20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Ноябрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » “Жәлил Кейекбаевтың тормош һәм ижад юлы”
“Жәлил Кейекбаевтың тормош һәм ижад юлы”

“Жәлил Кейекбаевтың тормош һәм ижад юлы” темаһына уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙың  йәмәғәтселеккә мөрәжәғәте

Бар донъяға билдәле тюрколог, ғалим-лингвист, профессор, башҡорттар араһынынан сыҡҡан беренсе телсе-ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев Башҡортостан фәненә һәм әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индерҙе. Бөгөн Жәлил Кейекбаев башлаған ижади эште уның коллегалары, күп һанлы уҡыусылары дауам итә. Әммә ул ҡалдырған мираҫты киләсәк быуындарға еткереү һәм ғалимдың исемен мәңгелләштәреү маҡсатында атҡараһы эштәр байтаҡ әле. Ошо бурыстарҙы бойомға ашырыуҙа республикабыҙҙың ғилми учреждениелары, интеллигенция вәкилдәре, киң матбуғат саралары, дәүләт ойошмалары, нәшриәттәр, ғалим-яҙыусылар, ғалимдың яҡташтары ла ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Әйтелгәндәрҙән сығып, “Жәлил Кейекбаевтың тормош һәм ижад юлы“ темаһына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итә:

1. Жәлил Кейекбаевтың исемен мәңгелләштереү маҡсатында түбәндәге эштәрҙе атҡарып сығырға:
а) Башҡорт дәүләт университетына Ж.Кейекбаев исемен биреүгә өлгәшергә;
       б) Ж. Кейекбаевтың күп яҡлы хеҙмәттәрен, урал-алтай телдәренең туғанлығын кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилләүен, башҡорт телен үҫтереүгә, башҡорт әҙәбиәтен байытыуға, башҡорт тел ғилемен донъя кимәлендә танытыуға өлгәшеүен иҫәпкә алып, ғалимды (үҙе үлгәндән һуң) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итергә;
в) Ҡаранйылға ауылындағы йорт-музей базаһында заманса проектланған (проекты 2008 йылда уҡ төҙөлгән һәм БР Хөкүмәтенә тапшырылған), музейҙан, фельдшер-акушерлыҡ пунктынан, китапхананан, тамаша, уҡыу залдарынан торған социаль-мәҙәни үҙәк төҙөтөү мәсьәләһен хәл итеүҙе һорарға;
г) Ғалимдың тыуған ере – Ҡаранйылға ауылындағы йорт-музейы алдына уның бюсын ҡуйҙыртырға.
2. Бай йөкмәткеле мәғариф тарихы традицияларын иҫәпкә алып, районда кисекмәҫтән халыҡ мәғарифы музейын булдырырға. Бының өсөн район Хакимиәтенән ошоға ярашлы бина биреүҙе һорарға, был эште ойоштороуҙы мәғариф бүлегенә йөкмәтергә.
3. Ж. Кейекбаев мираҫына тоғро ҡалып, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү буйынса эште дауам итергә.
4. Башҡортса төшөрөлгән йәнһүрәттәрҙең бик аҙ икәнлеген һәм уларҙың башлыса рус теленән туранан-тура тәржемә рәүешендә генә булыуын иҫәпкә алып, “Башҡортостан” киностудияһына Ж. Кейекбаевтың “Урман әкиәттәре” нигеҙендә башҡортса йәнһүрәттәр төшөрөүҙе тәҡдим итергә; “Туғандар һәм таныштар” романының һутлы, халыҡсан тел менән яҙылыуын иҫәпкә алып, ошо роман буйынса кинофильм төшөрөүҙе тәҡдим итергә.
5. Ҡаранйылға ауылына газ һәм һыу үткәртеүҙе, Ҡаранйылға һәм Сәйетбаба ауылының Кейекбаев һәм башҡа үҙәк урамдарына асфальт һалыу һәм башҡа урамдарға ҡырсынташ түшәү мәсьәләһен хәл итеүҙе һорарға.
6. Сәйетбаба төбәге ауылдарының иҡтисади үҫешен тәьмин итерлек ауыл хужалығы предприятиеһын ойоштороуға булышлыҡ итергә.
7. Төбәктең хозур тәбиғәтен, тәбиғәт ҡоматҡыларын, боронғо сәнәғәт өлгөһө булырҙай тирмән һәм сар таштары эшкәртеү урындарын, археологик ҡомартҡыға тиң таш харабаларын һаҡлап алып ҡалыу, шулай уҡ төбәк халҡының төп кәсебе булған умартасылыҡҡа зыян килтертмәү маҡсатында Ҡаранйылға ауылы эргәһендәге тауҙарҙы сеймал сығанағына әйләндерергә тырышыусыларға ҡаршы аныҡ саралар күреүҙе һорарға.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы