20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2012    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Р.Т.Аҙнабаевтың сығышы. 5 декабрь 2012 йыл. Сибай ҡалаһы.
Р.Т.Аҙнабаевтың сығышы. 5 декабрь 2012 йыл. Сибай ҡалаһы.

 Хөрмәтле Марат Шәрифович!

         Хөрмәтле Президиум һәм бөгөнгө киңәйтелгән Совет ултырышында ҡатнашыусылар!

         Иң әүәл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ултырышын Сибайҙа үткәрергә тәҡдим иткән һәм ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хамзович Сөләймәновҡа һәм Сибай институты ректоры Зиннур Ғөбәйҙуллович Йәрмөхәмәтовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм.

         Шулай уҡ беҙҙең был ултырышҡа ҡатнашырға ҙур теләк белдереп килгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Шәриф улы Мәһәҙиевҡа ҙур рәхмәт.

         Бөгөнгө Совет ултырышына сығарылған проблема –  йәштәрҙе профессиональ мәғариф системаһында патриотик рухта тәрбиәләү – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. 20 йыл буйына  барған, осо-ҡырыйы күренмәгән һәм олигархтарҙан башҡа бер кемгә лә аңлашылмаған реформалар тәрбиә төшөнсәһен юҡҡа сығарҙы. Мәғариф системаһында ла, мәктәп башлыса белем биреү менән шөғөлләнергә тейеш, тигән фекер өҫкә сығып,  тәрбиә проблемаларына  иғтибар һүнеп ҡалды. Тик бына ғаиләлә һәм мәктәптә тейешлесә әхләҡи, рухи, патриотик тәрбиә алмаған йәш быуын вәкилдәре, һуңынан профессиональ белем алып та, үҙ Ватанының тоғро ул-ҡыҙҙары кимәленә күтәрелерме икән, тигән урынлы һорау тыуа.

Әгәр граждандар, бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре, матди һәм рухи көрсөккә тарып, ризаһыҙлыҡ белдерә икән, бындай шарттарҙа уларҙа патриотлыҡ, ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү уғата ауырға төшәсәк. Ватансыларҙы өгөт-нәсихәт менән генә тәрбиәләп тә булмаясаҡ. Балалар, уҡыусылар, студенттар, ғөмүмән, йәштәр дәүләт яҡлауына ла, йәмәғәтселек хәстәренә лә мохтаж.

Тәрбиә ғаилә мөхитендә башланһа, уны профессиональ кимәлдә мәғариф учреждениелары ғәмәлгә ашыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә һуңғы осорҙа мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте менән йәмәғәтселек ҡараштарының тап килмәү осраҡтары йышайып бара.

Башҡортостанда һәм башҡорттар йәшәгән башҡа субъекттарҙа оптимизация сәйәсәте һөҙөмтәһендә мәктәптәр күпләп ябыла икән, башҡорт балалары үҙ телендә белем алыуҙан, туған телен  өйрәнеүҙән мәхрүм ителә икән, республикабыҙҙа шул уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу ҡыҫҡартыла бара икән, Башҡортостан тарихы һәм республикабыҙ  халыҡтары мәҙәниәте уҡыу пландарынан төшөрөлөп ҡалдырыла икән, беҙ, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә, быларҙың барыһын да шым һәм түҙемле генә ҡабул итергә тейешбеҙме?  Толерантлыҡ тиеп, өҫтән ҡушҡанғаризалашып йәшәйбеҙме? Ә үҙ телен, халҡының  тарихын белмәгән, мәҙәниәтен үҙләштермәгән йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләп буламы?

Тыуған ер, милләт, тел һәм милли йолаларҙы яңыртылған дөйөм төшөнсәләр менән алыштырып, халыҡҡа ниндәйҙер мифик милләттәр, мифик территориаль берләшмәләр – ҡолаҡҡа ятмаған конгломерациялар булдырыу идеяһын көсләп тағыу башланды. Үҙҙәренең тар сәйәси маҡсаттарынан ғына сығып эш итеүсе ревизионист-сәйәсмәндәр ҡотҡоһо ғәмәлгә ашһа, Рәсәй составында милли республикалар ҡалмаясаҡ.  Ошондай ситуацияла тап беҙ – йәмәғәт ойошмалары – Рәсәй Конституцияһына ярашлы  төҙөлгән федератив ҡоролошто емерергә саҡырыусыларға ҡаршы ҡәтғи протест белдерәбеҙ. Халыҡ фекерен дә бит башлыса  йәмәғәт ойошмалары туплай, һәм ул Рәсәй етәкселәренә лә ваҡытында еткерелергә тейеш.

Иптәштәр, беҙ әлеге ваҡыттағы ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡалып, күрмәмеш тә белмәмеш булып ҡала алмайбыҙ. Бигерәк тә Рәсәй федерализмына ҡарата юҫҡыныуҙар, илдең конституцион дәүләт ҡоролошон, уның административ-территориаль бүленешен тәнҡитләгән булып, милли республикаларҙы бөтөрөү сәйәсәтен алға һөрөү, Рәсәй Конституцияһына ревизия яһарға саҡырыу кеүек аяныслы һәм хәүефле сығыштар күбәйгәндән күбәйә бара. Ҡайһы бер федераль сәйәсмәндәр ошондай саҡырыуҙарҙы хуплап сыҡҡан мәлдә беҙ, Башҡортостан йәмәғәтселеге, битараф булып ҡалһаҡ, милли республикалар менән бер рәттән, тотош Рәсәй киләсәген хәүеф аҫтына ҡуясаҡбыҙ.

Бына әле яңыраҡ ҡына булып уҙған һәм күңелдәребеҙҙә борсолоу тыуҙырған факттарға туҡталып китәйек.

Октябрь айында йәмәғәтселек ҡарауына Рәсәй Президенты эргәһендәге Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Советтың эшсе төркөмө тарафынан әҙерләнгән “Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы” проекты сығарылғайны. Ошо документ  киң билдәле ғалимдар – юристар, философтар, политологтар, социологтар, тарихсылар, шулай уҡ республикабыҙҙың милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре, башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре тарафынан тәнҡит ителеп, хуплауға лайыҡ түгел, тип табылды.

         Дәүләттең милли сәйәсәт стратегияһы буйынса беҙ Ҡоролтайҙың позицияһын асыҡ белдерҙек, тейешле ҡарар ҡабул итеп, халыҡҡа еткерҙек.

Был документта беҙ килешә алмаған түбәндәге тәҡдимдәр бар:  

-         Милләттәр урынына – берҙәм Рәсәй граждандар милләте тигән туҙға яҙмаған милләт булдырыу ҡаралған.

-         Рәсәй территорияһында эре сәнәғәт-етештереү территориялары барлыҡҡа килтереп (республикаларҙы йотоу өсөн), уның административ-территориаль бүленешен үҙгәртеү күҙаллана.

-         Мәғариф өлкәһендәге күҙалланған сәйәсәттә Рәсәй халыҡтары телдәренә, республикаларҙың милли дәүләт телдәренә бөтөнләйгә урын бирелмәгән. 

-         Милли-мәҙәни автономияларға хосуси мәктәптәр һәм фән учреждениелары асырға һәм тоторға ярҙам итергә, тиелгән. (Был инде милли мәктәптәр, Башҡортостан Фәндәр академияһы, тарих һәм тел институттарын беҙ үҙ иҫәбебеҙгә тоторға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта уларға дәүләт биргән аҡса күктән төшә, тиерһең, шул уҡ беҙҙең кеҫәнән сыҡҡан аҡса инде).

Ә 27 октябрҙә Рәсәйҙең милли республикаларына сираттағы һөжүм ойошторолдо: олигарх Михаил Прохоров үҙе ойошторған "Гражданлыҡ платформаһы" фирҡәһенең съезында провокацион белдереү яһаны. Рәсәй миллиардеры Рәсәй составында милли республикаларҙың һөҙөмтәле йәшәүен шик аҫтына ҡуйҙы. Күптән түгел генә Рәсәй Федерацияһы президенты посына дәғүә итеүсе кешенең бөгөн, Рәсәй федерализмының нигеҙен тәшкил иткән принциптарҙы һәм милләттәрҙең халыҡ-ара хоҡуҡи акттарҙа нығытылған үҙбилдәләнешкә хоҡуғын инҡар итеп, ил Конституцияһына ревизия үткәрергә саҡырыуы Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән  ошо провокацияны фашлап, киң матбуғат саралары һәм интернет аша махсус белдереү менән сығыш яһаныҡ.

Был ҡотҡо ла һуңғыһы булманы: Дағстандың иҡтисад һәм сәйәсәт институты ректоры Абдул-Насир Дибиров һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Чечен Республикаһының Рәсәй Дәүләт Думаһындағы вәкиле, депутат Магомед Вахаев милли республикалар атамаларын географик атама менән алыштырыу ҡулайлыраҡ, тип, шау-шыу ҡуптарҙы.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһының Милли сәйәсәт буйынса комитет рәйесе Гаджимет Сафаралиев парламентҡа Рәсәй төбәктәрендә милли телдәрҙе көсләп уҡытыуға ҡаршы закон проекты индерелеүен белдерҙе.

Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән «Мәғариф тураһында” РФ Законы проектында милли телдәрҙе уҡытыу, үҫтереү хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Әгәр ул закон ҡабул ителһә, беҙ телһеҙ ҡаласаҡбыҙ.

Бына ошоларҙы бер логик сылбырға теҙһәң, үтә хәүефле күренеш пайҙә була: Рәсәй халыҡтарының милли үҙбилдәләнешенә, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә, милли мәғарифҡа, ғөмүмән, федерализмға һәм Конституцияға ҡаршы ҡотҡо таратыусылар Рәсәйҙә милләттәр проблемаһын милләттәрҙе юҡ итеү сәйәсәте аша хәл итергә тырышалар.

         Үрҙә әйтелгән “Мәғариф тураһындағы” РФ-ның закон проектын Башҡарма комитеттың Советы ултырышында, шулай уҡ башҡа башҡорт милли ойошмалар менән тикшереп, үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе БР-ның Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡаратып, улар аша Дәүләт Думаһына тапшырҙыҡ. Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе Башҡортостан депутаты Александр Николаевич Дегтяревтың булыуынан файҙаланып, Өфөлә кәңәшмә үткәреүгә өлгәштек. Был эшкә Бөтөн донъя татарҙары конгресын, Саха-Яҡут йәмәғәтселеген йәлеп иттек.

         Беҙ әлегә “Мәғариф тураһындағы” РФ законы ниндәй булып килеп сығырын белмәйбеҙ. Ләкин беҙҙең талаптарға ҡолаҡ һала башлағандар тигән сигнал интернетта бар. Мәҫәлән, беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән проекттың 6 статьяһының 6 бүлегендә милли республикаларҙа туған телдә уҡырға (туған тел буйынса аттестация үтеү, туған телде өйрәнеү, уҡыу телен һайлауға) хоҡуҡтары барлығы күрһәтелгән.

         Ә инде 45 статьяға ата-әсәләрҙең уҡытыу һәм тәрбиәләү телен һайлау хоҡуғы өҫтәлгән (45 статья, 2 бүлек, 7 пункт).

         “Мәғариф тураһындағы” РФ законы интернетта күрһәтелгән ошо вариантта ҡабул ителһә, башҡорт теле туған тел һәм предмет булараҡ мәктәптәрҙә уҡытыласаҡ, ләкин беҙ һүҙҙе хәҙер башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуҙы талап итеүҙе дауам итергә тейешбеҙ.

         Бынан тыш, мәғариф тураһындағы закон проекты мәғарифта барған үҙгәрештәр һәм уларҙың тенденциялары, йәғни йүнәлештәре, быйыл уҡ ҡайһы бер эштәрҙе әүҙемләштереүҙе талап итә.

         Беренсенән. Ата-әсәләр, уҡытыусылар уҡытыу теле ниндәй тел буласағын хәл итәсәктәрен иҫәпкә алып, улар араһында аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк. Был эш һәр уҡыу йылы алдынан бөтә ата-әсәләр менән, бигерәк тә, беренсе класҡа барған балаларҙың ата-әсәләре менән ойошторолорға тейеш.

         Икенсенән. Балалар баҡсаларында эште көсәйтергә кәрәк. БР-ның Мәғариф министрлығы 2010 йылдың көҙөнән бирле балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙе юридик рәүештә туҡтатты. Хәҙер өйрәнеү кружок формаһында ғына ҡалды. Был осраҡта нимә эшләргә? Балалар баҡсаһының Уставына тәрбиә башҡорт телендә бара тип яҙҙыртырға һәм ҡулланыуҙы йәмәғәт контроле аҫтына кисекмәҫтән алыу кәрәк.

Быйылғы уҡыу йылында башҡорт теле уҡытыуға күп кенә ҡаршылыҡтар килеп сыҡты. Дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу, 1-2 һәм 10-11 кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытмау, башҡорт теле уҡытыусыларын ҡыҫҡартыу, аҙ һанлы мәктәптәрҙе ябыу. Шуныһы ғәжәп, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау өсөн барлыҡҡа килтерелгән Башҡортостандың мәғариф министрлығы Федераль стандартҡа индерелгән дин дәресен башҡорт теле иҫәбенә уҡытырға тип бойороҡ бирә.

         Беҙ үҙ ҡулыбыҙ менән булғанды бөтөрөп ултырғас, башҡаларға шул ғына кәрәк. Стандарт уйлап таптылар. Нимә ул стандарт? Стандарт, ЕГЭ беҙҙең балаларҙы белемһеҙ ҡалдыра торған әйберҙәр. Мәғариф Законы буйынса беҙгә милли телдәрҙе, урындағы мәҙәниәтте, тарихты, йолаларҙы уҡытырға була, ә стандарт рөхсәт итмәй. Был инде кешегә һин алма, аҡ икмәк, ит, май, бал ашай алаһың, ләкин стандарт буйынса һиңә ҡара икмәк кенә рөхсәт ителә, тиеү менән бер. Мин тел буйынса үҙебеҙҙең Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының битараф булыуҙары тураһында әйтмәй китә алмайым. Беҙҙең республикала мәғариф һәм тел буйынса ике закон ҡабул ителгән - “Мәғариф тураһында”, “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”. Шуларҙың үтәлешен тикшереү өсөн Дәүләт Йыйылышы депутаттарын “Парламент тыңлауҙары” үткәреүҙәрен һораныҡ, ләкин уларҙың шул тиклем эштәре күп, бер ай үтһә лә яуап биргәндәре юҡ әле. 2013 йылдың сентябрь айында буласаҡ һайлауҙарҙа 20 партия ҡатнашасаҡ. Шуларҙы һайлағанда ошондай депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға үтмәһен ине.

Әлеге ваҡытта халҡыбыҙҙың хәле нисек тора? 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Башҡортостанда башҡорттарҙың 49 мең кешегә кәмеүен күрһәтте. ЮНЕСКО иҫәпләүе буйынса башҡорттар юғалыу ҡурҡынысы янаған халыҡ иҫәбенә индерелгән. Бында уйланырға урын бар. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе ҡотҡарыу өсөн ең һыҙғанып тотонмаһаҡ, ситтә, тарихи Башҡортостан ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙ тураһында ҡайғыртмаһаҡ, был ҡурҡыныс хәлдән сыға алмаясаҡбыҙ. Милләтте үҫтереү, йәштәрҙе милли рух биреп тәрбиәләү өҫтөндә Дәүләт органдары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары берҙәм һәм дәррәү тотонғанда ғына үҙебеҙҙе юғалыуҙан һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ.

         Шулай ҙа башҡорт халҡы көсө күтәрелеп сығыуына өмөттәр бар. Әлеге ваҡытта Башҡортостан халҡы Волга Федераль округында иң йәш халыҡ. Халыҡтың урта йәше Федераль округта 39,3 йәш, булһа, Башҡортостанда – 37,9 йәш, йәштәр халыҡтың 18,2% тәшкил итә, ә Федераль округта – 16,1%. Республика буйынса 1000 кешегә 182 йәш кеше тура килһә, Әбйәлилдә – 204, Баймаҡта – 255, Бөрйәндә -301, Ейәнсурала – 243, Йылайырҙа – 219, Ғафуриҙа – 224 йәш кеше тура килә. Был һандар йәштәрҙе тәрбиәләү беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим икәнен күрһәтә.  Шул уҡ ваҡытта был райондарҙа эшһеҙлек көслө, йәштәр Себергә китеп эшләргә мәжбүрҙәр.

Әлеге ваҡытта республикала 7 йәштәр ойошмаһы эшләп килә. Уларҙың киң билдәлеләренән Башҡорт йәштәре иттифағын (СБМ), «Күк бүре» башҡорт хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәтен, «Туған тел» ойошмаһын атап әйтергә була. Уларҙың һәр береһе үҙ йүнәлешендә билдәле бер эш алып бара, әлбиттә. Ваҡытында профессиональ уҡыу йорттарында йәштәрҙең яҡташтар ойошмалары әүҙем эшләй башлаған ине, был эште лә йәнләндереү зарур. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа Йәштәр советтарын булдырыу ҙа ҙур ауырлыҡтар менән барҙы һәм ул бик оҙаҡҡа һуҙылды. Бөгөн, дөйөм алғанда, йәштәр менән эш һүлпән бара. Ойошмалар араһында берҙәмлек, килешеп-ярашып эшләү тойолмай. Бында республика кимәлендә ойоштороусы һәм координатор булырлыҡ йәштәр органы булмауы ла бик үкенесле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡоролтай Башҡарма  комитетының Йәштәр советы ла билдәле сәбәптәр арҡаһында йәштәр менән республика кимәлендә эш алып бармай һәм уның эшен тергеҙеү бөгөн шулай уҡ көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Элегерәк йәштәр проблематикаһы буйынса төп мәсьәлә уларҙы уҡытыу, профессиональ белем биреү булһа, бөгөн теге йәки был һөнәр буйынса белем алған йәштәргә эш урындары табыу бик ҡатмарлашты. Әлегә улар үҙ проблемаларын үҙҙәре генә хәл итергә мәжбүр. Бәлки, был проблеманы хәл итеү өсөн республика кимәлендә махсус программа ла булдырыу кәрәктер. Әгәр йәш кешенең даими эш урыны, йәшәр йорто, етерлек килеме булмаһа, ул үҙ илендә йәшәп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү тураһында түгел, ә башын сит-ят ерҙәргә алып сығып китеү әмәлән эҙләйәсәк.

Бөтә илдә барған эскелек афәте беҙҙең халыҡты ла урап үтм         әне. Шуға күрә халыҡ араһында ҙур яҡлау тапҡан “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен 2013 йылда ла дауам иттерәсәкбеҙ. Тиҙҙән ул программа буйынса Хөкүмәт ҡарары сығасаҡ. Ҡоролтай Башҡарма комитеты бөтә республика халҡын был хәрәкәткә ҡушылыуын һорай һәм эскелек афәтенән ҡотолоуҙың һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙең алға бер ҙур аҙымы тип иҫәпләй.

29 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәкиевич Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә тәҡдим итте.  Мөрәжәғәтнамәлә иҡтисадты үҫтереү, мәҙәни мөхитте байытыу, йәштәрҙе тәрбиәләү, инвестициялар йәлеп итеү менән бергә, экология мәсьәләләре лә күтәрелде һәм Президент киләһе йылды “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” тип иғлан итте. Шуның ыңғайына мин әйтеп китер инем. Беҙҙең изге тауҙарыбыҙҙы (шихандарҙы) һаҡлау, урмандарыбыҙҙы ҡурсалау, ҡаҙылма байлыҡтарын алғандан һуң ҡалған ерҙәрҙе тәртипкә килтереү, һыуҙарыбыҙҙың таҙалығын һаҡлау йәмәғәт ойошмаларының бурыстары булып тора. Был эштәрҙә әүҙемерәк булайыҡ.

Шәжәрә байрамдары йәштәрҙе милли рухта тәрбиәләү өсөн этәргес бер ҙур көс булып тора. Уларҙа үҙенең тамырҙарын асыҡлау һәм үҙ халҡың менән ғорурланыу уята. Шуға күрә һәр йәш кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш һәм уларҙы халҡыбыҙҙың данлы тарихы өлгөһөндә тәрбиәләү беҙҙең бурыс.

        2012 йылдың сентябрь, октябрь, ноябрь айҙарында Башҡортостан буйынса дәррәү ҡоролтайҙар уҙҙы. Төп маҡсат – һәр башҡорт ауылында ҡоролтайҙың беренсел ойошмаһын булдырыу (тәүойошма, первичные организации), уставтар нигеҙендә Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр ҡорҙары, Йәштәр советтары ойоштороу.

         Бөгөнгө көндә 58 район һәм ҡала ошо йүнәлештә ҡоролтайҙар уҙғарҙы. Уларҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән хакимиәт башлыҡтарына, бигерәк тә социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫарҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ләкин бер-нисә районда ҡоролтай бик аҙ халыҡ йыйып, әҙерлекһеҙ, түбәнге кимәлдә үтте. Башҡарма комитет был райондарҙа яңынан ҙур ҡоролтайҙар йыйырға тигән ҡарарға килде.

         11 район төрлө сәбәптәр менән һаман ҡоролтай уҙғара алмай әле.

Был төбәктәрҙә декабрҙең аҙағына тиклем ҡоролтайҙар үтеп бөтөр, тип ышанабыҙ.

         Ошо тәңгәлдә бер фекер әйтеп үтке килә: ҡоролтайҙарҙа беҙҙең Башҡарма комитет ағзалары ҡатнашты һәм улар әйтеүенсә, күп ҡоролтай ултырыштары колхоз йыйылышы һымаҡ, үҙотчетҡа ҡоролған сығыштар менән үткән. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең ултырыштарҙы фекер алышыу ҡорона әйләндерәйек, халыҡ менән диалог ҡороу нигеҙендә ойошторайыҡ. Ҡоролтайға килгән халыҡ үҙенең эсендә ҡайнағанын әйтергә, проблемалар күтәрергә, милләттәштәргә уйландырырлыҡ, сәмләндерерлек, йөрәген ҡуҙғытырлыҡ фекер әйтергә тейеш.

         Ошоға һүҙҙе ялғап, тағы бер тәҡдим. Хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә секция ултырыштарына таралабыҙ. Секция етәкселәренә үтенес һәм тәҡдим шундай: эште ниндәйҙер оҙон докладтар тыңлауға ҡормайыҡ, ә түңәрәк өҫтәл артында үткер фекерҙәр тыңлап, эшлекле һәм файҙалы һығымталар яһап, тәҡдимдәр әйтеп, йүнәлештәр билдәләйек.

         Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы