Главная > В Башкортостане > Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай


5-12-2011, 17:04. Разместил: 147258951

1999 йылда Ташкент өлкәһенең Ҡибрай районында, Боҙһыу йылғаһы ярында урынлашҡан Салар ҡышлығында 20 быуаттың 40-сы йылдарындағы репрессия ҡорбандарының ҡәберлектәре табылған. Дөйөм ҡәберлеҡтәге ҡорбандарҙы ҡайтанан ерләү эштәрен “Алтын мираҫ” фондының етәксеһе Эммирзаева Зарифа Аралбай ҡыҙы үҙ өҫтөнә ала. Бер төркөм энтузиастар менән улар 3 йыл ауыр шарттарҙа ошо изге эш менән мәшғүл була. Ә 2002 йылда бында 1 гектар ергә емеш ағастары ултыртыла һәм был урын хәҙер гөрләп торған баҡсаға әйләнгән. Һәр йәкшәмбе һайын бында ағастарға, гөлдәргә һыу һибер, сүп-сар утар өсөн оло йөрәкле изге кешеләр килә.
    8 май көндө Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ағзалары “Хәтирә” көнөнә бағышлап, ошо ҡәберлеккә зыярат ҡылды. Бик матур ҡөръән өҫтәле әҙерләнде, репрессия ҡорбандары иҫтәлегенә  ҡөръән уҡылды. Ә 1 июндә уҙғарылған  “Балалар көнөнә” яңынан ошо изге урынға йыйылды мәрхәмәтле заттар, тик буш ҡул менән түгел, сәй эсер өсөн бүләккә самауыр ҙа алып килде улар. Балалар Зарифа Аралбаеваның әңгәмәһенән һуң иҫтәлеккә “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” тигән тема буйынса төшөргән һүрәттәрен бүләк итте. Осрашыу бик күңелле итеп сәй эсеү менән тамамланды.


Вернуться назад