Главная > В Башкортостане > "Яҡташтар”ҙы хуплайбыҙ

"Яҡташтар”ҙы хуплайбыҙ


12-11-2012, 09:20. Разместил: 147258951

“Я1185;таштар”1177;ы хуплайбы1177;Румил АҘНАБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе

— “Яҡташтар” проектын хуплап ҡабул иттек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошоноң кеүегерәк эш менән әллә ҡасандан шөғөлләнә. Республика төбәктәрендә яҡташтар конференциялары үткәрҙек, улар Ишембай, Нефтекама, Шишмә һәм башҡа райондарҙа булды. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен республикала һәм унан ситтә мәңгеләштереү буйынса эш әүҙем бара. Мәҫәлән, Санкт-Петербург ҡалаһында Исмәғил Тасимовтың мемориаль таҡтаташы ҡуйылды, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында, Екатеринбургта, Ханты-Манси автономиялы округының Лянтор ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды. Ейәнсура районында — Бикбау бейгә, Бөрйәндә — Бабсаҡ бейгә, Стәрлебашта — Тәтегәс бейгә, Стәрлетамаҡта Ҡаһым түрәгә һәйкәлдәр ҡуйылды. Был — арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. Беҙ “тереләрҙең ҡәҙерен бел” тигән принцип буйынса ла эшләйбеҙ. Лайыҡлы шәхестәрҙе иҫән сағында уҡ хөрмәтләргә, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға кәрәк. Был йәһәттән йәмәғәт ойошмалары республикабыҙҙың арҙаҡлы кешеләре өсөн махсус премия булдырған һәм уны йыл һайын тапшыра. 
Дөйөм алғанда, проектты тулыһынса хуплайбыҙ. Ниһайәт, беҙҙең башланғысҡа партиялар иғтибар итте һәм “Берҙәм Рәсәй” уны тормошҡа ашыра башланы. 

Ә. ӘЙҮПОВА.
Газета "Башкортостан" 

 


Вернуться назад