Главная > В Башкортостане > ХАЛЫҠ БАҺАҺЫ - баһаларҙың иң ҡәҙерлеһе...

ХАЛЫҠ БАҺАҺЫ - баһаларҙың иң ҡәҙерлеһе...


10-01-2012, 13:56. Разместил: 147258951



Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышы үтте. Йыл аҙағында үткәрелгән саралар, билдәле, эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһауға арнала. Башҡарма комитет ағзалары, Рәсәй төбәктәрендәге һәм Башҡортостандың район-ҡалаларындағы ҡоролтай рәйестәре, шулай уҡ илдең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар ҙа ҡатнашҡан ултырышта йыл йомғаҡтарынан тыш, илдәге, республикалағы социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни мәсьәләләр ҙә тикшерелде.
Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн бер нисә милләттәшебеҙгә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының йәмәғәт премияларын тапшырыу - сараның иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Премияға 18 шәхес: рәссам-скульптор Өлфәт Ҡобағошов, "Ғәлиә" химчисткаһы директоры Рәйлә Фәсхетдинова, шағир, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр, тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, Силәбе өлкәһе "Уралым" гәзитенең баш мөхәррире, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Урал Сафиуллин, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, "Аҡ тирмә" башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Ләлә Бейешова, яҙыусы, "Тормош һабаҡтары" дәреслеге авторы Мәрйәм Бураҡаева, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәйсә Сырлыбаева, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Салауат Хәмиҙуллин, яҙыусы, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, медицина фәндәре докторҙары, профессорҙар Марс Юлдашев менән Мәхмүзә Ғәйнуллина, Ишембайҙан йәмәғәт эшмәкәре Абдрахман Вәлидов, Әбйәлил районы сәсәниәһе Вәсилә Садиҡова лайыҡ булды. Беҙгә уларҙың ҡайһы берҙәре менән әңгәмәләшеп алырға форсат тейҙе.


Рәшит ШӘКҮР, шағир, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры: Бөгөн фиҙакәрҙәрҙе билдәләнеләр. Әммә фиҙәкәрлек нимәһе менән үҙенсәлекле? Фиҙәкәр кешенең тормошо башҡаларҙыҡынан шуныһы менән айырыла: ундайҙарға тормош һынауҙарҙы ла күберәк бирә. Бына шундай күп һынауҙар аша үткән, әммә ҡуйған маҡсатына, халҡына биргән вәғәҙәһенә тоғро кешеләр бүләкләнде бөгөн.

Вәсилә САДИҠОВА, хаҡлы ялдағы мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә, Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылы: Был премияны биргәстәр, ғүмерем, ихласлығым бушҡа булмаған икән, тигән һығымтаға килдем. Мин һәр саҡ халҡыбыҙ өсөн тырыштым: халҡым шатланғанда - шатландым, ул ҡайғырған ваҡытта - ҡайғырҙым. Хаҡлы ялға киткәнсе 20 йыл клуб мөдире булып эшләнем, ауыл халҡын ойоштороп, һәр ваҡыт төрлө сараларҙа ихлас ҡатнаштырыуҙан йәм табып эшләнем. Шуныһы айырыуса ҡәҙерле миңә: республикала иң беренсе булып беҙҙең ауыл кешеләре - һәйетҡолдар айыҡлыҡ тураһында белдереп, оран һалды. Был премияны алыуҙа үҙемдең генә өлөшөм барҙыр, тип уйламайым - беҙҙең менән бергә булған халҡыбыҙға бирелде был премия. Халыҡ хеҙмәтсеһе булыуымды күреп, лайыҡлы, тип баһалаған кешеләргә ҙур рәхмәтлемен.

Рәйсә СЫРЛЫБАЕВА, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: Күмертауҙағы башҡорт балалар баҡсаларын, башҡорт мәктәптәрен, хатта беҙ ойошторған "Кинйә Арыҫланов" исемендәге фольклор ансамблен дә йыл һайын ябырға уҡталалар. Нисә йыл буйына инде улар өсөн көрәш алып барабыҙ, бергәләшеп, ойошоп эшләйбеҙ. Иң тәүҙә телебеҙҙе һаҡлау бурысын атҡарыу өсөн тырышабыҙ. Мин инде 15 йыл ҡоролтайҙы йөрәк ҡушыуы буйынса етәкләп, милләттәштәрҙе алға әйҙәп алып барам. Был эштәрҙе эшләргә Хоҙай үҙе ҡушҡандыр, тип ҡабул итәм.

Абдрахман ВӘЛИДОВ, Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы: Күп эштәрҙе тамамларға кәрәк әле: Шихан тауҙары теҙмәләре зонаһын тәбиғәт ҡурсаулығы итеү мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән. Бик ҙур алға китештәр бар шулай ҙа: күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан хат килде. Унда: "Әгәр һеҙҙең йәмәғәтселек Шихан тауҙарын һаҡлап ҡалырға теләй икән, ҡурсаулыҡ зонаһы эшләү - берҙән-бер юл", - тип, ишара яһағандар. Шулай ҙа үҙҙәре тарафынан инициатива күренмәй әле. Шуға күрә тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау эшендә бары тик үҙ көсөбөҙгә генә ышанырға тура килә. Йөрәктауҙан алып Торатауға тиклемге биләмәне киләсәктә ЮНЕСКО реестрына индереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ, рәссам, скульптор, Өфө ҡалаһы: Эште бер ваҡытта ла нимәлер өмөт итеп эшләмәйем. Һуңғы ун йыл эсендә 50-гә яҡын ҙур проектты тормошҡа ашырырға яҙҙы. Әле бүләкләнгән башҡа кешеләр ҙә премия алыуға өмөтләнгәндән генә башҡармағандыр эштәрен - ысын хис менән, йөрәген биреп, баштарын баҫып эшләгәндәр бүләкләнде, тип уйлайым. Сөнки бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа, Рәшит уҙаман Шәкүр әйткәндәй, ысын мәғәнәһендә фиҙәкәр булһаң ғына ҙур эштәр атҡарып сығырға мөмкин.

Шулай итеп...
Ҡурайсы, фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов: "Башҡорт халҡы һайлап ҡуйған кешеләр, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары был премияны миңә бирергә ҡарар иткән икән, уны мин башҡорт халҡының баһаһы, тип ҡабул итәм", – тигәйне. Уның фекерен башҡалар ҙа хупланы. Премиялар нимәһе менән айырыла? Әлбиттә, был турала һүҙ йөрөткәндә бүләкләүсенең дә, бүләкләнеүсенең дә күңеленә иғтибар итергә кәрәктер. Ни өсөн тигәндә, бүләктең дә төрлөһө була – затлыһы ла, ябайырағы ла, шулай уҡ исем өсөн бирелгәне һәм ысын күңелдән тапшырылғаны ла. Халыҡ күңеле бер ваҡытта ла яһалма булмай: уның өсөн аҡ – һәр ваҡыт аҡ, ә ҡара – һәр ваҡыт ҡара. Шуныһы менән дә халыҡ ышанысын яулауы еңелдән түгел: бер көн, бер йыл эсендә генә яуланмай ул. Шулай булғас, бүләкләнеүсе зыялыларыбыҙҙың ни кисереүен аңлауы ауыр түгел: халҡың өсөн йәшәп, уның баһаһын алыу ҙур бәхеттер, моғайын.


Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

 

Сығанаҡ


Вернуться назад