Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, бай әҙәби мираҫ ҡалдырған йәмәғәт эшмәкәре, танылған публицист, драматург, күп яҡлы талант эйәһе Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 18 апрелдә 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан Республикала ғына түгел, икенсе төбәктәрҙә лә төрлө саралар уҙғарыла. Сираттағыһын Татарстандың баш ҡалаһында Ҡазан башҡорттары ҡоролтайы Ғабдулла Туҡай исемендәге милли әҙәби музейҙа үткәрҙе.