20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Ноябрь 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » "Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡарма комитетының Б Е Л Д Е Р Е Ү Е
"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡарма комитетының Б Е Л Д Е Р Е Ү Е

"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡарма комитетының

Б Е Л Д Е Р Е Ү Е


27 октябрҙә эшҡыуар Михаил Прохоров үҙе ойошторған "Гражданлыҡ платформаһы" фирҡәһенең съезында провокацион белдереү яһаны. Рәсәй миллиардеры Рәсәй составында милли республикаларҙың һөҙөмтәле йәшәүен шик аҫтына ҡуйҙы. Күптән түгел генә Рәсәй Федерацияһы президенты посына дәғүә итеүсе кешенең бөгөн, Рәсәй федерализмының нигеҙен тәшкил иткән принциптарҙы һәм халыҡтарҙың халыҡ-ара хоҡуҡи акттарҙа нығытылған үҙбилдәләнешкә хоҡуғын инҡар итеп, ил Конституцияһына ревизия үткәрергә саҡырыуы беҙҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 
Беҙ, 1917-1920 йылдарҙағы Граждандар һуғышы һәм революция ялҡынында үҙ дәүләтселеген төҙөгән, XVI быуатта рус дәүләте составына үҙ ирке менән ингән замандарҙан алып Рәсәйҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына һуғыштарҙа иҫәпһеҙ ҡорбандар биргән башҡорт халҡы вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошон үҙгәртеү тураһындағы бер нигеҙһеҙ саҡырыуҙарға юл ҡуйырға ярамағанлығын белдерәбеҙ. Михаил Прохоровтың Рәсәй Федерацияһы составындағы милли округтарҙы һәм республикаларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән сәйәси инициативаһы - абсурд, конституцион хоҡуҡ күҙлегенән - ул дәүләткә ҡаршы. Уның шовинизм идеялары менән ағыуланған, бөйөк держава булған тоталитар империяның тергеҙелеүен көҫәгәндәргә иҫәп тотоп әйтелгән һүҙҙәре илдәге ижтимағи-сәйәси хәл-торошто һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе тотороҡһоҙландырыуға, дәүләт берҙәмлеген ҡаҡшатыуға килтереүе мөмкин. Тап шуның өсөн бындай саҡырыуҙарҙы енәйәт тип танырға кәрәк.
Дөйөм Рәсәй масштабындағы сәйәсмән роленә дәғүә итеүсе гражданин милли республикаларҙы "милли гетто" тип атай һәм РФ составындағы дәүләт берләшмәләрен шундай йән көйҙөргөс күҙаллау үҙенән-үҙе фашистар уйлап сығарған "йәһүд геттоһы"н иҫкә төшөрә. Прохоров әфәнде шулай уҡ тап республикаларҙа "урындағы коррупцияланған власть беҙҙең кешеләрҙе иҙә һәм талай" тип сафсата һатып, үҙен ярлы һәм йәберләнгәндәрҙе яҡлаусы итеп күрһәтергә тырыша. Ә Михаил Прохоров үҙе һәм уның кеүектәр, үҙҙәренә миллиардтар туплап, Рәсәй халҡын таламанымы ни? Әммә ул был турала өндәшмәүҙе хуп күрә. Ә коррупция милләткә ҡарамай, һәм был иҫбатлау ҙа талап итмәй.
Олигархтың милли республикаларҙың иҡтисади күҙлектән маҡсатҡа ярашһыҙлығы тураһындағы фекере ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Власть амбицияларынан хәтеренә зыян килгән олигарх Башҡортостан, Татарстан, Яҡутстан кеүек республикаларҙың һәр саҡ федераль ҡаҙнаның ҡеүәтле донорҙары булғанлығын һәм булыуын иҫәпкә лә алырға теләмәй. 
М. Прохоров үҙен рус халҡының яҡлаусыһы итеп күрһәтергә теләй. Әммә был улай түгел: ысынбарлыҡта уға һәм башҡа олигархтарға рус халҡының да, башҡа халыҡтарҙың да ихтыяжы ят. Уның милли мәсьәләне иҡтисади маҡсатҡа яраҡһыҙлыҡ тезисы менән алмаштырырға тырышыуы артында олигархтар төркөмөнөң милләт-ара тотороҡһоҙлоҡ тулҡыны көтөләсәге тураһындағы ҡотҡо ярҙамында власҡа килеү маҡсаты ята. Ул ваҡытта, йәнәһе, М. Прохоровҡа һәм уның партияһына Рәсәйҙе ҡотҡарыусы роле биреләсәк. Бындай киләсәк рус халҡын һәм Рәсәйҙең башҡа халыҡтарын ҡәнәғәтләндерә аламы? Бер ваҡытта ла. 
Беҙ М. Прохоровтың белдереүе милли республикаларҙы бөтөрөп, Рәсәйҙең федератив ҡоролошон тамырынан үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелгән провокациялар сылбырының бер звеноһы, тип иҫәпләйбеҙ. Уның белдереүе Рәсәй составында милли округтар һәм республикалар урынына яңы эре территориаль-сәнәғәт берләшмәләре ойоштороуҙы туранан-тура күҙаллаған "Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы" тип аталған документ проектының йәмәғәт фекер алышыуына сығарылыуы артынса уҡ яңғырауы бөгөнгө Рәсәйҙә аныҡ федерализмды бөтөрөргә ниәтләгән айырым сәйәси көстәрҙең әүҙемләшеүен тағы бер тапҡыр раҫлай. Шуға ла бөтөн Рәсәй йәмәғәтселеге Рәсәйҙең юғары власть структураларының беҙҙең күп милләтле һәм төрлө конфессиялы илдә мәғлүмәт ҡотҡоһо таратыусыларҙың шундай белдереүҙәренә күҙ йомоуҙарына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерергә хоҡуҡлы. Бындай саҡырыуҙар РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының трибунаһынан да йыш яңғырай, әммә беҙҙең юғары вазифалы сәйәси эшмәкәрҙәр һаман да һуҡыр һәм һаңғырау булып ҡалыуҙы хуп күрә. Барлыҡ был сәйәсәт тирәһендәге ығы-зығы федератив дәүләттең ысынлап емерелеүе менән янаусы емергес тенденциялар барлыҡҡа килеүгә килтереүе мөмкин. 
"Күҙе бар - күрә, ҡолағы бар -ишетә" тигән ҡанатлы һүҙҙәр бынан бик күп мең йылдар элек әйтелгән. Интернет-киңлеккә инегеҙ - ул ксенофобиянан, милли республикаларҙы бөтөрөү саҡырыуҙарынан ҡайнап тора. Бына шуларҙың иң ябайҙары, иң "зыянһыҙҙары": "Бөтөн был иҫкелек ҡалдығы булған милләтселекте тамырынан уҡ быуырға һәм барлыҡ ошо күп милләтле телдәрҙе, диндәрҙе һәм башҡа тәүтормош-община атрибуттарын нисек тә ҡыҫырыҡлап сығарырға кәрәк", "Рустар күпселекте тәшкил иткән Татарстан, Башҡортостан, Яҡутстан кеүек стратегик мөһим республикаларҙы бөтөрөү ҡулай булыр ине. Төньяҡ Кавказ республикалары айырылып сыҡҡанда ла, былар айырылырға ынтылмаҫ ине". 
Былар барыһы ла үҙҙәренең алыҫҡа илтеүсе пландарын тормошҡа ашырырға әҙер шовинистик көстәрҙең реакцияһы. М. Прохоровтың дәүләткә ҡаршы белдереүенә яуап итеп, беҙ Рәсәй Федерацияһының барлыҡ алдынғы ҡарашлы йәмәғәт көстәрен ул ойошторған "Гражданлыҡ платформаһы" фирҡәһенә бойкот иғлан итергә саҡырабыҙ.
Килеп тыуған шарттарҙа беҙ илдең юғары етәкселеген Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған барлыҡ дәүләт ҡоролошо, административ-территориаль бүленеште оптимиалләштереү һ.б. һылтауы менән ксено- һәм миллифобияны пропагандалауҙы киҫәтеү буйынса, хатта Рәсәйҙең федератив ҡоролошоноң конституцион принциптарын ҡайтанан ҡарауға асыҡтан-асыҡ саҡырыусыларҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыуға тиклем, саралар күрергә саҡырабыҙ.

2012 йылдың 31 октябрендә ҡабул ителде.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы