Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Р.Т. Аҙнабаевтың отчет докладында ҡоролтайҙың мәғәриф һәм фән комиссияһы эшенә ыңғай баһа бирелде, рәхмәт. Ысынлап та, беҙҙең комиссия ағзалары 2012 йылда һөҙөмтәле эшләне, йыллыҡ план тулыһынса үтәлде.
Ҡайһы бер эштәргә генә туҡталып үтәм. Беҙ Халыҡ-ара туған телдәр байрамын әҙерләүҙә һәм ҙур сара итеп «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында юғары кимәлдә үткәреүҙә ҙур роль уйнаныҡ. 2013 йылда ла уны әһәмиәтле ижтимағи– сәйәси сара итеп үткәрергә кәрәк, Халыҡ-ара туған тел байрамы бейеү һәм йырлау өсөн түгел, ә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү сараһы булырға тейеш. Ҡайһы бер коллегаларыбыҙ ошо проблеманан ситләшергә тырыша.