20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Февраль 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Заман башҡорт йәмәғәтселегенән әүҙемлек талап итә
Заман башҡорт йәмәғәтселегенән әүҙемлек талап итә

(Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Б.Р.Күсәбаевтың

БДБҠ Башҡарма комитеты ултырышындағы сығышы)

 

        Райондарҙа һәм ҡалаларҙа үткән ҡоролтайҙарҙа ҡатнашыу, күбеһенең эше тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген артабан әүҙемлештереү кәрәклеген  тағы бер тапҡыр раҫланы. Халҡыбыҙҙың төрлө ҡатлам вәкилдәре бөгөнгө донъяла үҙ урынын табыу, лайыҡлы тормош алып барыу өсөн юлдар эҙләй һәм ошо эштә беҙҙән дә бергә булыуҙы көтә.

         Мәҫәлән, бер ауылда бер нисә йәш егет күмәкләп машина һатып алалар, алмашлап кеше ташып, аҡса эшләйҙәр, табышты уртаҡ бүлешәләр, ә инде боҙолһа - бергәләшеп ремонтлайҙар. Йәғни, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәнәләр. Руль артында булғас - эсмәйҙәр. Етәкселәр араһында, ауыл хәкимиәттәрендә өлгөр, эшлекле йәш егеттәр артыуы ҡыуандыра. Тағы бер районда күргән факт: ололар, 70-80 йәшкә еткән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл, район, республикала барған эштәрҙе ентекләп анализлай, уларҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүен күҙаллап, эшлекле кәңәштәрен  биреп кенә ҡалмайҙар: “Ҡана ошоно беҙ эшләйбеҙ. Беҙҙе ни өсөн ҡатнаштырмайһығыҙ?”- тип ҡуялар.

         Ошо ғына миҫалдар, ҡоролтай кәңәш ҡороп, артабан нисек эшләргә тип, ай һайын һөйләшһә лә, артыҡ булмаҫ ине тигән уйҙы нығыта.

         Был шулай уҡ РФ президенты В.В. Путиндың мөрәжәғәтнәмәһендә, сығыштарында әйтелгән гражданлыҡ йәмәғәтенең активлығы кәрәк, тигән фекер менән тап килә. Тимәк беҙҙең активлыҡты район, ауыл кешеләр көтә һәм ил башлығы хуплай. Шулай булғас, беҙгә әүҙем булыуҙан башҡа сара юҡ.

         Шуға күрә, февраль-март айҙарында мәғариф өлкәһендә барған оптималләштереү һөҙөмтәләрен ҡоролтайҙарға ҡарарға кәрәк (ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары булды, артабан нимә эшләргә?). Ошо мәсәләне кисектергеһеҙ ҡарауҙың бер нисә сәбәбе бар.

Докладта «Рәсәй Федерацияһында мәғәриф тураһында»ғы закондың ыңғай яҡтары (тыуған тел һәм дәүләт телен өйрәнеү) әйтеп кителгәйне, ләкин уның кире һөҙөмтәләр бирерҙәй статьялары ла бар.

Мәҫәлән:

-         Балалар баҡсаһында түләүҙәрҙең артыуы. Ни өсөн артырға тейеш һәм күпмегә (был хәлде бергәләп ҡарайыҡ).

-         Уҡытыусыларҙың эш хаҡына ҡағылған статья эшләрме? Ҡайһы бер мәктәптәрҙә, уҡытыусыларҙың эш хаҡы кимәленең рәсми рәүештә әйтелгәнгә ҡарағанда түбән булыуы тураһында ялыуҙар бар. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ, уҡытыусыларға, министрлыҡҡа ярҙам итәйек.

-         Райондарҙа лицей, гимназияларҙың исемдәрен үҙгәртәсәктәр. Исеме үҙгәреү менән есеме насар яҡҡа үҙгәрмәҫме? Күҙ-ҡолаҡ булайыҡ.

-         СПТУ-лар мәғәриф системаһында бөтәсәк, тиҙәр. Был хәл механизатор, водитель, төҙөүсе, электрик, сварщик кеүек һөнәр эйәләрен әҙерләүҙе туҡтатмаҫмы? Ошондай һөнәрселәр илдә артыҡмы ни?

Ошоларҙан сығып, беҙгә мәғәрифтә оптималләштереүҙе, яңы закондағы үҙгәрештәрҙе ҡоролтай ултырышында ҡарарға кәрәк. Бындай оптималләштереү мәҙәниәт өлкәһенә лә янай. Мәҫәлән, ауылда 500-ҙән кәмерәк кеше йәшәһә, мәҙәниәт йорто ябыласаҡ, тигән мәғлүмәт бар.

Ауылда фельдшер-акушер пунктары, мәҙәниәт йорттары ябылһа, мәктәптәр ҡыҫҡартылһа - интеллигенция ҡалмайасаҡ. Етмәһә ауылды үҫешкән ауыл итеп тотҡан һөнәр эйәләрен әҙерләгән СПТУ-лар ябыласаҡ. Бындай осраҡта ил менән ни булырын бер тапҡыр күрҙек бит. Шуға күрә был проблемаларҙы хәл итеү беҙҙән әүҙемлек талап итә лә.

Актив булайыҡ, бергә булайыҡ, бергә эшләйек!

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы