20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында (Башҡарма комитет рәйесе Р.Т.Аҙнабаевтың доклады)
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 2012 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында (Башҡарма комитет рәйесе Р.Т.Аҙнабаевтың доклады)

Хөрмәтле Башҡарма комитет ағзалары, саҡырылған район һәм ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре һәм ҡунаҡтар!

         Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 2012 йылда башҡарған эштәренә анализ яһағанда илдәге барған сәйәсәткә, үҙгәрештәргә, тартҡылашыуҙарға беҙҙең ҡоролтайсыларҙың битараф булмауын, һәр бер сәйәси күренештәргә үҙ позицияһы барлығын билдәләп үтергә кәрәк.

         Башҡарма комитет комиссияларының әүҙем эшләүе, уларҙың үҙҙәренең тармағы буйынса компетентлы булыуҙары республикала тотороҡлоҡто һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәндән һуң беренсе тапҡыр бөтә район һәм ҡалаларҙа ҡоролтайҙар үткәрелде, сит илдәрҙә- Ҡаҙағстанда республика ҡоролтайы ойоштороу буйынса ҡыҙыу эштәр эшләнде, Себер регионындағы өлкәләрҙең ҡоролтайҙарын берләштереп дөйөм Себер ҡоролтайы үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Ғәйнә башҡорттары менән тығыҙ эш алып барыу программаһы төҙөлә. Быйыл Пермь крайында үтәсәк Федераль Һабантуйында беҙ һабантуй башҡорт ерендә үтә икәнен барлыҡ халыҡҡа күрһәтергә тейешбеҙ.

         Мәғариф комиссияһы тәҡдиме менән (рәйесе Саньяров Фәнзил Буләкович) көнбайыш район һәм ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле итеп уҡытыуҙы комплекслы тикшереү үткәрелде. Тикшереү һөҙөмтәһе мәғариф министрлығында, Башҡарма комитетта ҡаралды. Был эштәр башҡорт теленә  асыҡ  һөжүмде туҡтатырға ярҙам итте.

         Мәғариф буйынса эштәрҙең дауамы булып Федераль закон проектын ҡарау булды. Был проектты ҡарағанда фән эшмәкәрҙәрен, йәмәғәт ойошмаларын туплап беҙҙең тәҡдимдәрҙе Дәүләт Думаһына еткереүгә Күсәбаев Буранбай Рәфҡәт улы күп көс һалды. Шуныһы ҡыуаныслы – беҙҙең тәҡдимдәр ҡабул ителгән Законға индерелде. Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе Башҡортостан депутаты Александр Николаевич Дегтяревтың булыуынан файҙаланып, Өфөлә кәңәшмә үткәреүгә өлгәштек. Был эшкә Бөтөн донъя татарҙары конгресын, Саха-Яҡут йәмәғәтселеген йәлеп ителде.

         Хәҙер беҙ мәғариф тураһында Закон статьяларына таянып, башҡорт телен һаҡлау, ҡулланыу, үҫтереү эшен йәнләндерергә тейешбеҙ. Әлбиттә, Законды тормошҡа ашырыу эше Мәғариф министрлығы иңендә, ләкин йәмәғәтселек роле мөһим икәнен тормош беҙгә аңлатты, шуға күрә беҙҙең үҙебеҙҙең ошо Закон буйынса эш планы булырға тейеш. Үҙен аҡлаған эш формаларына таянып, беҙ яңы йүнәлештәрҙе  асыҡлайыҡ. Шул йүнәлештәр араһында балалар баҡсаһында башҡорт телен туған тел булараҡ (төньяҡ-көнбайыш райондар өсөн) һәм дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙе яйға һалыу кәрәк. Яңы законда был эшкә юл асылған: республикаларҙың дәүләт теле балалар баҡсаһында ла өйрәнелергә тейеш, тип билдәләнгән. Белеүегеҙсә, был эш 2010 йылдың сентябренән туҡталылып торғайны, ул ғына ла түгел, ҡайһы бер балалар баҡсаһы уставтарында башҡорт теле ҡулланылыуы тураһында информация бөтөнләй төшөрөлөп ҡалдырылғайны (был Министрлыҡтың баяғы 2010 йылдың сентябрендәге хаты арҡаһында). Шуға күрә беҙгә 1 сентябргә тиклем һәр бер балалар баҡсаһында был мәсьәләне, хаталарҙы төҙәтеп, ыңғай хәл итергә кәрәк.

         Икенсе ҙур йүнәлеш. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәптәрҙә уҡытыу Концепцияһын ҡабаттан ҡарап сығыу. Үткән ҡоролтайҙарҙа, мәғариф буйынса Закон проектын тикшергәндә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы яҡлағанда уҡытыусылар, активистар, ата-әсәләр бик күп тәнҡит һүҙҙәрен әйттеләр. Был эште оҙаҡҡа һуҙмай башлауҙы мәғариф министры Әлфис Суфиянович Ғаязовтан һорайбыҙ. Шулай уҡ министрлыҡ милли-төбәк компонентын тормошҡа ашырыу буйынса эш башҡарырға тейеш. Бында беҙ Башҡортостан тарихын, Башҡортостан мәҙәниәте предметтары тураһында һүҙ алып барабыҙ. Мәғариф буйынса дәүләт стандарты тураһында ла ҙур эш башҡарып сығырға кәрәк. Әлбиттә, мәғариф тураһындағы Закондың беҙгә оҡшамағын урындары бар, ләкин улар тураһында һүҙҙе беҙ бөгөн ҡуйыртмай, уларҙы эш барышында төҙәтеү хәстәрен күрербеҙ.

         Тағы ла бер киҫкен һөйләшеүҙәр һәм сығыштар “Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте Стратегияһы”н ҡарағанда килеп сыҡты. Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы академик Фәнил Сәитович Фәйзуллин Мәскәүгә Дәүләт Думаһы комитеты ултырышына барып ҡайтты. Әйтеп үтергә кәрәк, Башҡарма комитет ағзаларының, ғалимдарҙың: Марат Ҡолшәрипов, Фәнил Фәйзуллин, Әхтәр Боҫҡоновтың киҫкен сығыштары һәм Башҡарма комитеттың Мөрәжәғәте Стратегияның күп положениеларын үҙгәртергә мәжбүр итте. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән ҡабул ителгән Стратегияла Рәсәй милләтен барлыҡҡа килтереү, субъекттарҙы эреләтеү, республикалар урынына милли-мәҙәни автономиялар төҙөү пункттары төшөрөп ҡалдырылды. Хәҙер улар урынына

-         Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү

-         Рәсәй халыҡтары тарихын һәм йолаларын өйрәнеү

-         Рәсәй халыҡтарының бер тигеҙлеге һәм үҙбилдәләнеше

-         Рәсәй халыҡтары телдәренә һәм мәҙәниәтенә дәүләт ҡурсалауы һәм ярҙамы (яҡлауы һәм һаҡлауы)

-         Рәсәй халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белемде таратыу

-         Граждандарҙың туған телдәрҙе өйрәнеү хоҡуғын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итергә Тигән пункттар ҡабул ителде.

         Башҡарма комитеттың комиссиялары эше хаҡында.

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты  эргәһендә нисә комиссия эшләй икән, тимәк, шунсама өлкәлә проблемалар ҙа бар. Беҙ бар өлкәләрҙе лә күҙҙә тоторға, милләткә ҡағылған һәр мәсьәләне өйрәнергә, ниҙелер хәл итергә йә хәл итеүгә ярҙамлашырға тырышабыҙ.

Белеүегеҙсә, Башҡарма комитетта туғыҙ комиссия эшләп килә. Улар:

  1. Тарих һәм демографик үҫеш проблемалары буйынса комиссия
  2. Милли мәғариф һәм фән буйынса
  3. Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса
  4. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар менән эшләү буйынса
  5. Дәүләт власы органдары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән килешеп эшләү буйынса
  6. Тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса
  7. Ғаилә, әсәлек, атайлыҡ, балалыҡ мәсьәләләре буйынса
  8. Һаулыҡ һаҡлау һәм экология буйынса
  9. Информацион сәйәсәт мәсьәләләре буйынса      

Комиссия рәйестәре Гөлфиә Янбаева, Иршат Аҫылғужин, Рәшит Шәкүров, Фәнзил Саньяров бик әүҙем эшләнеләр. Был комиссияларға халыҡ менән эшләү һәм килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү хас.

Башҡарма комитет ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире  Гөлфиә Янбаева бер үҙе ике комиссия эшен алып бара:  Ғаилә, балалыҡ, атайлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләләре буйынса һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссиялар. Киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия былтырҙан алып   11 ултырыш үткәрҙе. Хәҙер мәғлүмәт заманы, мәғлүмәтле кеше заман менән идара итә, тиҙәр. Комиссия үҙ эшен ошонан сығып ойоштора ла инде. Унда башҡорт баҫмалары, ТВ һәм радио эше генә түгел, ә интернет донъяһына бәйле мәсьәләләр ҙә  тикшерелә. Мәҫәлән, бөгөн йәштәрҙе,балаларҙы интернеттан айырып алып булмай, тиҙ генә айырып алып та булмаясаҡ. Шулай булғас, ниңә башҡорт баҫмаларында ғына яҙа торған милли һәм рухи тәрбиә темаһын интернетҡа ташламаҫҡа? Ошо йүнәлештә эшләрлек башҡорт блогерҙары тәрбиәләү буйынса бер нисә ултырыш булды. Башҡорт Википедияһы эше менән дә күптәр ошо комиссия аша танышты. Хәҙер комиссия ағзалары район, ҡалаларҙағы башҡорт баҫмалары редакцияларында, ТВ, радиола башҡорт теле, журналист оҫталығы буйынса мастер-класс, семинарҙар үткәрергә тигән план ҡора. Был йәһәттән район ҡоролтайҙары рәйестәренең дә ярҙамы кәрәк буласаҡ, сөнки һәр районда тиерлек башҡорт телендә гәзиттәр сыға, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларға ихтыяж тыуҙырыу фарыз бит. Ә ихтыяж ҡыҙыҡлы, кәрәкле мәғлүмәткә һәр саҡ бар.

Ғаилә, балалыҡ, атайлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләләре буйынса комиссия эшенең төп йүнәлешен  билдәләү  маҡсаты менән райондарҙа әллә күпме осрашыуҙар, түңәрәк ҡорҙар, республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары, беҙҙең ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова менән бергәләп ҡатын-ҡыҙҙарға арналған закондар буйынса фекер алышыуҙар ойошторҙо. Утыҙлап районда,  шул иҫәптән төньяҡ-көнбайыш райондарҙа башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашыу үткәреп  сыҡты. Был бигерәк тә мөһим эш булды, тип уйлайым, сөнки ауылдарҙа хәҙер туған телде, мәҙәниәтте, башҡортлоҡто тап башҡорт теле уҡытыусылары булған ҡатын-ҡыҙҙар һаҡлай. Уларҙың рухын нығытыу, шулай уҡ уларҙың эш урындарын һаҡлап ҡалыу бөгөн көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Был йәһәттән ысынлап та “башҡорт теле уҡытыусыһы” тигән оло эште үҙ иңендә йөкмәп килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ оло ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Беҙ үткән йәйҙә Өфөләге башҡорт теле уҡытыусыларының башҡорт теле  дәрестәрен  һаҡлап ҡалыу буйынса фиҙаҡәр эшмәкәрлегенә шаһит булдыҡ. Уларҙы Өфө ҡала округы хакимиәтенең, Өфө райондарының мәғариф идаралыҡтарында эшләүсе башҡорт теле буйынса методистар әйҙәп йөрөнө.  Был эште атҡарырға күп көс һалған методик үҙәк етәксеһе Сафиуллина Розалия Рәсих ҡыҙының фиҙәҡәрлеге бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Был эштәрҙең уртаһында Ғаилә, балалыҡ, атайлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе булды.

Бөтә булған осрашыуҙар, түңәрәк ҡорҙарҙан һуң,  һәр районда ғына түгел, һәр ауылда ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡорҙары булырға, улар ауылдарыбыҙҙы әхлаҡи һауыҡтырыу,  ғаилә статусын күтәреү кеүек мәсьәләләрҙе үҙ ҡулдарына алырға тейеш, тигән һығымта яһалды Комиссияның әле күптән түгел генә булып үткән ултырышында “Әйҙәгеҙ, ауылдарға, милләттәштәр араһына сығайыҡ, уларҙың хәлен белешәйек, рухын күтәрерлек һүҙ әйтәйек, йолаларҙы тергеҙешәйек”, тигән саҡырыу ташланды.  Бөгөн ултырышта ҡатнашыусы район ҡоролтайҙары рәйестәре был комиссияның эш планы менән танышып, ундағы сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашһын ине, тип һорайым.

         Эшҡыуарлыҡ комиссияһы тураһында ла айырым әйтеп китергә теләйем. Ҡоролтай эргәһендә асылған Бизнес-центр бик актив эшләй. Аҫылғужин Иршат Мухарамович унда 2 егетте ултыртып ҡуйҙы, улар эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төрлө ысулдар менән көн дә эшләйҙәр: йыйылыштар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрәләр. Күптән эшләгән эшҡыуарҙар йәштәрҙе килеп өйрәтә, консультациялар үткәрә. “Эшҡыуарлыҡты үҫтереү” темаһына бик күп райондарҙа күсмә ултырыштар үткәрҙеләр. Мәҫәлән, Сәйетбабала, Баймаҡта, Мәсетлелә, Хәйбулла (Аҡъярҙа) – бер-нисә район йыйылды,  Кумертау ҡалаһында - Көйөргәҙе, Мәләүез Федоровка райондарын саҡырып, Әбйәлилдә (Асҡарҙа), Бөрйәндә (Иҫке Собханғолда), Бүздәк районында (Ҡаңны-Төркәйҙә). Ишимбай районы Салих ауылында ла түңәрәк өҫтәлдәр күп халыҡ йыйылып, юғары кимәлдә үтте, Халыҡ та эшҡыуарлыҡҡа әүҙемләште, субсидиялар алыу буйынса методик ярҙам күрһәтелде, нисек эш башларға, кәңәштәр алдылар. Халыҡ туплана, күп мәсьәләләр күтәрәләр, ҡыҙыҡһыналар, күптәр үҙҙәренең кәсептәрен асып ебәрә. Комиссия бөгөнгө көндә Урал аръяғыы райондарының үҫеш програмаһын ҡарай, тәҡдимдәр индерә.

         Шул уҡ ваҡытта тарих комиссияһы бер генә ултырыш үткәрҙе. Совет ҡарары менән уға йөкмәтелгән Карауанһарай проблемаһы ла комиссияның иғтибарынан ситтә ҡалды.

         Дәүләт власы органдары менән эшләү комиссияһы эшен дә тәртипкә һалырға кәрәк.

         Һаулыҡ һаҡлау һәм экология комиссияһы тәбиғәтте һаҡлау буйынса уҙған йылда бер генә ултырыш та, тикшереү ҙә үткәрмәне. Шул уҡ ваҡытта Учалы районы ауылдарының баҡсаларына кереп алтын йыуҙыралар. Ул ауылдарҙың ере әлеге көндә терегөмөш (ртуть) менән ағыулана. Һөләймән ауылы кешеләре рак ауырыуынан үләләр. Республикала тәбиғәтте һаҡлау буйынса бихисап проблема тулып ята.

         Ошо мәсьәләләрҙе беҙ күтәрмәһәк кем күтәрер?

         Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып комиссияларҙың һаны һәм рәйестәре тураһында Совет ҡарары бар. Ул ҡарарға ярашлы комиссиялар  үҙгәртелә һәм яңы рәйестәр тәҡдим ителә.

         Эшләнгән эштәр тураһында информация халыҡҡа барып етмәһә ул эштәрҙән фәтүә бик аҙ. Шуға күрә киң  мәғлүмәт саралары: гәзиттәр, журналдар, радио, телевидение һәм интернет менән беҙ тығыҙ эшләргә тейешбеҙ. Беренселәре менән беҙ әле эш алып барһаҡ, беҙҙең эштәр тураһында гәзит биттәрендә, радио, телевидениела информация сығып тора. Интернетта беҙ юҡ. Ҡоролтай сайты эшләмәй. Информация бик аҙ. Сайтты күпме генә йәмләндереп ебәрергә тырышһаҡ та, әлегә алға китеш күренмәй.

Беҙҙең башҡарма комитет ағзалары күбеһе йәштәр, интернетта яҙышалар, әммә дөйөм эшкә ҡушылып китә алмайҙар. Ҡайһы берәүҙәр ҡоролтайҙы тәнкитләүҙе батырлыҡ тип һанай.

Тәңкиттең дә төрлөһө бар, үҙең халыҡ өсөн янып эш эшләп йөрөп, шул эшкә битарафтарҙы тәңкитләү, икенсеһе - уҙең ҡыл да ҡыбырлатмай эшләгәндәрҙе өйрәтеп ултырыу.

Ҡарауанһарай мәсете проблемаһы хәл итеүҙе көтә. Әлеге көндә “Карауанһарай” исемендәге дини ойошмаға мәсетте ҡайтарып биреү суд  тарафында хәл ителгән. Ләкин мәсетте көслөк менән тартып  алған ситтән килгән кешеләр Ырымбур башҡорттарын мәсеткә керетмәйҙәр һәм имам-хатиб Хафизовҡа мәсеттә эш алып барыуға мөмкинселек бирмәйҙәр. Мәсет йортон йәшәү өсөн яраҡлаштырғандар ( ситтән килгән кешеләр һаҡсы ролендә). Был мәсьәлен беҙгә кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк.

         20-се быуат афәте - эскелек менән көрәштә район һәм ҡала ҡоролтайҙары әүҙем ҡатнашты. Әбйәлилдә башланып киткән был ағым бөтә республикаға таралды. Әлеге ваҡытта республикала 50 мең алкоголик, 5 меңдән күберәк наркоман иҫәптә тора, һәр кешегә 18-әр литр спиртле эсемлек эселгән ваҡытта “Айыҡ ауыл” хәрәкәте бик актуаль һәм ваҡытлы. Быйыл да “Айыҡ ауыл” программаһы ҡабул ителде, беҙгә ең һыҙғынып был эшкә тотонорға кәрәк.

         Сибай институты базаһында совет ултырышы үткәреү күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ҡыҫылып ятҡан бер мәлдә Сибай филиалы дәүләт кимәлендәге эштәрҙе эшләй. Юридик институтта башҡорт группаһы ябылып ятҡанда, “Башҡортостан республикаһының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы” дисципланаһы уҡытыуҙан алып ташланған мәлдә Сибай институты мәҙәниәтебеҙҙең, телебеҙҙең бер тере шишмәһе булып тора.

         Шул шишмәне булдырған коллективҡа, уның ректоры Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улына ҙур рәхмәтемде белдерәм.

         Профессиональ белем биреү системаһында йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү проблемаларына арналған был сара юғары кимәлдә үтте. Патриотик рух институт ҡапҡаһын асып ингәс тә беҙҙе ҡаршылаған милләтебеҙҙең арҙаҡлы улдарының бюсттары аша бирелә. Институттың фоеларында барельефтар ҡуйылған, 1812  йылға арналған диорама асылған.

         Ҡыҫҡаһы, миллләтебеҙҙең бөйөк улдарының һындарын, эшләгән эштәрен туплаған бер музей барлыҡҡа килтергәндәр, һәм йәштәр шул мөхиттә тәрбиә ала.

         Ҡоролтай эшенең халҡыбыҙға ни тиклем кәрәклеген аңлаған һәм бик ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн  беҙ Сибай хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновҡа ҙур рәхмәтлебеҙ.

         Быйылғы район һәм ҡала советтарына депутаттар һайлау беҙҙең халыҡ өсөн яҡшынан булманы. Был һайлауҙарҙа ойоштороусылар ярҙамында ҡайһы бер район Советтарында бер генә башҡорт депутаты ла  һайланманы. Һайлау округтары менән монипулировать итеү, хакимиәт башлыҡтарының депутаттарҙың списоғын һайлауғаса алдан төҙөп ҡуйыуы шундай хәлгә килтереп еткерҙе. Һөҙөмтәлә:

Шишмә, Стәрлетамаҡ район Советтарында депутаттар араһында бер башҡорт та юҡ; Бишбүләк, Мишкә, Кушнарен, Бөрө, Бәләбәйҙә - берәр депутат, Архангелдә, Нуриман, Стәрлебаш, Ағиҙел, Дүртөйлөлә - икешәр депутат. Ә бит был райондарҙа Архангелдә - 45,5 % башҡорт, Нуриманда - 38%, Стәрлебашта -  36% башҡорт йәшәй, уларҙың тауышы ҡайҙа китте икән? Әгәр % менән генә алғанда был райондарҙа Архангелдә 15 депутаттың 7-һе башҡорт, Нуриманда-14-тән 5-һе башҡорт булырға тейеш, ә 56,5% башҡорт йәшәгән Йылайырҙа -15 депутаттың 5-һе генә башҡорт, ул 30% тәшкил итә. Республиканың 15 район Советтары аҫаба халыҡтың мәнфәғәттәрен хәл итерлек дәрәжәлә түгел. Сөнки башҡорт милләтенән булған депутаттар юҡ кимәлендә.

         Быйылғы йылдың сентябрь айында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙар үтәсәк. Әгәр ҙә район һәм ҡала Советтарына һайлаған кеүек битараф булһаҡ, Дәүләт йыйылышында ла  башҡорт депутаттары бармаҡ менән генә һанарлыҡ буласак. Шул хәлгә ҡалмаҫ өсөн бөгөндән башлап Республика буйынса ойошторолған һәр бер 55 һайлау округында һайлау комиссияһы ағзаһын тәҡдим итергә кәрәк (был район, ҡала ҡоролтайҙары эше) һәм һәр округта кандидаттар күрһәтеүҙе бурыс итеп алайыҡ. Ҡоролтай рәйестәренең үҙҙәренең район-ҡалаларҙа депутат итеп һайланыуға ирешергә кәрәк.        

         Ноябрь, декабрь айҙарында үткән район һәм ҡала ҡоролтайҙары беҙҙең эштәге күп кенә етешһеҙлектәрҙе күрһәтте.    Урындарҙа хәл ителмәгән проблемалар бихисап. Мәктәп, ер, экология, эшҡыуарлыҡ һәм тағы ла халыҡтың көнкүрешенә ҡағылған мәсъәләләр ҡоролтайҙың  көнүҙәк мәсьәләһе булырға тейеш. Мәскәү тылҡыған “Гражданское общество” ҡоролтайҙан башлана ла инде. Үрнәк өсөн Стәрлетамаҡ районында биш ауыл  ауыл ҡоролтайҙары ойошторҙолар һәм бергә берләшеп төбәк ҡоролтайы барлыҡҡа килтерәлар. Иманым камил, төбәк мәсъәләләрен шул халыҡ мәнфәғәтендә улар хәл итәсәк. Сөнки әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ районында, әйтеп киткәнемсә, төп халыҡтан бер депутат та юҡ, хакимиәт башлығының бер урынбаҫары ла башҡорт түгел. Ауылда ер бирмәйҙәр, фермерҙарға ярҙам юҡ.

         Башҡарма комитет башҡарған эш нисбәте һеҙгә таратылған. Йәмғеһе 239 сара үткәрелде. Шулар иҫәбендә түбәндәге информацияны биреп үтергә теләйем:

         2012 йылда 3 Башҡарма комитет ултырышы уҙҙы, унда Өфө-2 ҡаласығын фәнни өйрәнеү, һаҡлау, музейлаштырыу, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеү проблемалары, халҡыбыҙҙың демографик һәм этно-мәҙәни үҫеше тураһында һорауҙар ҡаралды, ойошма Уставына үҙгәрештәр индерелде.

         Шулай уҡ актуаль проблемалар буйынса 15 Совет ултырышы уҙҙы

         Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнеш тоттоҡ, йәмәғәт ойошмаларын үҙебеҙ үткәргән сараларға саҡырҙыҡ, балалар өсөн экскурсиялар ойошторҙоҡ, субъекттарҙа үткән төрлө сараларҙы ойоштороуға ярҙам иттек, методик ярҙам күрһәттек. Шулай уҡ Ҡоролтайҙа күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе милли әҙәбиәт менән тәьмин итеү өсөн китап йыйыу акцияһы ойошторолдо. 

         Ҙур иғтибар милләт сәләмәтлегенә, йәштәрҙең рухи һәм физик тәрбиәһенә бирелде. 2012 йылда милли көрәште, айыҡ тормошто  пропагандалау һәм үҫтереү маҡсатында еңеүсе командаларға һәм ауылдарға 200-ҙән артыҡ спорт инвентары – милли көрәш буйынса тренировкалар үткәрергә һәм ярыштар ойоштороу өсөн маттар таратылды.

         Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә тантаналы рәүештә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған башҡорт теле байрамы уҙғарҙыҡ. Унда  башҡорт мәктәптәре уҡытыусылары һәм уҡыусылары, ата-әсәләр, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар,  яҙыусылар, шағирҙар, артистар ҡатнашты. Тел күркен күтәреүсе бындай байрамды быйыл да 21 февральдә уҙғарырға уйлайбыҙ.

         Һәр йылдағыса, Башҡарма комитет төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Һылыуҡай”, “Шаяниум” һәм башҡа башҡорт конкурстарын үткәреүҙә ярҙам итте һәм бағымсы булды.

         112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуына 70 йыл тулыуына бағышлап Башҡарма комитет инициативаһы менән башҡорт атлыларының яу юлдары буйлап Халыҡ-ара ҙур автопробег ойошторолдо. Был сара патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булды. Башҡорт яугирҙарының даны Өфөнән Берлинғаса тиклем 6 ил территорияһында тағы ла бер ҡат иҫкә алынды. Рәсәйҙә лә, Укарина һәм Белоруссияла ла Башҡортостан вәкилдәрен хөрмәтләп ҡаршы алдылар, урындарҙа төрлө патриотик саралар уҙғарҙылар. Урыҫтар, казактар, укранидар һәм белорустар ошо сараға ҙур баһа биреп, “Башҡорттар, һеҙ маладистар, үҙ батырҙарығыҙҙы онотмайһығыҙ, беҙҙең яҡтарға ситтән башҡорттарҙан башҡа бүтән халыҡ вәкилдәренең килгәне лә юҡ”- тинеләр. Автопробег материалдары буйынса Башҡортостан телевидениеһында 5 сериянан торған документаль фильм күрһәтелде.

         Һеҙгә таратылған “Саралар теҙмәһе” тигән документта беҙҙең тағы ла күп эштәр менән танышырһығыҙ. Барыһын да һанап үтеп булмай. Тик айырып тағы ла шуны әйтке килә.

Беҙгә бөгөн бигерәк тә әүҙем булыу талап ителә. Халҡыбыҙ проблемалар, тормош ауырлыҡтары алдында яңғыҙ ҡалырға, яңғыҙы ғына үҙ хоҡуҡтарын даулап йөрөргә түгел, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  Башҡарма комитетына, уның райондарҙағы, ҡалаларҙағы ҡоролтайҙары башҡарма комитеттарына таянырға кәрәк. Райондарҙағы ҡоролтайҙар исем өсөн генә теркәлгән ойошмалар булыуҙан туҡтап, ысын эш режимына күсергә ваҡыт. Был талап 3-сө ҡоролтай ҡарарҙарына индерелгәйне. Яңы рәйестәр ең һыҙғанып эшкә эшлекле генә тотондолар. Ләкин ҡайһы бер рәйестәр ҡоролтай эшенә һалҡын ҡарайҙар, эште ойоштора белмәйҙәр, ҡоролтай эшенә тотҡарлыҡ яһайҙар. Йәйгеһен күпме мәктәптәр оптимәлләштеү һылтауы менән ябып ҡуйылды, ҡыҫҡартылды – айырым райондарҙа ошо эштәр менән ҡыҙыҡһынмаған, оптималләштереүҙе тормошҡа ашырғандарға “Ниңә улай?” тигән борсоулы һорау бирмәгән ҡоролтай рәйестәре булды.  Ғөмүмән, районындағы милләт мәнфәғәтендә ҡыл да ҡыймылдатмаған, хоҡуҡтарыбыҙҙы даулап еңеү яулауҙа ҡатнашырға теләмәгән  ҡоролтай рәйестәре бар. Беҙ ошо арала бер нисә районда ҡоролтай ултырыштарын яңынан үткәрергә уйлап торабыҙ. Халыҡ хәҙер ысынлап та ҡоролтайҙан башҡа таяныр  нөктә булмағанын аңланы, эшләмәгән ҡоролтай рәйестәре тураһында ялыуҙар килә башланы.

Әле мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бик күп кисекмәҫтән  беҙ ҡыҫыла торған проблемалар килеп сығыуы тураһында ишеттек. Оптималләштереү үткәреү һылтауы менән ҡайһылыр ауылда клубтар ябылырға, филармониялар филиал булып ҡына ҡалырға мөмкин, тигән ҡурҡыныс алдындабыҙ. Мәктәптәрҙе оптималләштергәндә лә ҡайһы бер райондарҙа аныһын-быныһын ҡарап, хәлде анализлап торманылар – тоттолар ҙа өҫтән төшкәнде үтәй һалдылар. Хәҙер бына клубтар мәсьәләһендә лә был хатаны ҡабатламаҫҡа тейешбеҙ. Шуға ла бына Ҡоролтай Башҡарма комитеты эргәһендә яңы комиссия – мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса комиссия булдырмаҡсы иттек, бөгөнгө ултырышта беҙ уны раҫларға, рәйесен һайларға тейешбеҙ. Оптималләштереү генә түгел, был өлкәлә башҡа проблемалар ҙа етерлек. Театрҙар репертуарҙарында халыҡты, йәштәрҙе тәрбиәләй торған спектаклдәр булмауы, һуңғы ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт концерттары юҡҡа сығыуы ла, шул арҡала республиканы күрше республика гастролерҙары баҫыуы ла һағайтырға тейеш беҙҙе. Ниндәй халыҡтың сәнғәт өлгөләрен пропагандалайбыҙ беҙ? Һуңғы ваҡытта бит башҡорт сәнғәтен “Байыҡ” һәм “Башҡорт йыры” телевизион проекттары ғына күтәрә һәм һынландыра һымаҡ була башланы. Ә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләренә кадрҙар тәғәйенләү мәсьәләһе беҙҙе бөтөнләй аптырауҙа ҡалдыра. Ҡайҙа-ҡайҙа, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләй торған башҡорт кадрҙары етерлек бит, әммә уларҙы күрмәйҙәр, ҡайҙандыр бөтөнләй әҙерлекһеҙ кешеләрҙе килтерә лә ҡуялар.

Ҡоролтай рәйестәренә күрһәтмә рәүешендә бер-нисә һүҙ. Беҙгә информация ваҡытында килеп етмәй, йәштәр Советы, тәүойошма төҙөү эш пландары кисекмәҫтән Башҡарма комитетта булырға тейеш. Шунһыҙ беҙгә анализ яһарға бик ҡыйын.

         Яңы ҡоролтай рәйестәренә. Беҙ район, ҡала ҡоролтайҙары уҙғарыу буйынса методик рекомендациялар эшләгәнбеҙ. Унда башҡарма комитет ултырышын нисек уҙғарырға, нисек ҡоролтай йыйнарға күрһәтелгән. Методик ҡулланманы яуапыл секретарь Сәүиә Минигалиевнанан ала алаһығыҙ.

         Хөрмәтле коллегалар!

Ошо ерҙә сығышымды тамамалайым. Киләсәктә һеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, рух күтәренкеле, яңы башланғыстарығыҙҙа уңыштар һәм йәмәғәт эшендә актив позицияла булыуығыҙҙы теләйем!

         Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы