«Башҡортостан» гәзите яңыраҡ үҙ дуҫтарын Башҡорт дәүләт филармонияhының ҙур залына үҙенсәлекле байрамға йыйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты hәм билдәле башҡорт эшҡыуарҙары ярҙамында ойошторолған кисәнең «Йүнселлекте ҙурлай «Башҡортостан» тип аталыуы осраҡлы түгел: hуңғы осорҙа гәзиттә баҙар иҡтисады шарттарында, шәхси кәсепкә таянып, етеш йәшәүсе замандаштар хаҡында мәҡәләләр йыш баҫыла, редакция ошо йүнәлешкә етди иғтибар биреүҙе, милләттәштәребеҙҙе бизнесҡа күберәк йәлеп итеүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береhенә әйләндерҙе.
Шаршау асылғанда тамашасылар сәхнәлә өҫ-башы таушалған, йөҙө емерелгән бер ирҙе күрҙе.