20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Һау-сәләмәт йәшәү өсөн көрәш!

Һау-сәләмәт йәшәү өсөн көрәш!

Ошондай девиз аҫтында Мораҙым ауылында “Көрәш” буйынса район -ара турнир үтте. Сәләмәт тормошто пропагандалау, милли көрәш төрҙәрен үҫтереү, йәш көрәшселәр араһында көслөләрҙән көслө батырҙы билдәләү - был ярыштың төп маҡсаты булды. Осрашыуҙа Мораҙым лицейы, Талбазы башҡорт гимназияһы, Төрөмбәт мәктәбе һәм Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән райондары мәктәптәренең йәш көрәшселәре ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән үткәрелгән был спорт байрамында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Йосопов Марсель Харис улының ярҙамсыһы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ҡатнашты һәм ҡоролтайҙың көрәште артабан үҫтереү программаһы тураһында һөйләп, республика мәктәптәренә тағы ла 200 -ләп көрәш келәмдәренең тапшырыласағы тураһында әйтеп үтте, алдағы пландарҙа көрәш буйынса тренерҙарҙы уҡытыу маҡсат итеп ҡуйылыуына ла туҡталды. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Төрөмбәт мәктәбенә көрәш келәменә сертификат тапшырҙы, шундай уҡ сертификатҡа Мораҙым лицейы ла лайыҡ булған ине. Был ярыш Мораҙымдар өсөн уңышлы булды. Рафиҡ һәм Илгиз Ғәлиевтар, Иштуған Ильясов, Алмаз Бәхтегәрәйев, Айгиз Нәҙершин, Илсур Лоҡманов, Илшат Хәбибуллин Мораҙым лицейынан, Айҙар Ғәлимов Төрөмбәт мәктәбенән, Фархшатов Таһир Талбазы башҡорт гимназияһынан еңеүселәр тип табылдылар. Еңеүселәр һәм призерҙар иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнделәр. Иң йәш көрәшсе Айнур Ильясовҡа Михайловка ауыл советы бүләге тапшырылды. Командалар араһында беренселекте Мораҙым лицейы яуланы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кубогына лайыҡ булды.
Һау-сәләмәт йәшәү өсөн көрәш!
Һау-сәләмәт йәшәү өсөн көрәш!

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы