(Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Б.Р.Күсәбаевтың
БДБҠ Башҡарма комитеты ултырышындағы сығышы)
Райондарҙа һәм ҡалаларҙа үткән ҡоролтайҙарҙа ҡатнашыу, күбеһенең эше тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген артабан әүҙемлештереү кәрәклеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Халҡыбыҙҙың төрлө ҡатлам вәкилдәре бөгөнгө донъяла үҙ урынын табыу, лайыҡлы тормош алып барыу өсөн юлдар эҙләй һәм ошо эштә беҙҙән дә бергә булыуҙы көтә.