23 ғинуар Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте.Был сарала Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы, “Киске Өфө” газетаһы редакторы Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙмәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһыдиректоры Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы, Ишембай ҡалаһының 2-се һанлы гимназия -интернаты директоры Фәйзуллин Әлфис Ғаяз улы, Стәрлетамаҡ районының башҡоттары ҡоролтайы рәйесе Кәримов Роберт Юнир улы, Стәрлетамаҡ районcоветы сәркәтибе Шәйәхмәтова Люциә Файыҡ ҡыҙы һәм Мырҙаш, Новофедоровка, Мәҡсүт, Ҡунаҡбай ауылдары халҡыҡатнашты. Ултырыш барышында Айыусы, Мырҙаш һәм Мәҡсүт ауылдары ҡоролтайы төҙөргә килешелде һәм Айыусы ауылы Ҡоролтайы рәйесе итеп Аҙнаев Илнур Хәлил улы тәғәйенләнде. Сарала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, экологик проблемалар, мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү, йәш ғаиләләргә һәм күп балалы ғаиләләргә ер участкалары биреү тәртибе кеуек бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләр кутәрелде.