Главная > В Башкортостане > Башҡортостан юлдаш телевидениеһында – «Башҡорт теле көнө»

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында – «Башҡорт теле көнө»


27-11-2012, 14:01. Разместил: 147258951

2012 йылдың 24 ноябрендә Башҡортостан телевидениеһы үҙ тапшырыуҙарын даими ҡарап барыусылар өсөн көтөлмәгән бүләк эшләне: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 10-ға тиклем тапшырыуҙар тик башҡорт телендә генә алып барылды. Был проект Башҡортостан юлдаш телевидениеһына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан тәҡдим ителгәйне.

Сәхнә оҫталарының һәм йәш башҡарыусыларҙың ата-бабаларыбыҙҙың хәҙерге быуындарға ҡалдырған бөйөк мираҫы – «Урал батыр» эпосының үлемһеҙ юлдарын яттан һөйләүе фонында көн буйына барған үтә фәһемле рухи тапшырыуҙар телевизор ҡараусылар зауығына хуш килгәндер, тип уйлайбыҙ.

Телетамашасылар иғтибарына төрлө форматта, күп төрлө темаларға арналған, башҡорт донъяһы өсөн көнүҙәк материалдар тәҡдим ителде. Башҡорт теленең үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында уй-фекерҙәр тупланмалары, ғалимдар, яҙыусылар, башҡа арҙаҡлы шәхестәр, төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, ҡәҙимге милләттәштәребеҙ биргән интервью һәм әңгәмәләр, күренекле шағирҙарыбыҙ сығыштары, республикабыҙҙа йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең башҡорт теле тураһында әйткәндәре, халҡыбыҙҙың бай ижади мираҫына ҡараған эпос,  легенда, риүәйәт, әйтем-мәҡәлдәре, башҡорттарҙың этногграфик символикаһы өлгөләре менән таныштырыу телевизор ҡараусыларға оҡшағандыр, тип баһаларға нигеҙ бар. Әйткәндәй, тап ошо көндә «Көндәлек» тигән исем аҫтында өр-яңы тапшырыу ҙа тыуҙы. Бында башҡорт теленең билдәле шәхестәребеҙҙең тормош-яҙмыштарына ниндәй рухи йоғонто яһауы кеүек фәһемле проблемаларҙы асыҡлау күҙаллана.

Ә В.Тихомиров, В.Чернов кеүек башҡа милләт вәкилдәренең башҡорт телен яратып өйрәнеүе, хатта башҡортса йырҙар ижад итеүе хаҡында сығыштары башҡорт телетамашасыларының ихлас һоҡланыуына һәм һөйөүенә лайыҡ булыуына һис шигебеҙ юҡ.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева белдереүенсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына  «Башҡорт теле көнөн» йылына ике тапҡыр уҙғарыу тәҡдим ителәсәк.

 


Вернуться назад