Главная > В Башкортостане > Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улының батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл

Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улының батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл


28-02-2013, 13:49. Разместил: 147258951

   Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улының батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл27 февралдә башҡорт халҡының бөйөк улы, Советтар Союзы Геройы, ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы Шәкирйән Юныс улы Мөхәмәтйәновтың батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулды.

    1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн һуғышта ул, уҡсылар полкының гвардия рядовойы, үҙ күкрәге менән дошман пулеметы амбразураһын ҡаплай.

   Ошо тарихи дата айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән батырыбыҙ һәйкәленә сәскә һалыу тантаныһы үтте. Тантанала ҡоролтай рәйесе Румиль Тәлғәт улы Аҙнабаев, рәйес урынбаҫары Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаев, аппарат хеҙмәткәрҙәре һәм хәрбиҙәр ҡатнашты.

     Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы (Матросов Александр Матвеевич, 5 февраль 1924 йыл — 27 февраль 1943 йыл) Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай ауылында тыуған (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Учалы районына ҡарай). Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған, тип иҫәпләнә.

    Бәләкәйҙән үк етем ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа  Өфө хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем менән фамилия ала. Краснохолмск хәрби-пехота училищеһын тамамлағандан һуң, 1943 йылда Калинин фронтына ебәрелә. А.Матросов хеҙмәт иткән икенсе уҡсылар батальоны Чернушки янындағы үлемесле алышта ҡатнаша.

     Үҙе үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

А.Матросов исемен йөрөтөүсе 254-се гвардия уҡсылар полкы артабан да дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшеүен дауам итә.

Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан!

 

Фотографии

 

 


Вернуться назад