20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Советының Сибай ҡалаһында үткән ултырышы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Советының Сибай ҡалаһында үткән ултырышы.

5 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Советының күсмә ултырышы уҙғарылды. Ултырышта профессиональ белем биреү системаһында йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү проблемалары тикшерелде. Кәңәшмәгә 15 район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтай башҡарма комитеты рәйестәре, район һәм ҡала хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ҡала һәм район гәзите редакторҙары, башҡорт йәштәренең ойошмалары, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының активистары, дин әһелдәре, институт уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашты. Был мәсьәләне ултырышҡа  әҙерләүҙә ҡоролтай ағзалары, Сибай институты дирекцияһы һәм уҡытыусылар актив ҡатнашты. Совет ултырышында доклад менән йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р.Т.Аҙнабаев, БДУның Сибай институты директоры З.Ғ. Йәрмөхәмәтов, Башҡортостан республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары М.Ш. Мәһәҙиев, Сибай ҡала хәкимиәте башлығы Х.Х. Сөләймәнов, филасофия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация-техник университеты профессоры Ф.С. Файзуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр кәңәшмәһе ағзаһы Ю.М. Багаев, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, доцент Н.Н. Бикметов сығыш яһанылар.

Докладтарҙа күтәрелгән мәсьәләләр 6 секция ултырышында тикшерелеүен дауам итте. Секцияларҙа ҡатнашыусылар тәҡдимдәре пленар ултырышта тыңланып, Совет ултырышы ҡарарына индерелделәр.

Пленар һәм секция ултырыштары араһында булған тәнәфес ваҡытында журналистар өсөн пресс-конференция ойошторолдо.

Ултырыш тамамланғас, был сарала ҡатнашыусылар алдында Сибай институты студенттары һәм уҡытыусылары матур концерт менән сығыш яһанылар.

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы