Йылайыр көрәшселәре етенсе тапҡыр Рафаэль Ҡолһарин кубогын яуланы
Республикабыҙҙа милли көрәште үҫтереүгә иғтибар бермә-бер арта. Спорттың был төрө үҫешенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙамы ла үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Районыбыҙҙың күп кенә йәштәре лә көрәш буйынса республика чемпиондары һәм призерҙары титулдарына эйә булдып торалар.
Юлдыбайҙа яугир-интернационалист яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә ун дүртенсе тапҡыр ойошторолған көрәш буйынса район-ара ярыш, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышланып, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт тормошто, спортты пропагандалау һәм улар араһында кире күренештәргә юл ҡуймау маҡсатында үтте. Көрәш майҙанына Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Белорет, Сибай һәм Күмертау ҡалаларынан йөҙҙән ашыу бил батырҙары сыҡты. Улар ике төркөмгә бүленеп, 13 ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.
Спорт байрамы Юлдыбай мәҙәниәт йорто бейеүселәр