20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Милли мәғарифты һаҡлау – изге бурысыбыҙ (Ф.Б. Саньяровтың Башҡарма комитет ултырышындағы сығышы)
Милли мәғарифты һаҡлау – изге бурысыбыҙ (Ф.Б. Саньяровтың Башҡарма комитет ултырышындағы сығышы)

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Р.Т. Аҙнабаевтың отчет докладында ҡоролтайҙың мәғәриф һәм фән комиссияһы эшенә ыңғай баһа бирелде, рәхмәт. Ысынлап та, беҙҙең комиссия ағзалары 2012 йылда һөҙөмтәле эшләне, йыллыҡ план тулыһынса үтәлде.

       Ҡайһы бер эштәргә генә туҡталып үтәм. Беҙ Халыҡ-ара туған телдәр байрамын әҙерләүҙә һәм ҙур сара итеп «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында юғары кимәлдә үткәреүҙә ҙур роль уйнаныҡ. 2013 йылда ла уны әһәмиәтле ижтимағи– сәйәси сара итеп үткәрергә кәрәк, Халыҡ-ара туған тел байрамы бейеү һәм йырлау өсөн түгел, ә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү сараһы булырға тейеш. Ҡайһы бер коллегаларыбыҙ ошо проблеманан ситләшергә тырыша.

       2012 йылда башҡарылған иң оло эштәребеҙҙең береһе – Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә дәүләт телдәрен уҡытыуҙы ойоштороуҙы өйрәнеү, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү булды. Был төбәктә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ҡәнәғәтләнерлек тип таптыҡ.

       Балар башҡорт әҙәби телен белә, өйрәнә, сараларҙа саф башҡортса һөйләшә. Башҡорт баҫмаларына бөтә ерҙәрҙә лә яҙылмауҙары күренде. Мәҫәлән, Бүздәк районында «Башҡортостан», «Республика Башҡортостан» ғәзитен бер үҡ баҫма, тип һөйләйҙәр.

       2013 йылға планыбыҙ комиссия ултырышында тикшерелде һәм раҫланды. Быйылғы әштәребеҙҙе республикабыҙҙың көньяғында уҡынлашҡан башҡорт мәктәптәренә йунәлтмәксебеҙ. БР-ҙа башҡорт телендә уҡытҡан мәктәптәр ни бары 38 % тәшкил итә. БДИ тип, рус теленә иғтибарҙы көсәйтеү башҡорт телен уҡытыуҙа бығаса күрелмәгән ауырлыҡтар тыуҙыра. Башҡорт теленең, 90-сы, 2000-се йылдарҙағы кеүек, юғары уҡыу йорттарына ингәндә кәрәге бөттө. Шуға ата-әсәләр, сығарылыш уҡыусылары туған телгә ҡарашын үҙгәртте. Был бик насар.

       Шуны ла әйтке килә. Ҡоролтай үҙ эшмәкәрлегендә мәғариф мәсьәләләренә етди иғтибар бирҙе, хатта ниңә гел мәғариф проблемаларын күтәрәһегеҙ, тигән ҡараштар ҙа булды. Беҙ, киреһенсә, милли мәғариф бөгөн халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә иң мөһим фактор тип уйлайбыҙ. Мәғәриф – өҫтөнлөклө йүнәлеш ул. Айырыуса, бөғөнге шарттарҙа.

       Ошо уңайҙан мине борсоған бер фекерҙе әйтәм. Республика Президентының 2013 йылға мөрәжәғәтнамәһендә республика мәғарифы, милли мәғариф тураһында бар һүҙ ҙә әйтелмәне. Нимә, алда әйткәнсә, мәғариф приоритет булыуҙан туҡтанымы ни?

         Рәсәйҙең “Мәғариф тураһындағы” законына ҡарата. Яңы закон хаҡында күп һөйләнелһә лә, эксперттар уны халыҡтың 2,5 – 4% ғына хуплауын билдәләй. ЮНЕСКО раҫлауынса, 1992 йылда ҡабул ителгән закон 80-90 % кимәлендә ыңғай баһаланған, иң демократик закон, тип билдәләнгән. Яңыһында шуныһы ҡыуанысы: 1-се главаның 6-сы ст. 2,3,6 пункттары балаларҙы туған телдә уҡытыуҙы һәм тәрбиәләүҙе гарантиялай, милли-региональ компонентты һаҡлай. Шуға  күрә республикабыҙ законын үҙгәрткәндә барыбыҙға ла әүҙем булырға кәрәк, милли мәғарифты оптималләштереүҙән һаҡлап ҡалыу беҙҙең изге бурысыбыҙ ул. 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы