20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Ноябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында юбилей тантаналары уҙҙы
Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында юбилей тантаналары уҙҙы

19 ноябрҙә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында күренекле ғалим-тюрколог, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Жәлил Кейекбаевтың тормош һәм ижад юлы” темаһына республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Конференцияны Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Самат Ғәлиуллин алып барҙы. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡотланы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин Республика Хөкүмәтенең ҡотлау хатын тапшырҙы.
“Жәлил Кейекбаевтың ғилми эшмәкәрлеген дәрестәрҙә өйрәнеү” темаһына доклад менән Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнүзә Заһиҙуллина, Сәйетбаба мәктәбе уҡыусыһы Айгиз Аҫылбәковтар сығыш яһаны. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Әхмәр Аҙнабаевтың “Ж. Кейекбаевтың билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы һәм уның тел ғилемендә ҡулланылышы”, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимовтың “Жәлил Кейекбаевтың милли матбуғатты үҫтереүҙәге роле”, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Лира Фәйзуллинаның “Ауылдашым хаҡында хәтирәләр” тигән темаларға сығыштары бик ҡыҙыҡлы һәм эстәлекле булды. Нияз Сәлимов, Ж. Кейекбаевтың исемен мәңгеләштереү өлкәһендә байтаҡ эштәр башҡарылһа ла, уның 80 йыллығын билдәләгәндә үк әйтелгән тәҡдимдәрҙең бөгөнгәсә үтәлмәүен әсенеп телгә алды. Ул ғалимдың йорт-музейы алдында уның бюсын урынлаштырыу, Ҡаранйылғала социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, БДУ-ға уның исемен биреү кеүек мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән хәл итергә кәрәклеге хаҡында ла әйтеп үтте.
Конференцияла Башҡортостан Яҙыусылар Союзынан да күп вәкилдәр ҡатнашты. Ирек Кинйәбулатов, Рәшит Низамов, Гөлнур Яҡуповалар арҙаҡлы ғалим хаҡында бик хисләнеп һөйләне. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиниәт Ҡунафин Ж. Кейекбаевты фән юлындағы бер маяҡҡа, яҡтылыҡ йырсыһына тиңләне. Ул ошо йылдың 25 октябрендә  Башҡорт дәүләт университетында “Профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай, төрки тел ғилемен үҫтереүгә индергән ижади өлөшө» тигән темаға уҙғарлған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция тураһында мәғлүмәт бирҙе. Конференцияның эшендә, Башҡортостан ғалимдарынан тыш, Мәскәүҙән, Ҡазандан, Якутскиҙан һ.б. ҡалаларҙан арҙаҡлы тел белгестәре ҡатнашҡан. Пленар ултырышта филология фәндәре докторҙары М.В.Зәйнуллин, Ғ.С.Ҡунафин, Рәхим Мерәҫов, Ҡаҙағстандан К.К.Садирова һәм Ҡазандан М.З.Зәкиевтар бөйөк ғалимдың ғилми һәм әҙәби мираҫының төрлө аспекттарына арналған докладтар менән сығыш яһаған. Секция ултырыштарында хәҙерге башҡорт, төрки һәм урал-алтай тел белеменең актуаль мәсьәләләре ҡаралған. Конференцияға тәҡдим ителгән ғилми докладтар айырым йыйынтыҡ итеп баҫып сығарылған.  Юбилей айҡанлы Башҡорт дәүләт университетының редакция-нәшриәт бүлеге йәнә Ж.Ғ.Кейекбаев хаҡында библиографик белешмә һәм академик Мирфатых Зәкиев авторлығындағы тулыландырылған яңы баҫманы донъяға сығарған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән Башҡарма комитеттың яуаплы секретары Сәүиә Ғәзизова сығыш яһаны. Ул, Ғафури ҡыҙы булараҡ, район хакимиәтенең, бигерәк тә йәмәғәтселектең, арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың 100 йыллығын үткәреү буйынса күптән эш алып барыуы хаҡында әйтеп, район етәкселегенә, Сәйетбаба ауыл хакимиәтенә, мәктәп етәкселегенә һәм уҡытыусылар коллективына, урындағы ҡоролтай ағзаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән оло рәхмәт һүҙен белдерҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бер нисә Маҡтау ҡағыҙын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына Ж.Ғ.Киекбаевтың йорт-музейы директоры Ғ. Шәйәхмәтов, атаҡлы ҡурайсы, музыка уҡытыусыһы И. Байбулдин һәм тарих уҡытыусыһы Р.Латыпов лайыҡ булды.
Жәлил Кейекбаев премияһын тапшырыу тантанаға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Премияны район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тапшырҙы. Был премияға быйыл өс кеше – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әүҙем йәмәғәтсе, һуңғы бер нисә йылда ғына 10 китап нәшер итеп сығарыусы Вилдан Шәрипов, күренекле яҙыусы Лира Яҡшыбаева һәм шағир, драматург Кәбир Аҡбашев лайыҡ булды. Хакимиәт башлығы, уларға түшкә таға торған билдә һәм аҡсалата бүләк тапшырып, киләсәктә лә ғалимдың исемен мәңгеләштереү өлкәһендә әүҙем эшләүҙәрен, иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Конференцияла ҡатнашыусылар йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт ҡабул итте.
Артабан саралар Ж.Кейекбаевтың тыуған төйәге Ҡаранйылға ауылында дауам итте. Унда билдәле ғалимдың йорт-музейы булдырылған.  Музей директоры Ширияздан Шәйәхмәтов арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү һәм музейҙы төрлө экспонаттар менән байытыу буйынса ҙур эш алып бара. Ғалимдың йорт-музейы алдындағы майҙанда “Туғандар һәм таныштар” романынан өҙөк сәхнәләштерелде. Килгән ҡунаҡтар йорт-музейҙағы бай экспонаттар менән танышты, һуңынан Ҡаранйылға ауыл клубында уҡыусы балалар сәхнәләштергән “Урман әкиәттәре”нән өҙөк ҡараны.
Данлыҡлы ғалимдың тыуған яғында уҙғарылған юбилей саралары унда ҡатнашыусыларҙа бик йылы тәҫьораттар ҡалдырҙы.


С. Минигалиевна

Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында юбилей тантаналары уҙҙы
Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында юбилей тантаналары уҙҙы
Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында юбилей тантаналары уҙҙы
Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевтың тыуған яғында юбилей тантаналары уҙҙы

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы