Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Марсель ЙОСОПОВ Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән дә осрашты.
- Халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни үҫеше мән-фәғәтендә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү кеүек изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы ойошмалары эшмәкәрлегендә был маҡсат беҙҙең дөйөм эшебеҙгә, мөһим бурыстарыбыҙҙың береһенә әйләнергә тейеш, - тине Марсель Йосопов урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән осрашҡанда.