Һеҙҙе тыуып килгән Яңы 2013 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Иң беренсе Һеҙгә, йәмәғәт эшендә актив ҡатнашып, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, тарихын тергеҙеү, артабан үҫтереү өлкәһендә башҡарған һөҙөмтәле хеҙмәттәрегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә халҡыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу эшендә берҙәм булайыҡ!
Үткән йылды күркәм, хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ тәьҫораттар менән оҙатырға, яңыһын киләсәккә ышаныс менән ҡаршыларға яҙһын. Киләһе йылда Һеҙгә барлыҡ эштәрегеҙҙә ижади уңыштар юлдаш булыуын, Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ хаҡына яңы башланғыстарҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Яңы йыл тыныс һәм имен, изге эштәргә һәм ваҡиғаларға бай булһын, иң яҡшы ниәттәребеҙҙе аҡлаһын, Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға шатлыҡлы көндәр, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек бүләк итһен!
Йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)”
Башҡарма комитеты