Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышы үтте. Йыл аҙағында үткәрелгән саралар, билдәле, эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһауға арнала. Башҡарма комитет ағзалары, Рәсәй төбәктәрендәге һәм Башҡортостандың район-ҡалаларындағы ҡоролтай рәйестәре, шулай уҡ илдең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар ҙа ҡатнашҡан ултырышта йыл йомғаҡтарынан тыш, илдәге, республикалағы социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни мәсьәләләр ҙә тикшерелде.
Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн бер нисә милләттәшебеҙгә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының йәмәғәт премияларын тапшырыу - сараның иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Премияға 18 шәхес: рәссам-скульптор Өлфәт Ҡобағошов, "Ғәлиә" химчисткаһы директоры Рәйлә Фәсхетдинова, шағир, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр, тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, Силәбе өлкәһе "Уралым" гәзитенең баш мөхәррире, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Урал Сафиуллин, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, "Аҡ тирмә" башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Ләлә Бейешова, яҙыусы, "Тормош һабаҡтары" дәреслеге авторы Мәрйәм Бураҡаева, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәйсә Сырлыбаева, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Салауат Хәмиҙуллин, яҙыусы, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, медицина фәндәре докторҙары, профессорҙар Марс Юлдашев менән Мәхмүзә Ғәйнуллина, Ишембайҙан йәмәғәт эшмәкәре Абдрахман Вәлидов, Әбйәлил районы сәсәниәһе Вәсилә Садиҡова лайыҡ булды. Беҙгә уларҙың ҡайһы берҙәре менән әңгәмәләшеп алырға форсат тейҙе.