20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Ноябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Марсель Йосопов машина эшләүселәр менән осрашты
Марсель Йосопов машина эшләүселәр менән осрашты

РФ Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы, оборонаны һәм дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән федераль бюджет аҡсалары сығымдарын ҡарау буйынса комиссия ағзаһы, Рәсәйҙә билдәле эшҡыуар Марсель Йосопов “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы менән предприятие цехтарының береһендә осрашты.
Ул тәүҙә компанияның музейында булып, заводтың ойошторолоу тарихы, бөгөнгөһө менән танышты. Транспортта йөрөүгә, яғыулыҡҡа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бер туҡтауһыҙ үҫеүсе тарифтар – был  мәсьәләләр һәммәһен дә борсой. Ғәмәлдәге депутатҡа һорауҙар ҙа башлыса ошо өлкәләргә ҡағылды.
Машина эшләүселәрҙе тыуған предприятиеһының киләсәге бигерәк тә борсой.
– Илебеҙҙең хәрби көстәре реформаһы тормошҡа ашы-рылған мәлдә оборона комплексын модернизациялауға күп кенә аҡсалар йүнәлтелергә тейеш. Оборона министрлығынан етди заказ алған хәлдә һеҙҙең предприятиеның ҡеүәттәрен тулы көсөнә эшләтергә мөмкин булыр ине. Рәсәй Хөкүмәте “Витязь”ға ошондай мөмкинлекте бирер һәм коллективты тотороҡло эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итер,  - тигән ышаныс белдерҙе Марсель Харис улы.
* * *
Ошо уҡ көндө Балаларҙың сәнғәт мәктәбенең тамашалар залында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов  Ишембай районы муниципаль районы йәмәғәтселеге менән осрашты. Залда бер генә буш урын булманы, күптәр ҡала ҡунағын аяҡ өҫтө баҫып тыңланы. Халыҡтың был шәхескә ҡарата иғтибары аңлашыла – РФ Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, закондар сығарыу эшмәкәрлегенән тыш, бик күп изге эштәре менән танылыу тапҡан.
Милләттәшебеҙҙең  арҙаҡлы шәхесе, көрәш батыры, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙаған тренеры Харис Йосоповтың улы булыуы ла күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.

Гузәл ЗАҺИҘУЛЛИНА.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы