20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының күсмә ултырышы ҡарары
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының күсмә ултырышы ҡарары

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының профессиональ белем биреү системаһында йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү проблемалары буйынса уҙғарған күсмә ултырышы ҡарары

 

Сибай ҡалаһы,

2012 йылдың 5 декабре

 

Профессиональ белем биреү системаһында йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү проблемаларына арналған  Күсмә ултырыштың пленар өлөшөндә һәм уның секцияларында тыңланылған доклад һәм сығыштар, фекер алышыуҙар, иҫкәрмә һәм тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ҡарар итә:

  1. Профессиональ белем биреү системаһында йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү буйынса мөмкин булған барса сараларҙы файҙаланып, тыуған илгә, ергә, телгә һөйөү тойғоһон милли идея кимәленә күтәреп, йәштәрҙә башҡорт халҡының, Башҡортостан республикаһының тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, уларҙы дәүләт һәм йәмғиәт өсөн файҙалы  аныҡ эштәргә йәлеп итеүҙе   ватансылыҡ тәрбиәләү өлкәһендәге өҫтөнлөклө бурыс итеп һанарға;
  2. Рәсәй федерализмы принциптарының тейелгеһеҙлеге, илдең конституцион ҡоролошона ярашлы барлыҡҡа килгән милли республикалар дәүләтселегенең Рәсәй халыҡтары киләсәге өсөн хәл иткес булыуы хаҡында йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барырға, уларҙы милләттәр үҙбилдәләнешен тәьмин итеүсе Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларын, башҡорт халҡының милли хоҡуҡтарын  яҡлау һәм һаҡлау эшенә йәлеп итергә;
  3. Милли мәғариф системаһында алып барылған оптималләштереү сәйәсәтенә, бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәрҙе ябыуға, башҡорт телен туған тел һәм республиканың дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың йылдан-йыл ҡыҫҡартыла  барыуына ҡарата,  бындай сәйәсәттең йәш быуынды патриотлыҡ рухында тәрбиәләү йәһәтенән үтә зарарлы булыуын билдәләп, ҡырҡа протест белдерергә;
  4. Рәсәйҙең милли республикаларында  ҡабул ителгән дәүләт телдәрен уҡытыуҙың, шул иҫәптән Башҡортостан мәктәптәрендә туған телдәрҙең, рус һәм башҡорт телдәренең дәүләт телдәре булараҡ уҡытылыуының Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларына,заманса  ҡануниәткә ярашлылығы Рәсәй Конституция Суды ҡарары менән танылған һәм раҫланған булыуын иҫәпкә алып, ошо юҫыҡта айырым граждандар тарафынан махсус ойошторолған ризаһыҙлыҡ акцияларына власть органдары һәм вазифалы етәкселәр яғынан тейешле, законлы баһа биреүҙе талап итергә;
  5. Йәш быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында физик көс, таҫыллыҡ, батырлыҡ, яугирлыҡ сифаттарын тәрбиәләүсе милли спорт төрҙәрен үҫтерергә, йәштәрҙе сәләмәт һәм айыҡ тормош рәүешен пропагандалаусы конкурстарға һәм фестивалдәргә күберәк йәлеп итергә;
  6. Башҡорт халҡының милли-мәҙәни мираҫын өйрәнеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тарихи йыр-көй сәнғәтен үҙләштереү аша һәләтле йәштәрҙә милли зауыҡ һәм халыҡсанлыҡ тәрбиәләүгә өлгәшергә;
  7. Ауыл йәштәрендә эшҡыуарлыҡ сифаттарын  үҫтереүҙең заманса ысул-алымдарын ҡулланып, һәр ауылдың етештереү ресурстарын барлап, башҡорт ауылдарын һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлектәрен табырға;
  8. Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларына йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү мөмкинлеген биреүсе материалдарҙың ылыҡтырғыс һәм сифатлы булыуына өлгәшергә, йәштәрҙе башҡорт телендә нәшер ителгән ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу һәм таратыу кампанияларына йәлеп итергә;
  9. Йәштәрҙең традицион Ислам тәғлимәте һәм  мәғрифәте  нигеҙендә экстримизмға һәм терроризмға ҡаршы тора алыуына, уларҙың дини үҙаңының  тотороҡло һәм толерантлы булыуына өлгәшергә, йәш быуында дини секталар идеологияһы йоғонтоһона бирешмәүсәнлек тәрбиәләргә;

10. Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында милли иҡтисадты заманса технологиялар нигеҙендә үҫтереү зарурлығын иҫәпкә алып, БДУ-ның Сибай институты базаһында студенттарҙың кесе эшҡыуарлыҡ предприятиеларын булдырыуҙы тәҡдим итергә;

11. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә Урал аръяғы райондарының экологик торошон тикшереү һәм тәбиғи мөхитен һаҡлау буйынса махсус комиссия булдырыу тураһында тәҡдим индерергә.

12.  Башҡортостан Республикаһында милли кадрҙар сәйәсәте буйынса тупланған тәжрибәгә таянып, йәш белгестәрҙе дәүләт граждандар хеҙмәтенә, муниципаль идара органдарына әҙерләү һәм тәҡдим итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барырға.

 

Бер тауыштан ҡабул ителде. 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы