2012 йылдың 24 ноябрендә Башҡортостан телевидениеһы үҙ тапшырыуҙарын даими ҡарап барыусылар өсөн көтөлмәгән бүләк эшләне: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 10-ға тиклем тапшырыуҙар тик башҡорт телендә генә алып барылды. Был проект Башҡортостан юлдаш телевидениеһына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан тәҡдим ителгәйне.
Сәхнә оҫталарының һәм йәш башҡарыусыларҙың ата-бабаларыбыҙҙың хәҙерге быуындарға ҡалдырған бөйөк мираҫы – «Урал батыр» эпосының үлемһеҙ юлдарын яттан һөйләүе фонында көн буйына барған үтә фәһемле рухи тапшырыуҙар телевизор ҡараусылар зауығына хуш килгәндер, тип уйлайбыҙ.