыҡты.
Абсолют чемпион исеменә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенты Илдар Моратов лайыҡ булды. Әйткәндәй, Илдарҙың тренеры беҙҙең яҡташыбыҙ - Йәнырыҫ ауылынан, бик күп спорт төрҙәре буйынса спорт мастеры Нурулла ағай Хисмәтуллин.
Ярыш барышында беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина менән әңгәмәләштек.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан йәш быуынға сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға  ҙур иғтибар бүленә. Республика буйынса “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” исемле түңәрәк өҫтәл, семинарҙар ойошторола. Шулай уҡ милли көрәш буйынса район һәм ҡала кимәлендәге ярыштар үткәрелә.  Ошондай ярыш яңыраҡ  ҡына Баймаҡ районында уҙҙы. Шулай уҡ уны Миәкә, Стәрлебаш, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында ла үткәреү планлаштырыла. Милли спорт төрө булараҡ көрәште пропагандалау мәсьәләһе, әлбиттә, урындарҙа спорт инвентарҙарының булыу-булмауынан да тора. Шунлыҡтан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышында көрәш секциялары, тренерҙары булған башҡорт мәктәптәренә көрәш өсөн келәмдәр бүләк итергә ҡарар иттек. Яңы йылға тиклем беҙ республика буйынса 30 мәктәпкә ошондай көрәш келәмдәре  бүләк итәсәкбеҙ. Бөгөн уны Ишембай районы Этҡол ауыл мәктәбенә тапшырҙыҡ. 2012 йылда келәмдәр һанын  ике йөҙгә тиклем еткерергә тигән уйыбыҙ бар. Был тәү сиратта беҙҙең йәш егеттәребеҙ, батырҙарыбыҙҙың көрәшкә булған ынтылышын тағы ла  үҫтереүҙә ҙур роль уйнаясаҡ, - тине  Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Ул шулай уҡ Баш-ҡортостан ауылдарында старт  алған “Айыҡ ауыл” акцияһының барышына ла туҡталып китте.
- Ноябрь аҙағында акция һөҙөмтәләрен билдәләп үтергә йы-йынабыҙ. Быйыл республика буйынса акцияла күп райондар ҡатнашты. Ауылдарҙа эскелекте төбө-тамырынан өҙөп ырғытыр өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды. Урындағы хакимиәттәр сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙы, спорт, мәҙәни саралар ойошторҙо. Беҙҙең бөтә булған милли байрамдарҙы ла улар эскеһеҙ ойоштороуҙо төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Киләсәктә лә Ҡоролтай  һау-сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау эшен дауам итәсәк, бындай сараларҙы  ойоштороп торасаҡбыҙ, - тип тамамланы һүҙен Гөлнур Ҡолһарина.
Ҡалабыҙҙа үткән был турнирҙан яҡты уйҙар менән сыҡтыҡ. Милли көрәшкә республика кимәлендә иғтибар бирелә икән, тимәк, был спорт төрөнөң киләсәге бар  һәм һабантуй батырҙары ғына түгел, ә ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеүсе егеттәр үҫәсәк беҙҙә. 
Роза ЙӘНБИРҘИНА.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы