20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2011    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Үзбәкстан башҡорттары тыуған илен онотмай
Үзбәкстан башҡорттары тыуған илен онотмай

Ташкент ҡалаһында эшләп килеүсе Ә.З.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли–мәҙәни үҙәге (Совет рәйесе Хасанов Илшат Хасан улы) башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереү һәм башҡорт халҡына ҡағылышлы тарихи ваҡиғаларға мөнәсәбәтле күп саралар үткәрә. Ҙур концерттар, күргәҙмәләр, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар һәм төрлө байрамдар айҡанлы ял кисәләре хәстәрләй.
Һәр йыл Ташкент ҡалаһының матур концерт залдарының береһендә “Үзбәкстанда Башҡортостан көндәре” тигән девиз менән оло концерт уҙғарыла. Быйыл да 2011 йылдың 19 ноябрендә Ташкент ҡалаһының Оперетта театрында Башҡортостан мөстәҡиллегенә бағышлап, “Башҡорт мәҙәниәте фестивале” уҙғарылды.
Беҙ башҡорт диаспораһы исеменән концертты ойоштороүҙа матди ярҙам иткән Рәсәйҙең Үзбәкстандағы илсеһе Тюрденев Владимир Львовичка, Рәсәй сит ил үҙәге рәйесе Никитина Лидия Владимировнаға, Ташкент “Байнал-Минал” милли мәркәзе рәйесе Мөхәмәҙиев Насреддин Мистритдиновичҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Башҡа йылдарҙа был фестивалде “Урал”, “Йәшлек”, “Дуҫлыҡ” ансамблдәре ҡатнашлығында үткәрһәк, быйыл Стәрлетамаҡ бейеү театрының Ташкентҡа килеүе баһалап бөткөһөҙ ваҡиғаға әйләнде. Әлбиттә, килгән ҡунаҡтарыбыҙға концерттың төп ваҡытын бирҙек, йыр-моңға һыуһаған яҡташтарыбыҙға изге бүләк булды ул.
Килгән ҡунаҡтарҙы фойенан уҡ башҡорт “Ағиҙел” клубы йәмәғәтселәре үҙҙәренең “Шәл бәйләнем” тигән композицияһы менән ҡаршыланы. Үҙ ҡулдары менән тегелгән башҡорт кейемдәрен кейеп килгән улар.
Хужәхмәтов Ғәзинур Шәрифулла улы башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарын, Хәсәнов Миңниғәли Ибраһим улының оҫта итеп ҡурайҙа уйнауын милләттәштәребеҙ күҙ йәштәренә мансылып тыңланы. Башҡорт моңо йөрәктәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтте, был мәлдә һәр кем үҙ хистәренә, хәтирәләренә бирелгәндер…
Сөләймәнов Руслан Сәлимйән улы башҡарған бейеүҙәрҙә башҡорт улдарының саялығы, батырлығы сағылһа, Хәбибуллина Лилия Әмир ҡыҙы үҙенең бейеүҙәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙарының рухлы булыуын, күңел сафлығын, нәфислеген күрһәтә алды. Башҡортостан вәкилдәренең ошо концертта ҡатнашыуы Ташкентта йәшәүсе милләттәштәребеҙ күңеленә хуш килде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан сит илдәр менән бәйләнештәр бүлеге мөдире Ғәйфуллина Рәйсә Зөфәр ҡыҙының әүҙем йәмәғәтселәребеҙгә ошо оло байрам сәхнәһенән Ҡоролтай бүләктәрен, миҙалдарын, маҡтау грамоталарын тапшырыуы тамашасыларыбыҙ, сит ерҙә йәшәгән һәм эшләгән башҡорттар тарафынан беҙгә ҡарата асыл Ватаныбыҙ күрһәткән хөрмәт рәүешендә ҡабул ителде. Ғәзиз Башҡортостаныбыҙ менән бәйләнеш ептәренең нығына барыуына ла беҙ бик ҡыуандыҡ.
Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, профессор Фәйзуллин Фәнил Сәйет улының фәһемле тарихи телмәре байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе.
Тамашасылар “Урал” ансамбле солистары Джураев Кәрим һәм Халдарова Феруза ханым башҡарған башҡорт йырҙарын ҙур алҡыштар менән ҡаршыланы. Кескәй “йондоҙсоҡтарыбыҙ” Кәримов Тимур, Карипов Марат, Абдумөминова Диана һәм Ринатаның сығыштары, уларҙың милли йырҙарыбыҙҙы үҙ итеүе киләсәгебеҙгә яҡты өмөттәр уята.
Сценарий авторы Феруза ханым Халдароваға концертты алып барыуҙа “Урал” йәштәр хәрәкәте ағзалары, башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре уҡыусылары Әлимов Тимур менән Ғиясова Йәмилә ярҙам итте.
Феруза Халдароваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелеүе (Феруза йырсы ла, “Урал” ансамбле етәксеһе лә) – бөтә Үзбәкстан башҡорттарына ҡыуаныс. Ул милләттәштәребеҙҙең мөхәббәтен яулап өлгөргән талантлы йырсы. Феруза – башҡорт халҡының музыкаль мираҫын пропагандалауға, донъя кимәлендә популярләштереүгә күп көс һалған талапсан етәксе. “Урал” төркөмөнә йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү, йәш таланттарҙы эҙләп табыу уның изге маҡсатына әйләнгән.
Милли кейемдәрҙең етешмәүе, музыкаль аппаратураның булмауы ла уның эшмәкәрлегенә кәртә түгел; сөнки илен, телен һөйгән ҙур йөрәкле башҡорттар уға терәк. Ҡатай башҡорто Шарапов Рафаэль Сабир улы үҙәккә ҡиммәтле тиреләр бүләк итте, ә уңған йәмәғәтсебеҙ һәм спонсорыбыҙ Альбина Зөфәр ҡыҙы Солтанова башҡорт малахайҙары һәм сағыу милли балалар костюмдарын тегеп бирҙе был байрамға. Милләтебеҙ мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙҙәренең тос өлөшөн индергәндәре өсөн рәхмәт уларға.
Ә минән изге теләк шул – күңелдәребеҙҙән йыр-моң китмәһен, берҙәм булайыҡ. Яҡты өмөттәр менән, яңы осрашыуҙар көтөп, Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы Карипова.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы