20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Француздарҙы тар-мар итеп, ҡайтырбыҙ, Көнгәк, һиңә…
Француздарҙы тар-мар итеп, ҡайтырбыҙ, Көнгәк, һиңә…

Рәсәй тарихы йылы

   Томансы ауылы эргәһендә Көнгәк тауынан китеп, Парижға еткән башҡорт яугирҙарына арналған стела асыу тантанаһы булды. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “Парижға ла еттек беҙ!” байрамының маҡсаты - үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек, тарихҡа, атай-олатайҙар батырлығына ихтирам тәрбиәләү.

   Йыраҡтан күренеп торған мәрмәр ташындағы һүҙҙәр яҡташтарыбыҙ рухына мәҙхиә, ә киләсәк быуынды тыныслыҡ, иректе һаҡлау өсөн көрәшкә саҡырыу һымаҡ ҡояш нурҙарында сағылып ҡаршыланы. Сараға яҡын-тирәләге ауылдарҙан ғына түгел, күрше ҡала-райондарҙан да ҡунаҡтар күп йыйылды. Улар араһында оло йәштәгеләр, йәштәр, бәләкәй балалары менән килгән атай-әсәйҙәрҙең күп булыуы халҡымдың сараға ябай тамаша ҡылыу өсөн генә түгел, күңел талабын үтәү өсөн йыйылыуына дәлил ине.

   Район Хакимиәте башлығы Малик Вахитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Мәләүез районы һәм ҡалаһы бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Юнир Аҙнағолов һәм ҡыпсаҡ, юрматы, тамъян ырыуы вәкилдәрен “Аманат” фольклор ансамбле, “Көнгәк” бейеү ансамбле ағзалары йыр-бейеү менән ҡаршыланы.

   1812 йылғы һуғышҡа Көнгәк тауынан фатиха алып яуға киткән яҡташтарыбыҙ рухына бағышланған стела рәсми рәүештә символик таҫма киҫелгәс, сара асыҡ тип иғлан ителде.

   Район Хакимиәте башлығы Малик Вахитов үҙ сығышын тарихи байҡауҙан башлап: “Был байрамдың “Парижға ла еттек беҙ!” тип аталыуы осраҡлы түгел. Тарих буйынса 200 йыл элек башҡорт һыбайлыларының Ватан һуғышына китер алдынан, ғаиләһе, яҡындары менән хушлашыр өсөн, тап Көнгәк тауына йыйылыуы билдәле. Ике йылдан һуң уларҙы, еңеүселәр булараҡ, ошо урында хөрмәтләп ҡаршы алғандар. Көнгәк тауы легендар “Төньяҡ амурҙары”ның ҡаһарманлығына шаһит. Көнгәк тауынан Парижға барып етеп, еңеү яулаған ҡаһарман яҡташтарыбыҙға стела асыу тарихи дата айҡанлы ғына түгел, ә ике быуат элек ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкән милләттәштәребеҙ рухына хөрмәт күрһәтеү” - тине. Батырҙар рухына бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Почетлы ҡарауыл залп биргәс, тирә-яҡты уратып алған тауҙарҙа шаңдау оҙаҡ яңғыраны - был быуаттар төпкөлөнән “Төньяҡ амурҙары”ның азатлыҡты һаҡлауға ораны булып күңелдәргә һеңде. Башҡортостан Республикаһы гимнынан һуң стелаға тере сәскә гөлләмәләре һалынды.

   Байрамдың икенсе өлөшө Көнгәк тауы итәгендә дауам итте. Бында үткән һәм хәҙерге осор бер бөтөнгә әүерелде. Ҡыпсаҡ, юрматы, тамъяндар тирмәһе алдында - бай тарихты һаҡлаған экспонаттар. Кемдәрҙер ҡаҙан аҫҡан, берәүҙәр тире эшкәртә, бәғзеләре, алыҫ сәфәрҙе күҙаллап, яугирҙарға ризыҡ әҙерләй, юл кәрәк-ярағы яраштыра, башҡорт кейемендәге һыбайлылар ат һуғара.

 

   Төп сара тау итәгендә урынлашҡан сәхнәлә башланды. Район Хакимиәте башлығы Малик Вахитов сығышында Рәсәй армияһы составында Бородино, Дрезден, Берлин, Лейпциг эргәһендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән башҡорт полктарын һанап үтте. “Башҡортостанда кантон идараһы” китабында профессор Әнүәр Әсфәндиәров башҡорт полкы яугирҙарын исем-шәрифе, ҡайҙа йәшәүҙәрен күрһәткән. Бында Мәләүез районынан 70 яугир телгә алына”, - тине.

   Юнир Ғәлимйән улы, ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, уның ифрат фәһемле икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Кеше элек-электән бейеккә, тауҙарға ынтылған, сөнки тауҙарҙан донъя тағы ла матурыраҡ, мөһабәтерәк күренә. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бөгөнгөләй Көнгәккә йыйылып, ҡор, йыйын уҙғарған. Ошо тауҙан ризалыҡ алып яуға киткән һәм еңеү яулап кире ҡайтҡан. Стела асыу - уларға ихтирамыбыҙ билдәһе”, - тине ул һәм байрамды ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

   Воскресен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Геннадий Шлычков ике быуат элек француз баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышҡа йәҙрә әҙерләп оҙатҡан заводтың әһәмиәте тураһында һөйләне. Йәш быуын исеменән 42-се һөнәрселек лицейы кадеттары сығыш яһаны.

   “Парижға ла еттек беҙ!” театрлаштырылған сара 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуы, ғәскәрҙе яуға оҙатыу, еңеү менән ҡаршы алыу эпизодтарын һүрәтләне, ул ауыҙ-тел ижады, йыр-бәйет, шиғри орандар менән аралашып дауам итте.

   Байрамдың тәрән мәғәнә менән әҙерләнеүе, тарихи ысынбарлыҡты асып һалыуы, музыкаль яҡтан биҙәлеше уға мәртәбә өҫтәне.

   Башҡорт кейемендә уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған ир-егеттәр, еңеү яулап, Көнгәк тауына яҡынлашҡанда тамашасыларҙың күҙҙәрендә йәш тамсылары күренде. Был ике быуат элек атай-олатайҙарыбыҙ кисергән күңел тантанаһы, еңеү йәштәре булғандыр, моғайын.

   Сараға үҙешмәкәр артистар, спортсылар сығышы биҙәк өҫтәне. Байрам Көнгәк тауына менеп, таҡтаташ эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

 Из сайта газеты «Конгэк»

http://kungak.ru

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы