Главная > В Башкортостане > Келәмдә – бил бирмәҫ батырҙар

Келәмдә – бил бирмәҫ батырҙар


12-04-2013, 09:35. Разместил: 147258951

Йылайыр көрәшселәре етенсе тапҡыр Рафаэль Ҡолһарин кубогын яуланы

Республикабыҙҙа милли көрәште үҫтереүгә иғтибар бермә-бер арта. Спорттың был төрө  үҫешенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙамы ла үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Районыбыҙҙың күп кенә йәштәре лә көрәш буйынса республика чемпиондары һәм призерҙары титулдарына эйә булдып торалар.

Юлдыбайҙа яугир-интернационалист яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә ун дүртенсе тапҡыр ойошторолған көрәш буйынса район-ара ярыш, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышланып, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт тормошто, спортты пропагандалау һәм улар араһында кире күренештәргә юл ҡуймау маҡсатында үтте. Көрәш майҙанына Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Белорет, Сибай һәм Күмертау ҡалаларынан  йөҙҙән ашыу бил батырҙары сыҡты. Улар ике төркөмгә бүленеп, 13 ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.

Спорт байрамы Юлдыбай мәҙәниәт йорто бейеүселәренең сығышы менән башланды.

Сараны тантаналы асыуҙа  ҡатнашҡан район хаҡимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Йәмил  Аҙнағолов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһының Урал аръяғы филиалы рәйесе Сәғит Мирзин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты белгесе Фаил Алсынов, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаты бүлеге начальнигы Хәлил Хәмитов, район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйсе Самат Такалов, Юлдыбай ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Һәҙиә Әлибаевалар көрәшселәрҙе тәбрикләп, уларға уңыштар теләне. Милли көрәште үҫтереүҙгә ҙур өлөш  индергән тренерҙар һәм спорт ветерандары Миңлеғәле Ҡолһарин, Динар Аҡҡужин, Йәмил Аҙнағолов, Илшат Хәмитов, Венер Әхмәров, Рәис Әбделғазин, Венер Таһиров, Әсҡәт Шәрипов, Зиннур Әминевтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары, ә Рафаэль Ҡолһариндың әсәһе Бәлхиә Илбаҡтинаға “Вечная память героям”, Фәрит Әбделмәнов менән Илшат Вәлитовҡа – “За патриотическое воспитание” миҙалдары тапшырылды. Герой-әсә Бәлхиә апай улы иҫтәлегенә бындай сараларҙың даими ойошторғандары өсөн район етәкселегенә үҙенең рәхмәтен еткерҙе.

Ярыштың баш судъяһы Илгиз Ҡашҡаров бәйге шарттары, судъялар төркөмө менән таныштырғандан һуң, бил батырҙары ярышына старт бирелде.

Үҫмерҙәр араһында – 9, йәштәр араһында – 4 ауырлыҡ категорияларында иң көслөләр сыҡты көрәш майҙанына. Көн буйына барған сәмле алышта үҙ ауырлыҡтарында Әбйәлилдән Ғаяз Шөғөров, Илсур Хәлисов, Харис Яхин, Өлфәт  Шөғөровтар, Баймаҡтан Илгиз Тулыбаев, Даян Ғүмәров, Йылайырҙан Ғәзинур Әжибаев, Илмир Солтанов, Сибайҙан Ғәзиз Биҡҡолов, Илшат Ғәзин, Белореттан иң ауыр көрәшсе (150 кг.) Айҙар Мәхейәнов, Ейәнсуранан Илназ Йәғәфәров, Хәйбулланан Динар Саниевтар еңеү яулап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының кубогына лайыҡ булдылар.

Баймаҡтан Денис Әлибаев, Рушан Солтанов, Рәсүл Рәсүлев, Ғәҙел Галин, Йылайырҙан Иҙел Килдеғолов, Иштуған Хәсәнов, Әбйәлилдән Илмир Мөхәмәтдинов, Ейәнсуранан Вилдан Әминев, Иҙел Әбдрәхимов, Хәйбулланан Ирек Күсәков, Белореттан Булат Фәттәхов, Күмертауҙан Өлфәт Кәримов, Сибайҙан Илфат Йәмғурсиндар көмөш миҙалға лайыҡ булдылар, ә Йылайырҙан Буранбай Хөсәйенов, Нәргиз Сараев, Радмир Рәмов, Илнур Иҫәнбаев, Динар Аҡҡужиндар, Хәйбулланан Динис, Тимур Кускилдиндәр, Күмертауҙан Илнар Әминев, Роберт Ғәниев, Баймаҡтан Айгиз Суфиянов, Ейәнсурана Сыңғыҙ Ишмөхәмәтов, Сибайҙан Рифат Аллаяров, Белореттан Егор Рукиндар өсөнсө урын алдылар.

Командалар араһында яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһарин исемендәге кубокты етенсе тапҡыр майҙан хужалары – йылайырҙар яуланы, икенсе-өсөнсө  урындарҙы Баймаҡ менән Әбйәлил батырҙары командалары бүлеште. Призер командаларға һәм көрәшселәргә миҙалдар, грамота һәм приздар тапшырылды.

Фәрит РӘМОВ.

Василий Климов фоталары.

 

Келәмдә – бил бирмәҫ батырҙар
Келәмдә – бил бирмәҫ батырҙар
Келәмдә – бил бирмәҫ батырҙар

 


Вернуться назад