20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Январь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлайыҡ! (Абдрахман Вәлидовтың Башҡарма комитет ултырышындағы сығышы)
Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлайыҡ! (Абдрахман Вәлидовтың Башҡарма комитет ултырышындағы сығышы)

Торатау һәм башҡа шихандар тирәләй шау-шыуҙар бик ныҡ ҡуйырҙы. Тыныс йәшәп-ятҡан халыҡты ҡуҙғыттылар. Бигерәк тә 2012 йыл аҙағында килеп сыҡҡан хәлдәр ныҡ борсоуға һалды. Башҡортостан Президенты аппараты етәксеһе Балабанов, Торатауҙың тәбиғәт ҡомартҡыһы тигән статусы булыуына ҡарамаҫтан, разведка эштәре башларға тәҡдим итте. Ә был законға һыймаған хәл. Шуға күрә лә  2012  йыл аҙағында бер-нисә митинг һәм пикет уҙғарҙыҡ. Үткән йыл шихандарҙы һаҡлап алып ҡалыу,  был мәсьәләгә халыҡ иғтибарын  йәлеп итеү өсөн Торатауҙың һәм  Йөрәктауҙың тирә-яғын  таҙартыу эштәре алып барҙыҡ. Р.Юлдашев һәм “ Ҡурайсы” төркөмө, «Арғымаҡ” төркөмдөре менән берлектә байрамдар үткәрҙек. Халыҡтан ҡултамғалар йыйып, Башҡортостан Президенты Р.З.Хәмитовҡа, РФ Президенты В.В.Путинға, РФ Премьер-Министры А.Д. Медведевҡа хат яҙҙыҡ һәм уларға яуаптар алдыҡ. БР һәм РФ Тәбиғәт Министерствоһынан  “Шихандарға теймәйәсәктәр”, тигән яуап килде.

22 декабрҙә Ишембай ҡалаһында үткән митингыла ҡабул ителгән резолюцияла ике талап ҡуйылды:

         1.Шихандарҙы һаҡлап алып ҡалып, был төбәктә тәбиғәт ҡурсаулығы булдырыу, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай  ҡалалары халҡына ял итеү урындарына әйләндереү.

         2. Был төбәктә экологик хәл бик ҡатмарлы. Шуға күрә лә 2013   йылдың Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ”Тирә-яҡ мөхиттте һаҡлау йылы” булыуын иҫәпкә алып, ошо төбәктә экологик мониторинг үткәреүҙе, һөҙөмтәләрен халыҡҡа еткереүҙе талап итәбеҙ.

Был регионда эшләп килгән «Сода», «Каучук», «Каустик», Салауат химкомбинаты кеүек экологик хәүеф тыуҙырыусы предприятиеларҙың ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм уларҙы һаҡлау проблемары киләсәктә тағы ла киҫкенерәк торасаҡ.  «Кама-1»,  «Кама- 2»  резервуарҙары  2013-2014      йылдарҙа туласаҡ, ә был киләсәктә производство ҡалдыҡтарын ҡайҙа ҡуйыу проблемаһын тыуҙырасаҡ.  “Сода” комбинаты ҡалдыҡтарынан хасил булған, 300  га ерҙе биләгән “ аҡ диңгеҙҙең” дә ресурстары бөткән. Ҡалдыҡтарҙы етерлек кимәлдә  эшкәртмәйенсә,  Ағиҙел, Кама, Волганы бысраталар. Экологик күҙәтеү станцияларының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең төбәктә ағыулы химик матдәләрҙең ПДК нормалары күпкә артыҡ, был һандарҙың да дөрөҫлөгөнә ышаныу ҡыйын. Был химия объекттарының киләсәктә лә бик матур эшләүен теләйбеҙ. әммә әлеге юл - халыҡты ағыулау юлы менән түгел.

    «Сода», «Каустик»  һәм «Березники» комбинаттарын берләштереп, киләсәктә БСК барлыҡҡа килтерергә уйлайҙар. Әгәр ҙә «Соданың» 62%    активы бөгөн дәүләттеке булһа, БСК-ның активы 38%    ҡына буласаҡ, тип күҙаллана. Башҡортостан хөкүмәте ошо акцияларҙың контроль пакетын юғалта. Шулай булғас, БСК халыҡтыҡы булыуҙан туҡтай. Бөтә байлығыбыҙ оффшорға китеүе бик аяныс. Шул сәбәпле республика бюджетенә  тиндәр генә ҡаласаҡ. Шуның өсөн  беҙҙең милли байлығыбыҙ булған тәбиғи ҡомартҡыларҙы – шихандарҙы бер кемгә лә бирергә хаҡыбыҙ юҡ. Шулай уҡ, беҙ Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан һәм Росприроднадзорҙан үҙҙәренең төп эштәре менән шөғөлләнеүҙәрен – бөтәһе лә яҡшы, тигән алдаҡ информация менән халыҡты әүрәтмәйенсә, ысынбарлыҡҡа тап килгән мәғлүмәт биреүҙе  талап итәбеҙ.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы