Главная > В Башкортостане > Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын булдырыу – район ҡоролтайҙары тәү ойошмаларының мөһим бурысы

Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын булдырыу – район ҡоролтайҙары тәү ойошмаларының мөһим бурысы


1-02-2013, 13:24. Разместил: 147258951

 

(Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ә.Ғ.Фәйзүллиндың сығышы)

 

Халҡыбыҙҙың өс тағаны булып дине, теле һәм ере тора. Тарих төпкөлдәренә күҙ һалһаҡ, ул дин, тел, ер өсөн бер ҡасан да көрәшен туҡтатмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙ өсөн хәүефле булған проблемалар бөгөн дә бихисап. Шуларҙың береһе - халҡыбыҙға көн итеү мөмкинлеге биргән ер мәсьәләһе. Ауыл халҡын мал көтөү, бесән әҙерләү урындарының етешмәүе, йүкәлектәрҙең, бигерәк тә һыу буйҙарының, йола буйынса байрамдар үткәреп, ял итә торған урындарҙың ситтән килгән кешеләр тарафынан ҡуртымға алыныуы хафаға һала. Күпмелер ваҡыттан һуң был ерҙәрҙе бөтөнләйгә юғалтыу ҡурҡынысы янай.  

Рәсәй Федерацияһының ”Урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһындағы” 131 – се федераль законының 27 – се статьяһына ярашлы, һәр бер муниципаль берәмлектә ТЙҮ (ТОС) йәки Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын ойоштороп була. Башҡорт ауылдарында ТЙҮ-тары ойоштороуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  урындарҙағы тәү ойошмаларына йөкмәтеү тәҡдиме бар. Бер яҡтан, был эште берләштереү, Ҡоролтай тәү ойошмаларын булдырыуҙа этәргес көс бирһә, икенсе яҡтан, тәү ойошмаларға бәҫ өҫтәй. Ауылдарыбыҙҙың янында ятҡан бөтә ерҙәрҙе: көтөүлектәр, сабынлыҡтар, умарталыҡтар, йылға һәм һыу буйҙары, шишмә баштары, еләклектәр һәм халыҡтың яратып ял итә торған урындарын ТЙҮ исеменә ҡуртымға алып,  дөйөм ҡулланғанда, халҡыбыҙ  дөйөм ерҙәрен һаҡлап ҡала аласаҡ.

         Бер ауыл эсендә Аҡһаҡалдар ҡороноң ТЙҮ төҙөп, үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булып йәшәп ятыу миҫалы - Ишембай районы Смаҡай ауылы тора (етәксеһе Шәнгәрәев Әнүәр Хөснулла улы).

 

 


Вернуться назад