20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Март 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Иң һылыу ҡыҙ — Стәрлетамаҡта
И1187; 1211;ылыу 1185;ы1177; — Ст1241;рлетама1185;таӨфөлә 20-се тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллек бәйгеһе үтте. Ул республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды.
Тәүҙә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Тулҡынланыу һиҙелһә лә, барыһы ла үҙен сәхнәлә матур, ыҡсым тотто, йөҙҙәренән яҙ ҡояшылай йылмайыу китмәне. Ҡыҙҙар бейеүгә лә әүәҫ: “Гүзәл-данс” бейеү мәктәбе етәксеһе Гүзәл Исламғолова ҡуйған “Ете ҡыҙ”, донъя бейеүҙәрен бик оҫта башҡарҙылар. Киләһе конкурста тамашасылар үҙҙәре һылыуҡайҙарға һорау бирә алды. Баҙарҙа ҡарабойҙай хаҡы күпме, Ер шарының иң матур урыны ҡайҙа, ахырызаман етһә, нимә эшләйәсәкһең, үҙеңә 8 Мартҡа ниндәй бүләк теләйһең һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙар яңғыраны. Жюри ағзалары яуаптарҙың тапҡырлығын баһаланы. Ижади һынауҙа һәр ҡыҙ үҙен күрһәтә алды. Йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү, бәйләү, спорт ҡаҙаныштары һәм башҡа оҫталыҡтары менән бүлештеләр. Иман, изгелек, кеше,И1187; 1211;ылыу 1185;ы1177; — Ст1241;рлетама1185;таваҡыт һымаҡ фәлсәфәүи темаларға яҙған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙеләр.
Төрлө йылдарҙағы “Һылыуҡай” еңеүселәре лә сәхнәгә сыҡты — улар бағыусылар тәҡдим иткән ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен күрһәтте. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Гөлнур Ҡарабулатова, Ян Лира тамашасыны музыкаль номерҙар менән шатландырҙы.
Жюри ағзаларына баһалау бик еңелдән булманы: барыһы ла сибәр, уңған, һөйкөмлө. Ҡыҙҙар “Моңло”, “Нурлы”, “Иманлы”, “Наҙлы”, “Нәфис”, “Зауыҡлы”, “Йор һүҙле” номинациялары менән билдәләнде. “Интернет гүзәле” махсус исеме Күгәрсен районынан Раушания Ибраһимоваға эләкте. I урынды Миәкә ҡыҙы Әлиә Исмәғилева яуланы, II урын Өфөнән Ләйсән Ғасимоваға, III урын Салауат районынан Алина Мораҙымоваға эләкте. Ә инде иң төп бүләк — “Һылыуҡай-2012” тажын Стәрлетамаҡ һылыуы Ләйсән Ғарифйәнова кейҙе.
Э. БӘШИРОВА.

И1187; 1211;ылыу 1185;ы1177; — Ст1241;рлетама1185;таИ1187; 1211;ылыу 1185;ы1177; — Ст1241;рлетама1185;та


Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы