20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Февраль 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Ағинәйҙәр ҡоро

Афарин!

Кәңәш бирә йөрөгөҙ,

кәңәш ала йөрөгөҙ...

 

Боронғоларҙың бер аҡылы булыр был: кәңәш бирә йөрөгөҙ,

кәңәш ала йөрөгөҙ. Шөкөр, ул йола бәҙһеҙләнә төшһә лә, ил-йорт эсендә кәңәш бирә йөрөр аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бөтмәгән, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыр иманлылар ҙа бихисап. Тап ошо йолабыҙҙы бар тулылығында, урын-еренә еткереп терелтеү, уны йәшәйешебеҙҙең төп ҡанундарының береһенә әүерелдереү мөҙҙәте етте хәҙер. Ул йоланы атҡарыуҙың төп шарты – халҡыбыҙҙы иманға өндәү. Өндәүселәр – үҙҙәре иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар. Улар өлгөһө, улар тәжрибәһе аша йәштәребеҙ, балаларыбыҙ, урта быуын аңына, иманлылыҡ күп мәсьәләләрҙе үҙенән-үҙе хәл итә, тигәнде һеңдереү. Шуның өсөн дә һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәтен тергеҙеү, уларҙың кәңәш ҡорон эшкә егеү Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ошо бурысты атҡарыуға ең һыҙғанған Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләре буйынса комиссияһының эш планына төп пункт булып индерелгән.

 

Әбйәлил ағинәйҙәре һүҙе

Ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар хәрәкәтенең дә, шәжәрә байрамдарының да  тәү ерлеге Баймаҡ районы икәнен һәр кем белә. Шул уҡ ваҡытта был башланғыстарҙың Әбйәлил районында күтәрмәләп алыныуын да беләбеҙ һәм баһалайбыҙ. Әбйәлилдә был хәрәкәттәрҙең башында торған айырым ағинәйҙәрҙең исеме бар республикаға билдәле. Улар – Һәйетҡол ауылында йәшәүсе сәсәниә Вәсилә Садыҡова һәм Үтәгән ауылынан сәсәниә Хәнифә Әбүбәкерова. Уларға төбәлде беҙҙең “Кемдәр улар ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар?” тигән һорауыбыҙ.

– Тәүҙә шуны асыҡлап китәйек: ағинәйлек, аҡһаҡаллыҡ, күптәр аңлауынса, ҡартлыҡ билдәһе түгел, ә рухи дәрәжә, – тип башлап китте һүҙен Вәсилә апай Садиҡова. Шулай ҙа ошо рухи дәрәжәгә еткәнгә тиклем кеше бай тормош тәжрибәһе лә тупларға тейеш. Әҙәпле, тотанаҡлы,  йәшенә лә, олоһона ла ихтирамлы, иғтибарлы, кеселекле һәм кешелекле, ороп-бәреп хәбәр һөйләп йөрөмәгән ҡатын-ҡыҙҙы, мәҫәлән, ағинәй дәрәжәһенә еткән, тип иҫәпләргә була. Шулай уҡ динебеҙгә лә ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш ундай кеше. Иманһыҙ кеше бер ҡасан да ағинәй ҙә, аҡһаҡал да була алмай. Шулай уҡ ысын ағинәй бер ҡасан да “Мин – ағинәймен!” тип күкрәк һуғып, ҡысҡырып, тауыш күтәреп, нимәнелер тыйырға тырышып, кемгәлер үҙ кәңәшен көсләп тағып йөрөмәйәсәк.

– Бала саҡ хәтирәләренән сығып, үҙемдең инәй, апай, еңгәләрҙе ысын ағинәйҙәр булғандар, тип күҙ алдыма килтереп ултырам, – тип һүҙгә ҡушыла Хәнифә апай Әбүбәкерова. – Улар шул тиклем ҡупшы, бөхтә итеп кейенер, ҡолаҡтарын, муйындарын ҡаплаған ап-аҡ ситса яулыҡ ябыныр ине. Килешһеҙ кейенгән йәки өҫ-башы туҙып, һәпрәләнеп йөрөгән берәйһе күҙҙәренә салынһа, уларҙы йомшаҡ ҡына итеп әйтеп тәрбиәләрҙәр ине.  Һөйләгән һүҙҙәре лә ипле, тыйнаҡ булды. Уларҙың әйткәненә бер кем ҡаршы һүҙ ҡатманы, кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Бер-береһенә хәл белешергә йөрөгәндә улар бер ҡасан да ғәйбәт һөйләп ултырманы. Ишек төбөнән үк ниндәй ҙә булһа мәҡәл йә әйтем әйтеп килеп инерҙәр ҙә, йәтешләп кенә урындыҡҡа менеп ултырып, һүҙҙәрен артабан дауам итерҙәр ине. Беҙ ағинәйҙең килеүен көтөп алып, уның аҡыллы һүҙҙәрен йотлоғоп тыңлай торғайныҡ. Ошо рәүешле улар балаларҙы тәрбиәләгән, уларға халыҡ аҡылын һеңдереп үҫтергән...

“Ауыл яҙмышын, халыҡ яҙмышын хәстәрләүҙә ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ролен нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорауыбыҙҙы ла   төбәнек Әбйәлил ағинәйҙәренә.

Ауыл яҙмышын хәл итеү ауыл һәм район хакимиәттәре кимәлендә башҡарылырға тейешле бик яуаплы эш. Ә  ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, тәү сиратта, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнарға, был йүнәлештә эшләүсе дәүләт структураларына оло ярҙамсы булырға тейеш. Әле күптән түгел генә ауылдарҙағы бар мәсьәләләр күмәкләп йыйылып, йыйылыштарҙа тикшерелә, хәл ителә ине. Етәкселәр ҙә иң тәүҙә халыҡтың, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең фекерен, кәңәшен тыңланы. Әле бына шундай кәңәш ҡорҙары юҡҡа сыҡты. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәте бына шундай матур йоланы аяҡҡа баҫтыра, ауыл халҡын берҙәмлеккә, файҙалы эштәргә саҡыра, етәкселерҙе лә үҙ һүҙенә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итә ала, тип уйлайбыҙ, – тип бер тауыштан яуапланы Вәсилә һәм Хәнифә апайҙар.

Беҙ, әлбиттә, республикабыҙҙағы “Айыҡ ауыл” конкурсына нигеҙ һалыусы ағинәйҙәрҙән “Был яуыз афәтте еңеүҙең берәй аныҡ ҡына ысулы бармы?” тип һорамай булдыра алманыҡ.

Беҙҙең Һәйетҡол ауылында айыҡлыҡ өсөн көрәш бик күп йылдар бара, – тип һөйләп китте Вәсилә апай Садиҡова.– Бөгөн ауылда эсеүселәр юҡ дәрәжәһендә икән, был ана шул көрәш һөҙөмтәһе. Ләкин был көрәште алып барыусы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, һәр эскән кешегә ташланып, уның ауыҙын “бикләп” йөрөйҙәр икән, тип уйламағыҙ. Эскән кешене әрләп кенә был яман ғәҙәтенән ҡотолдороп булмай. Ҡысҡырыуҙан, аҡыл өйрәтеүҙән генә файҙа юҡ. Яман ғәҙәтле кешене нимә менәндер әүрәтергә, тауыш күтәрмәйенсә, ипле генә һөйләшеп аңлатырға кәрәк башта. Оҙаҡ йылдар буйы халыҡты эскелек һаҙлығына батырҙылар, диндән, имандан яҙҙырҙылар, йәмғиәтебеҙҙәге бөгөнгө әхлаҡи көрсөк ошоларҙың һөҙөмтәһе бит инде ул. Ә шулай ҙа ул еңелмәҫлек яуызлыҡ түгел. Тик эскелеккә ҡаршы ил, хөкүмәт кимәлендә көрәшеү фарыз. Хөкүмәт, исмаһам, бына шул беҙҙең һымаҡ ағинәйҙәр башлаған “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен хуплап, күтәреп алып, беҙҙең сараларға ярҙам итергә тейеш. Ләкин, күрәһегеҙ, был ярҙам әлегә һиҙелмәй. “Айыҡ ауыл” конкурсы ла күтәреп алынманы кеүек...

Баймаҡтар өлгөһө  баймаҡтарса булды

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты комиссияһының эш планына ярашлы,быйылғы ағинәйҙәр ҡороноң тәүгеһе Баймаҡ ҡалаһында үткәрелергә тейеш ине. Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина был ҡорҙо район ауылдарында йыл әйләнәһенә үткәрелеп килгән “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһының йомғаҡлау сараһына тап килтерергә ниәтләүен белдерҙе. Ниәт хупланды. Ысынлап та, Баймаҡ ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдары Учалы, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондары, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйестәре һәм ағинәйҙәре, аҡһаҡалдары ҡатнашҡан сарабыҙҙы бик ныҡ күтәрмәләне, өлгө күрһәтте, фәһем бирҙе, күп нәмәгә ишараланы, дәртләндерҙе, ең һыҙғандырҙы. Аҙаҡтан ейәнсураларҙың: ”Ейәнсураға ғына ҡайтып етәйек әле...” тип, юл буйы ашҡынып ҡайттыҡ та, иртәгәһенә үк район ауылдары буйлап үҙ ағинәйҙәребеҙ һәм аҡһаҡалдарыбыҙҙы ойошторорға, Баймаҡта ишеткән-күргәндәребеҙҙе хәбәр итергә сығып киттек”, – тип һөйләүе үк быны раҫлай.

Башта килгән ҡунаҡтар ҙа, Баймаҡ тамашасылары ла район мәҙәниәт йортонда ҡуйылған үҙенсәлекле күргәҙмәне тамаша ҡылды. Бына оло йәштәге апайҙар бергә йыйылып, бер күргәҙмә эргәһендә йәнле әңгәмә ҡорған. Уларҙың ни өсөн нәҡ ошо урынға йыйылыуы шунда уҡ аңлашылды. Сулпан Нәбиуллинаның ҡул эштәре, ҡорамалары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләре ҡыҙыҡтырған икән уларҙы. Артабан ҡунаҡтар иғтибарын йәнәшәләге күргәҙмә хужабикәһе Софья Әсәнованың: “Быныһы инде — һигеҙ ожмах биҙәге. Ул һәр йортта булырға тейеш”, - тигән һүҙҙәре   үҙенә йәлеп итте. Был һүҙҙәрҙән һуң һәр кем ул теккән төрлө түшәк кәрәк-яраҡтарын, ҡорамаларҙы күҙҙән үткәрҙе, заказдарын бирергә ашыҡты. “Аллаға шөкөр, заказсылар бик күп. Айырыуса милли башҡорт кейеме тегеүҙе үтенгәндәр бихисап. Эшләп кенә өлгөр!” – тип, шатлығын белдерҙе Софья Хәмзә ҡыҙы. Шуның менән яратҡан шөғөлдөң ғаиләһе өсөн өҫтәмә килем сығанағы ла булып тороуына ишаралап ҡуйҙы.

Рифа Шаһиева, Зәлиә Ишморатова, Гөлфинә Һибәтуллина, Зәкиә Сөләймәнова һәм башҡаларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарағанда ла шул уҡ хәҡиҡәт раҫҡа сыҡты: был матурлыҡ  Баймаҡ ерендәге бик күп ғаиләләрҙә урын ала бара. Ошо сарала ҡатнашҡан һәр ауыл вәкилдәре үҙ төбәгенә хас башҡорт милли кейемендә килгәйне, тимәк, милли кейем Баймаҡ халҡының ихтыяжына әйләнгән икәнен аңлауы ауыр түгел. Ихтыяж булғас, милли кейемдәр тегеү, ҡорама ҡороу, кейеҙ баҫыу, сигеү сигеү кеүек шөғөлдәр ҡатын-ҡыҙҙарға килем килтереү сығанағына әүерелергә тейеш.

Районда ошондай күргәҙмәләр, конкурстар ойоштороп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы әүҙемләштереү буйынса бик күп эшләгән район ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Луиза Дәүләтшина шуға өлгәшергә ынтыла ла инде.Былтыр ул һәм ул етәкселек иткән китапханалар хеҙмәткәрҙәрерайонда “Милли кейемдә – быуаттар сағылышы” тигән конкурсты ла бик сағыу итеп үткәргәйне. Был юлы ла әлеге сара сиктәрендә башҡорт милли кейеме тегеүселәр, уларҙы моделләүселәр өсөн конкурс ойошторолдо, баһалама ағзалары уларҙы – Ләлә Ғәлимова, Гөлдәр Хисмәтуллина, Гөлфиә Рәхимова, Алина Байсарина, Зифа Кадаева, Мәхмүзә Исламғолова, Гөлдәр Хисмәтуллина, Анастасия Васильцова, Алина Байсарина, Раушания Закирова һәм башҡаларҙы төрлө номинацияларҙа билдәләп, матур бүләктәргә лайыҡ итте. Тағы ла бер шәп конкурс барыһының да иғтибарын йәлеп итте: башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар ҙа ярышты. Ниндәй генә әкиәт, легенда геройҙары юҡ ине бында! Айырыуса, “Ете ҡыҙ”, “Таһир һәм Зөһрә” кеүек ҡурсаҡтар хайран ҡалдырҙы. Бындай уйынсыҡтар зауыҡлылығы менән генә түгел, ә тәрбиәүи яҡтан да оло әһәмиәткә эйә. Әлеге ҡурсаҡтарҙа ла халҡыбыҙҙың бай тарихы, күңелде үҫтереүсе әкиәт, риүәйәт, легендалары сағылыш тапҡан. Ярышта иһә ошондай матурлыҡты тыуҙырыусы Гөлнара Мостахетдинова, Зөлфиә Биктина, Гөлнур Ҡарамурзина, Гөлфиә Һибәтуллина еңеп сыҡты.

Баймаҡ ағинәйҙәре тәрбиәләй ҙә

Ысынлап та, кем һуң ул аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр? Баймаҡ районы ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Хөрмә Мөхәмәт ҡыҙы Биктимерова һүҙен ошондай һорауҙы яңғыратыуҙан башланы.

– Һәр ҡатын-ҡыҙ хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ-үҙен генә ҡәҙерләп, сериалдар ҡарап, бәйләм бәйләп, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа ғына йөрөгөһө киләлер. Әммә бөгөн оло быуын кешеләре алдында мөһим бурыс ҡаялай килеп баҫты: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу.  

Хөрмә Мөхәмәт ҡыҙы Баймаҡ ағинәйҙәренең йыл дауамында башҡарған эштәренә лә туҡталып үтте. Мәсеттәрҙә буласаҡ һалдаттарҙы фатиха биреп әрмегә оҙатҡандар, айыҡ туйҙар, сабыйҙарға исем ҡушыу, башҡа йолалар үтәү буйынса кисәләр үткәргәндәр. Төрлө ҡул эштәрен бергәләп башҡарыу, элеккесә, бергә йыйылып кис ултырыуҙар ҙа ғәҙәткә инә бара. Насар ғәҙәтле ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәрбиә эштәре алып барыу ҙа улар иғтибарынан ситтә ҡалмаған. “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһында мәктәп уҡыусыларының, йәштәрҙең ҡатнашыуына өлгәшкәндәр. Йәш быуын бигерәк тә ғаилә шәжәрәһен төҙөүгә, үҙ тамырҙарын 10-15 быуынға тиклем асыҡлауға, шулай уҡ 1812 йылғы һуғыш яугирҙәренең исемдәрен тергеҙеүгә бар көсөн һалған. Уларҙың эҙәрмәнлек эшмәкәрлеге айырыуса ҡыуандыра оло быуынды.  

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаевтың йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндә әйткән һүҙҙәре баймаҡтарҙың ошо маҡтаулы эшенә оло баһалау булып яңғыраны ла инде: “Был сарала ҡатнашҡан һәр кем үҙ халҡының ысын патриоты. Әле ил-йортобоҙҙа бындай илһөйәрҙәр, йәш быуынға халҡыбыҙҙың ҡиммәтле ҡомартҡыларын тапшырыр ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар бар һәм улар тарафынан киләсәк быуын, йәшәйешебеҙ, телебеҙ тураһында хәстәрлек күрелә икән, тимәк, милләтебеҙ артабан да үҙ-үҙен һаҡлап ҡаласаҡ. Бергә булғанда беҙҙең ниндәй ҙур көс хасил итеүебеҙҙе бөгөн тағы ла нығыраҡ аңлап ултырыуыбыҙ...”

Барыһын да уртаға һалып...

Бәғзе берәүҙәр йыш ҡына “халҡыбыҙ бөтә, телебеҙ юҡҡа сыға” тип сафсата һатырға ярата. Бындай кешеләргә ошондай сараларҙа ҡатнашырға, янып йәшәгән һәм эшләгән аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙ менән аралашырға кәңәш итәбеҙ. Һәр хәлдә, Баймаҡ ерендә ойошторолған ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡоро башҡортмон тигән башҡорттоң йөрәгендә милләттең ғөрөф-ғәҙәттәре лә, бай тарихы ла, батырҙарының исемдәре лә яҙылғанлығын иҫбатланы. Аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ролен  тергеҙеүҙең әһәмиәтен, “Кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ...” тигән аҡылдың ни тиклем зарурлығын тойҙоҡ беҙ бында. Беҙҙең заман кешеләрендә һүрәнләнә төшкән бик күп сифаттарҙы шәйләп тә һоҡландыҡ. Шуларҙың береһе, әлбиттә, ихласлыҡ. Иң ихлас ихласлыҡ. Тағы. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Һеҙгә таныш күренештер: хәҙер беҙҙең замандаштар үҙ-ара аралашҡанда бер-береһен бик тыңлап бармай, хәбәр өҫтөнә хәбәр һөйләп, бер-береһен бүлдерә һала. Ә был йыйында беҙ оло быуын вәкилдәренең аралашыу мәҙәнилегенә, береһе һөйләп бөткәс, икенсеһенең һүҙҙе ипләп кенә ялғап алып китеүе кеүек күптән онотола яҙған сабырлыҡ, тотанаҡлыҡ өлгөһөнә шаһит булдыҡ.

Ошо сарала күргән матур күренештәр, ишеткән аҡыл-фекер һуңынан ойошторолған түңәрәк ҡорҙа төп һығымта, “Ниндәй булырға тейеш ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар?” тигән һорауға яуап булып яңғыраны ла инде. Ошондай күркәм сифатлы, йәшәйеше менән дә, эшләгән эштәре менән дә өлгө булыр оло быуын кешеләренән төҙөлөргә тейеш һәр ауылда аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡорҙары. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Ҡорҙарҙың уставы, положениеһы ла яҙылған. Уларҙа был ҡорҙарҙың эшмәкәрлеген этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының һәм ир-егетенең йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уларҙың заман талаптарына ярашлы шөғөлө, карьераһына булышлыҡ итеү,  шулай уҡ “Башҡорт ғаиләһе” статусын күтәреү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү  йүнәлешендә ойошторорға, тиелә. Ҡорға йыйылған райондар вәкилдәре ошо бурыстарҙы йөкмәп, уларҙы баймаҡтар өлгөһөндә тормошҡа ашырырға тигән ашҡыныу менән  таралышты. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләре буйынса комиссияһы бындай ҡорҙарҙы башҡа райондарҙа ла ойошторасаҡ.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы