Главная > В Башкортостане > Ҡазанда Дауыт Юлтыйҙың иҫтәлегенә арналған осрашыу үтте.

Ҡазанда Дауыт Юлтыйҙың иҫтәлегенә арналған осрашыу үтте.


1-05-2013, 00:25. Разместил: 147258951

             Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, бай әҙәби мираҫ ҡалдырған йәмәғәт эшмәкәре, танылған публицист, драматург, күп яҡлы талант эйәһе Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 18 апрелдә 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан Республикала ғына түгел, икенсе төбәктәрҙә лә төрлө саралар уҙғарыла. Сираттағыһын Татарстандың баш ҡалаһында Ҡазан башҡорттары ҡоролтайы Ғабдулла Туҡай исемендәге милли әҙәби музейҙа үткәрҙе.

            Был тантаналы осрашыуға Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, Рәсәйҙең, Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле балерина, хореограф, педагог Нинель Юлтыева саҡырылды. Унан башҡа осрашыуға Ҡоролтай ағзалары, әлеге ваҡытта Ҡазанда уҡып йөрөгән талиптар ҙа килде.

            Байрамды Ҡазан башҡорттары ҡоролтайын ойоштороусыларының береһе Рәйеф Туҡташев асып ебәрҙе. Ул тантанала ҡатнашыусыларға Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙыҡлы һәм ғибрәтле тормош юлы һәм ижады менән таныштырып үтте, шиғыр юлдарын да яттан уҡып күрһәтте.

            Осрашыуҙың төп ҡунағы булып саҡырылған Нинель Юлтыева үҙенең баласаҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ауыр һәм ҡатмарлы һуғыш ваҡыттарын иҫкә алды.

            Нинель Юлтыева менән әңгәмә ҡороп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, тағы ла осрашырға тигән уй менән байрамды тамамланыҡ.

Гөлфиә Вәлиева.

 


Вернуться назад