20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Май 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » «Ырыуҙар ташы» һәйкәлен күмәкләп төҙөйөк
«Ырыуҙар ташы» һәйкәлен күмәкләп төҙөйөк

2010 йылдың йәйендә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына  әҙерлек барышында, Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» тип аталасаҡ тарихи-мемориаль комплекс төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, уға символик нигеҙ ташы ла һалынғайны. Был һәйкәлдең үҙәген тәшкил иткән ғәйәт ҙур гранит ташҡа 40-тан ашыу оло һәм бәләкәй башҡорт ырыуҙары атамалары яҙылып ҡуйылырға тейеш ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында ошо этнографик комплексты төҙөү әлегә тиклем тотҡарланып торҙо. Шулай ҙа Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты етәкселегенең тырышлығы менән ошо грандиоз һәйкәл комплексының проекты ижади төркөм тарафынан яңынан ҡаралып, уны дәүләт экспертизаһы ла хупланы.

Этнографик музейы һәм мәсете менән төҙөләсәк мемориаль комплексты төҙөү байтаҡ финанс сығымдары йәлеп итеүҙе талап итә. Яңыраҡ уҙғарылған Әйле ырыуы йыйыны делегаттары ошо һәйкәл өсөн бергәләшеп иғәнә йыйырға саҡырып, башҡа башҡорт ырыуҙары вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Ҡоролтайыбыҙҙың Башҡарма комитеты Советы ошо башланғысты хуплап, төбәк, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайҙарына һәйкәл өсөн аҡса йыйыу буйынса махсус мөрәжәғәт ебәрҙе.

«Ырыуҙар ташы» мемориаль комплесы – уникаль халыҡ һәйкәле буласаҡ. Әлегә тиклем Рәсәйҙә тотош халыҡҡа бағышланған һәйкәл һалынғаны булманы әле. Нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ ошо проектты ғәмәлгә ашырырға бурыслыбыҙ. Был – бөтөн халыҡ эше. Тап шуның өсөн барса милләттәштәребеҙҙе ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ. Эш иғәнә итеп бирелгән аҡса күләмендә түгел – хәленә ҡарап, быны һәр кем үҙе хәл итер. Әммә халҡыбыҙҙың «Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ», - тигәнен онотмайыҡ. Торатауҙа милләтебеҙгә һәйкәл ҡалҡһа, рухыбыҙ нығыр, бәҫебеҙ күтәрелер, данлы тарихыбыҙ бар донъяла танылыр.

БДБҠ Башҡарма комитеты иғәнәләрҙе туплау өсөн махсус банк счеты асты. Һәр кем үҙ иғәнәһен банк аша үҙаллы ебәрә ала. Башҡарма комитет Советы йыйылған аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуын контролдә тотасаҡ.

 

Иғәнәләр ебәреү өсөн реквизиттар:

Получатель:

МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир»

Расчетный счет    40703810400000000229

ИНН 0274095117

Банк получателя:

ОАО АКБ «Башкомснаббанк»

БИК               048073842 

к/с   30101810800000000842

 

Kvitanciya.doc [52,5 Kb] (cкачиваний: 10)

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы